Википедия:Ҡыҫҡа дәрестәр/Модуль 5-3

-се модулдең -сө дәресе — Эске һәм тышҡы һылтанмалар ҡуйыу

үҙгәртергә

Википедия мәҡәләһендәге һүҙҙәрҙе шул төшөнсәгә тура килгән мәҡәлә, йәки Википедиянан ситтә булған мәғлүмәт менән бәйләп була. Википедиялағы мәҡәлә менән бәйләү өсөн [[эске һылтанма — ике ҡатлы дүрткел йәйәләр]], Википедиянан ситтә булған мәғлүмәткә [эске һылтанма — бер ҡатлы дүрткел йәйәләр ҡуйыла]. Тышҡы һәм эске һылтанмаларҙы ҡуйыу өсөн Вики-тексты мөхәррирләү ҡатламы аша эшләргә тәҡдим ителә, сөнки Үҙгәртергә ҡатламы аша ҡуйыу ысулдарының етешмәгән урындары булыуы ихтимал. Артабан Вики-тексты мөхәррирләү ҡатламы аша дүрткел йәйәләрҙе тиҙ генә ҡуйыу ысулдары һәм яҙылыш төрҙәре аңлатыла:

Аңлатма Өлгө-рәсем
1-се ысул. Текстағы һылтанма ҡуйыласаҡ һүҙҙе һайларға һәм ҡыҙыл уҡ менән күрһәтелгән "сылбыр" төймәһенә баҫырға
 
Википедия мәҡәләһенә эске һылтанма ҡуйыу
1-се ысул дауамы. Күрһәтелгән тәҙрәсектә текст һүҙенә тура килгән Википедия битенең исемен яҙырға һәм Һылтанманы өҫтәргә төймәһенә баҫырға. Һылтанма төрө Вики биткә күсеү булырға тейеш. Уны үҙгәртмәгеҙ.
 
Википедия мәҡәләһенә эске һылтанма ҡуйыу
Икенсе ысул. Текстағы һылтанма ҡуйыласаҡ һүҙҙе һайлап алырға һәм ҡыҙыл уҡ менән күрһәтелгән Тиҙ өҫтәү ике ҡатлы дүрткел йәйәләр төймәһенә баҫырға
 
Википедия мәҡәләһенә эске һылтанма ҡуйыу
Мәҡәлә тексына һылтанма ҡуйып бөткәс Яҙҙырып ҡуйырға кәрәк. Ҡуйылған һылтамаларҙың күренешен тикшергеҙ. Википедияла мәҡәлә булған һәм дөрөҫ ҡуйылған һылтанмалар зәңгәр төҫтә буласаҡ, мәҡәлә булмаған, йәки һылтама дөрөҫ ҡуйылмаған осраҡта ҡыҙыл булып күренәсәк.
 
Википедия мәҡәләһенә эске һылтанма ҡуйыу
Эске һылтанманы мәҡәлә исеменә тура килгән һүҙҙән [[Мәҡәлә исеме]]нә йәки мәҡәләгә тура килмәгән һүҙбәйләнештән [[Мәҡәлә исеме|һылтанманың күренгән өлөшөн]] ҡуйып була. Икенсе осраҡта мәҡәлә исеме менән һүҙбәйләнеш араһында вертикаль бер тура һыҙыҡ булырға тейеш. Ул Тиҙ өҫтәү төймәләрендә бар.
 
Википедия мәҡәләһенә эске һылтанма ҡуйыу

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә

Тышҡы һылтанмалар айырым дәрес итеп 6-сы моделдә бирелә.

Үҙ аллы ғәмәли дәрес

үҙгәртергә

Уҡығанығыҙҙы үҙ аллы нығытығыҙ.