Википедия:Ҡыҫҡа дәрестәр/Модуль 2-1

-се модулдең -се дәресе — Мәҡәлә / бит тураһында фекер алышыу

үҙгәртергә
Аңлатма Өлгө-рәсем
Википедияның һәр мәҡәләһе, йәки биттенең фекер алышыу урыны бар. Шул урынға мәҡәләгә ҡағылышлы фекерҙе, тәҡдимде, һорауҙы яҙырға була. Фекер алышыу битенә нимәлер яҙылһа төймә зәңгәр төҫкә инә.
 
Проект тураһында биттең Фекер алышыу битенә күсеү төймәһе
Ҡыҙыл төҫтә булған Фекер алышыу төймәһе был мәҡәләгә ҡарата бер бер нимә лә яҙылмағанлығын күрһәтә. Һеҙ беренсе булып үҙ фекерегеҙҙе яҙа алаһығыҙ. Уның өсөн төймәгә сиртегеҙ һәм Төҙөү тәҙрәсегәнә инегеҙ.
 
Мәҡәләнең Фекер алышыу битенә күсеү төймәһе
Яңы фекер алышыу битен Төҙөү тәҙрәсегәндә фекерегеҙҙе яңы тема итеп башлағыҙ (рәсемдә өҫкө йүнәлтелгән уҡ «Тема өҫтәргә» төймәһен күрһәтә). Тәҙрәсек өҫтөндә асылған яңы юлда тема башын яҙығыҙ (һулға йүнәлтелгән уҡ шул урынды күрһәтә). Фекерегеҙҙе яҙығыҙ һәм ҡултамға ҡуйығыҙ (Һары түңәрәк менән билдәләнгән «Күк ҡәләм» төймәһенә баҫығыҙ). Һәм «Яҙҙырып ҡуйырға» төймәһе аша фекергеҙҙе һаҡлағыҙ (уңға йүнәлтелгән уҡ шул төймәне күрһәтә).
 
мәҡәлә / бит ҡатламдары
Фекер алышыу битен Вики-тексты үҙгәртергә төймәһе аша мөхәррирләү тәҙрәсегендә асып мәғлүмәт өҫтәргә була
 
фекер алышыу битен мөхәррирләү
Өҫтәлгән мәғлүмәт айырылып торһон өсөн текст алдына ике нөктә ҡуйып яҙығыҙ
 
фекер алышыу битен мөхәррирләү
Яҙҙырып ҡуйғандан һуң мәғлүмәт күренеше
 
фекер алышыу бите күренеше

Үҙ аллы ғәмәли дәрес

үҙгәртергә

Уҡығанығыҙҙы үҙ аллы нығытығыҙ. Төрлә мәҡәләләрҙең, йәки башҡа биттәрҙең Фекер алышыу урындары менән танышығыҙ, фекер/тәҡдим/һорау яҙығыҙ. Аралашҡанда әҙәпле булығыҙ.