Википедия:Фотоһүрәттәр

 
Дөрөҫ төшөрөлмәгән һүрәт — үтә киң мөйөшлө объектив менән бик яҡындан төшөргәнгә геометрик боҙоҡлоҡ барлыҡҡа килгән

Иллюстрациялар Википедияға бик кәрәк, һәм «матур» булғанға ғына түгел. Ҡайһы берҙә мәҡәләләге картинка тексҡа ҡарағанда ла мөһимерәк була. Ғөмүмән, Википедиялағы мәҡәләләр ҙә, һүрәттәр ҙә энциклопедик талаптарға яуап бирергә тейеш. Фотоһүрәттәргә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  • Мөмкин тиклем ентекле документаль съёмка
  • Художестволы алымдар ҡулланыуға хоҡуҡ булмауы (күп тигәндә — дөрөҫ ракурс һәм композиция һайларға мөмкин), йәғни фотоға үҙеңдән бер нәмә лә өҫтәмәү
  • Максималь рөхсәт (полиграфик эшкәртеү өсөн)
  • Аҙаҡ эшкәртеүҙең минималь күләме (төшөргәндә үк матур төшөрөргә өйрәнегеҙ)

Түбәндә фото төшөрөүҙең ҡайһы бер параметрҙары бирелә (бөтәһен дә үтәп булмаһа ла, ынтылырға кәрәк):

  • Диафрагма f/8-f/13 тирәһе — асыҡлыҡтың тәрәнлеге арта (объектты ерлектән айырып күрһәтеү өсөн боке кәрәк булған осраҡтарҙан тыш)
  • Теле- (йәки нормаль) фокуслы алыҫлыҡ (киң мөйөшлө объективтар һүрәтте боҙа)
  • минималь ISO (һиҙгерлек)
  • Минималь выдержка (һүрәт буялмаһын өсөн)
  • Фотоһүрәт объектына аныҡ фокус
  • Кадрҙа сит объекттар булмауы (бигерәк тә төшөрөүобъекты булмаған кешеләрҙең йөҙҙәре)
  • Яҡтылыҡ үтә артҡан йә етмәгән урындар булмауы (киң таралған миҫал — эңерҙәге урамда йорттарҙың яртыһы ҡара күләгәлә, ыртыһы тура төшкән яҡты ҡояш нуры менән яҡтыртылған).
  • Аҡтың тигеҙ балансы, гамма, ҡуйылыҡ һәм контраст (эксперименттарға юл ҡуйылмай).

Ракурс ауларға түгел, ә сифатлы фотоһүрәт төшөрөргә кәрәк.

Авторлыҡ хоҡуҡтары үҙгәртергә

Күҙегеҙгә күренгәндең 66 процентын фотоға төшөрөп, Викиға йөкләргә ярамай, сөнки улар авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланған. Совет осоронда бөтә ил өсөн төшөрөлгән һүрәттәргә лә ҡағыла ул, сөнки көтмәгәндә ул һүрәттәр авторының «вариҫтары» килеп сығыуы ихтимал, ә закон улар яҡлы.

Ирекле лицензиялар аҫтында Википедияға түбәндәгеләрҙе йөкләргә ЯРАМАЙ:

  • реклама фотоһүрәттәрен (бик матур йә бик кәрәк булһа ла);
  • һуңғы 70-100 йыл тирәһе эсендә эшләнгән карталарҙың, картиналарҙың, скуольптураларҙың фотоларын (ентеклерәк: Википедия:Авторлыҡ хоҡуҡтары);
  • муляждар һәм диорамаларҙың фотоһүрәттәре (күбеһе күптән түгел эшләнгән, тимәк, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу ихтималлығы ҙур).

Википедияға түбәндәгеләрҙе йөкләргә МӨМКИН.:

  • хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең фотоһүрәттәрен;
  • урамдар, пейзаждар фотоһүрәттәрен;
  • көнкүреш әйберҙәре һәм эш ҡоралдары фотоһүрәттәрен;
  • музей экспонаттары фотоһүрәттәрен («боронғо кеше торлағы» кеүек яңы эшләнгән реконструкцияларҙан башҡаһын)

Музейҙа фотоға төшөрөү үҙгәртергә

Музейҙар бер нисә категорияға бүленә:

  • авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡланған объекттары булған музейҙар (мәҫәлән, хәҙерге заман һынлы сәнғәте музейы);
  • авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡланмаған объекттар музейҙары (аҡса музейы йә минералдар музейы), авторлыҡ хоҡуғының мөҙҙәте үткән объекттар музейҙары (Эрмитаж, Рус Музейы).

Фотоға төшөрөүгә мөнәсәбәте буйынса (бөтә музейҙар тип әйтерлек фотоға төшөрөүҙе рөхсәт итә):

  • балҡыш һәм штатив ҡулланыу тыйылған музейҙар (Эрмитаж һәм Рус Музейы шундайҙарға инә).
  • Балҡыш рөхсәт иткән музейыҙар (Артиллерия музейы, Санкт-Петербург тарихы музейы, Тимер юл музейы һ.б.)

Фотоһүрәт стиле буйынса:

  • күләмле ҙур план (көнкүреш әйберҙәре, ҡорал, наградалар һ.б.);
  • яҫы һүрәттәрҙе (картиналар, фотографиялар, иллюстрациялар) төшөрөү;
  • киң һәм үтә киң мөйөшлө ракурстар (үҙе музей экспонаты булып торған бүлмәләр), эре транспорт (тимер юл), орудиелар, караптар.

Фотоның сифатына нимәләр зыян килтерә


 
Аҫтағы зәңгәр таптар тәҙрәнән төшә. Рус Музейы, Балҡышһыҙ төшөрөлгән фото.
 
Балҡыштан, лампанан таптар бар, ләкин улар төп экспонатҡа - ҡылысҡа төшмәгән, шуға аҙаҡ фотоны эшкәрткәндә уларҙы алып ташлап була.
Файл:Разрез стекла на изображении.jpg
Экспонатты төшөрөп булмай, сөнки уны быяла бүлә, шуға төшөрөп тораһы ла түгел.

Фотографтың дошмандарының береһе ул — быяла. Бөтә ҡыҙыҡлы экспонаттар быяла артында ята. Быяла тап бирә. Балҡыштан бик көслө тап төшә. Тәҙрәнән, лампанан ул тиклем үк булмаһа ла, барыбер тап яһала. Быяла тағы бер проблема — автофокус проблемаһы сығанағы ла булып тора. Күп кенә фотоаппараттар «быялалағы саң» менән быяла артындағы әйберҙе бутай. Айырыуса аҡыллы фотоаппараттар ғөмүмән быялағы сағылышҡа фокус тоҫҡап ҡуйғылай.

Бынан тыш, таптар металда (ҡурҡыныс түгел), картиналарҙа (насар) булырға мөмкин.


Шулай итеп, фотоға төшөрөр алдынан төшөрөү мөмкинме икәнен баһалау.

Яҡтылыҡ таптары мәсьәләһе поляризациялау фильтры өлөшләтә хәл итә, тик ул дөйөм яҡтылыҡты ла юҡ итә. Поляризациялау фильтры яҡтылыҡты «ашай», шуға йә выдержканы арттырырға, йә һиҙгерлекте арттырырға, йә диафрагманы асырға тура килә, тик былар бөтәһе лә һүрәттең сифатын насарайта.

Үлсәмдәр үҙгәртергә

Ҙур габаритлы предметтарҙы төшөрөү ҙә еңел түгел. Хәрби техника музейында 20 метрлыҡ ракета установкаһын унан 2 метрҙа тороп төшөрөү мөмкин түгел. Фишай предметты төшөрөү мөмкинлеген бирә, әммә геометрик боҙолоуҙар арҡаһында һүрәт сифатһыҙ була. Бындай осраҡта йә төшөрөүҙән баш тартырға, йә ҡулай ракурс эҙләп ҡарарға кәрәк. Шул уҡ 20 метрлы ракетаны бик осло мөйөштән төшөрөргә була. Бәлки, тышҡы күренешенең фрагментын төшөрөп алғанда, бер ҙә булмағансы, исмаһам, нәмәлер була. Панорама төшөрөргә мөмкин — тик уны ҡоршап ултырыу оҙаҡ һәм яфалы була.

Ретушь — бик хәүефле процесс. Бер яҡтан, һүрәткә төҙәтеүҙәр индерге килә, икенсе яҡтан, оригиналь фотоһүрәт урынына яһалма һүрәт барлыҡҡа килеүе бар. Фотографияның маҡсаты — документаллек, ғилмилек. Һүрәттең ысынбарлыҡҡа тап килеүе «күҙҙе иркәләрлек матурлыҡҡа» ҡарағанда мөһимерәк.