Википедия:Сығанаҡ төрҙәре
Википедия мәҡәләләрен яҙғанда төрлө сығанаҡтар ҡулланыла ала. Мәҫәлән:
- Баҫма (уларҙы китапханала ғына күрергә мөмкин) йә онлайн (Интернетта була) сығанаҡтар.
- Киң файҙаланыусылар өсөн яҙылған (фәнни-популяр) йә тар белгестәргә тәғәйенләнгән сығанаҡтар.
- Башҡорт, рус йә башҡа телдәрҙә (күптәр белгән инглизсәнән алып ниндәйҙер алыҫ утрауҙағы берәй телгә тиклем) яҙылған сығанаҡтар.
- Беренсел, икенсел һәм башҡа сығанаҡтар.
- Бирелгән мәғлүмәттең темаһына бойондороҡло йә бойондороҡһоҙ сығанаҡтар, объектив булмаған йәки объектив сығанаҡтар.
Сығанаҡ һайлағанда беҙ уларҙы төрлө параметрҙар буйынса сағыштырабыҙ. Ләкин шул уҡ ваҡытта төрлө ситуацияла һайлау төрлөсә башҡарыла.
- Ирекле ҡатнашыусы мәҡәләгә мәғлүмәт өҫтәгәндә ғәҙәттә үҙе тапҡан сығанаҡтарҙы ҡуллана йәки, ғөмүмән, сығанаҡ эҙләп тормай. Википедияға мәғлүмәттең күп өлөшө Википедия принциптары менән бөтөнләй таныш булмаған осраҡлы кешеләр тарафынан өҫтәлә, — әммә улар Википедияға өлөш индереүенән ҡәнәғәтлек кисерә һәм Википедия үҙе лә тулылана. Ләкин был юл менән йыш ҡына еңел-елперәк мәғлүмәттәр индерелә: фильм ҡараған кеше — сюжетын һүрәтләй йәки титрҙарҙы күсереп ҡуя; метро станцияһы төҙөлөшө эргәһенән үткәндә: «Шундай-шундай көнгә нигеҙ соҡоро ҡаҙылып бөттө» тигән яҙма күрелеп өҫтәлә. Былай эшләү форумдарҙә хәбәрҙәр теркәп барыусылар өсөн ҡулай, әммә энциклопедия өсөн түгел.
- Шунан мәҡәләгә тәжрибәле ҡатнашыусылар килә, уны ҡағиҙәләргә ярашлы тәртипкә килтерергә тырыша. Сығанаҡһыҙ өҫтәлгән ҡайһы бер мәғлүмәттәр ҡалдырыла, ҡайһы берҙәре ҡабаттан эшкәртелә, нәмәлер теге йәки был, өсөнсө йәки дүртенсе сәбәптән сығып юйҙырыла. Мәғлүмәт сығанаҡтан тикшерелә — уларҙың мөмкин тиклем абруйлы, икенсел һәм бойондороҡһоҙ булыуы фарыз.
- Википедиялағы мәғлүмәт сығанаҡтарҙағыға тап килергә тейеш, ә уҡыусы быны күреү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Шуға күрә мәҡәләгә сығанаҡтарға һылтанмалар һәм төшөрмәләр яһау зарур. Әммә был этапта сығанаҡтарға талаптар алдағыға ҡарағанда башҡараҡ. Әгәр мәҡәләләге мәғлүмәтте табыу өсөн мөмкин тиклем ышаныслы сығанаҡ талап ителһә, уны тикшереү өсөн мөмкин тиклем анһат табыла алған мәғлүмәт кәрәк. Шунлыҡтан абруйлы тип табылған һәм мәҡәләлә ҡулланылған сығанаҡтар булһа, уларға һылтанмалар ҡуйыу өсөн сығанаҡтарҙың онлайнда булыуы, киң файҙаланыусыларға тәғәйенләнеүе һәм башҡорт йә рус телендә яҙылған булыуы мөһим.
Беренсе һәм өсөнсө этапта сығанаҡҡа талап берәү: табыу уңайлылығы. Ләкин айырма шунда: беренсе этапта сығанаҡтар нисек етте, шулай һайлана, ә өсөнсөлә — ҡағиҙәләр нигеҙендә.
Әгәр икенсе һәм өсөнсө этаптарҙы бер үк ҡатнашыусы эшләһә лә, икенсе этапта бер үк мәғлүмәтте тәҡдим иткән бер нисә сығанаҡ үтеп китеүе ихтимал, һәм ҡатнашыусы өсөнсө этапта уларҙың ҡайһыһын һылтанма сифатында ҡулланыу мәсьәләһен хәл итергә тейеш була.