Википедия:Эшләү теләге

Википедия — үҙенсәлекле халыҡ-ара проект, Энциклопедия төҙөүсе фекерҙәштәр берләшмәһе.

Унда ҡатнашыуға һәр кемдең үҙ сәбәбе бар.

Мәҫәлән, берәүҙәр белемдәр менән уртаҡлаша (сығанаҡтарға таянып), сифатлы һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙа, булған мәҡәләләрҙе яҡшыртыу/тулыландырыу/төҙәтеү менән шөғөлләнә, етешмәгән мәҡәләләрҙе тәржемә итә.

Икенселәр башҡа ҡатнашыусыларға ярҙам итә, форумда һорауҙарға яуап бирә, аралашсылыҡтарҙа ҡатнаша һәм ҡатмарлы конфликттарҙы тикшерә.

Вандализм һәм спам менән көрәшеү ҙә шәп сәбәп, бигерәк тә хакимдар өсөн.

Проекттың төп хазинаһы — унда ҡатнашыусылар, уларһыҙ Википедия юҡ.

Бик файҙалы, әммә күп тәнҡитләнә торған эштәрҙе атҡарған хакимдарҙан башҡа бөтә эшмәкәрлек вандализм буталсыҡлығында юҡҡа сығырға мөмкин.

Тик торғанда сыҡҡан низағлашыуҙар эшкә дәртте һүндерә.

Яңы ҡатнашыусыларҙы проектҡа ҡушылыу ҡатмарлылығы өркөтә.

Һәр иҫәп яҙмаһы артында кеше тора, ул ҡайһы берҙә хаҡлы булмаҫҡа ла мөмкин, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, дөйөм эшкә файҙалы булырға теләп, проектта ҡатнаша.

Был күп тарафлы төрлөлөктә үҙеңә ҡулай йүнәлеш табыу, нимә оҡшай, нимә ҡулдан килә, шуның менән шөғөлләнеү мөһим. Шул сағында эшләү дәрте һүнмәҫ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә