Ҡалып:Ҡағиҙә ителеүе ихтимал

Пинг — берәй ҡатнашыусының иғтибарын берәй фекер алышыуға йә төҙәтеүгә йәлеп итеү ысулы. Фекер алышыуҙан йә төҙәтеүҙең комментарийынан ҡатнашыусының битенә һылтанма ҡуйғанда эшләй. Әгәр берәй биттә ниндәйҙер ҡатнашыусы йә уның ғәмәлдәре тураһында фекер алышһағыҙ, түбәндә тәҡдим ителгән ысулдарҙың береһен ҡулланып, уны телгә алыу һәйбәт булыр. Бер юлы бер нисә ҡатнашыусыға пинг ебәрергә була, тик бер юлы 50-нән артыҡты түгел[1].

Өҫкө менюла белдереү
Белдереү — асыҡ хәлдә

Техник йәһәттән пинг ебәреү Notifications (Echo) MediaWiki-киңәйеүе ярҙамында башҡарыла. Пинг ебәрелгән ҡатнашыусы уны Википедияның төп интерфейсының өҫкө меню юлында үҙенең иҫәп яҙмаһының исеме янында, шулай уҡ Ярҙамсы. Белдереүҙәр битендә күрә. Белдереүҙәр режимын һәр ҡатнашыусы көйләүҙәр битендә көйләй ала.

Пинг ебәреү өсөн фекер алышыуҙағы хәбәреңдә тейешле ҡатнашыусының иҫәп яҙмаһына ([[Ҡатнашыусы:кемдер|кемдер]]) һылтанма бирергә һәм репликаңды мотлаҡ ҡултамға (~~~~) менән ослап ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, был ошолай булырға мөмкин:

  • Кемдер, был фекер алышыуға иғтибар итегеҙ. Автор 12:01, 12 март 2016 (UTC)

Бындай осраҡта Викикод түбәндәгесә була: [[Ҡатнашыусы:кемдер|кемдер]], был фекер алышыуға иғтибар итегеҙ. ~~~~

Адресаттың имзаһы һәм исеме бер төҙәтеү менән индерелергә тейеш. Әгәр береһе йә икенсеһе һуңыраҡ өҫтәлһә, пинг эшләмәй.

Ҡатнашыусыға һылтанманы ҡулдан индереү ысулынан тыш, тағы ике ҡалып ҡулланыу уңайлы. Был ҡалыптар — {{u}} һәм {{ping}}. Улар ҡатнашыусы исемен яҙыуҙы ябайлаштыра. Төҙәтеүегеҙҙә ошо ҡалыптарҙың береһе менән имзағыҙ торорға тейеш.

Төҙәтеүҙең һүрәтләмәһендә ҡатнашыусының битенә һылтанма ҡуйһаң да, пинг эшләй. Мәҫәлән, [[Ҡатнашыусы:Кемдер|Кемдер]], ошо төҙәтеүҙе, зинһар, тикшерегеҙ.

Текста телгә алыуҙың эшләү шарттары үҙгәртергә

  • Телгә алынған ҡатнашыусының фекер алышыу битенән айырылып торған фекер алышыу биттәренең эске бүлектәренә йә проекттар эсенә (мәҫәлән, «Википедия») ҡуйылған хәбәрҙәр өсөн генә эшләй;
  • хәбәрҙә ҡатнашыусының ҡултамғаһы (йәғни хәбәр ебәргәндә дүрт (~~~~) йә өс (~~~) тильда, һуңынан улар ҡултамғаны барлыҡҡа килтерә) булһа ғына эшләй;
    • был осраҡта ҡултамғағыҙҙа һеҙҙең ҡатнашыусы битенә, һеҙҙең фекер алышыу битенә йә локаль викиҙа һеҙҙең өлөш битенә һылтанма (ике ҡатлы йәйәлә [[ ]]) булһа ғына эшләй;
  • төҙәтеү яһағанда бер юл да алып ташланмаһа ғына эшләй;
  • бер юлы 50 ҡатнашыусыға ғына хәбәр ебәрелә ала. Артып китһә, белдереүҙәр ебәрелмәй;
  • версияларҙы сағыштырыу яңы юлдар өҫтәү булып танылырға тейеш, ә булғанды үҙгәртеү булып түгел;
  • ҡатнашыусы үҙ хәбәренә ҡултамғаһын ҡуйырға тейеш. Хәбәрҙә ят ҡултамға булырға тейеш түгел;
  • хәбәр бығаса йәшәп килгән бүлектә яҙыла (версияларҙы сағыштырғанда бүлеккә яңы баш өҫтәү булмаһын) йә яңы башлы бүлек асып яҙыла (версияларҙы сағыштырыуҙа үҙгәртеү бүлеккә яңы баш өҫтәүҙән башлана). Тик икенсе (==) һәм унан юғарыраҡ кимәлдәр өсөн генә;
  • пинг ебәрелгән ҡатнашыусыларға һылтанмалар ҡалыптың эсендә булырға ла, булмаҫҡа ла мөмкин. Версияларҙы сағыштырғанда система ҡалыптарҙы бороп ҡуя;
  • разметка даими дәүмәлдәрҙә анализланып тора. Ҡатмарлы разметка хаталы һөҙөмтә бирергә мөмкин.

Төҙәтеүҙе һүрәтләүҙә телгә алыуҙың эшләү шарттары үҙгәртергә

  • Түбәндәге осраҡтарҙа эшләй:
    • ҠШБ-ға һылтанма ҡуйылһа:
        [[Ҡатнашыусы:Кемдер берәү]]
        [[У:Кемдер берәү|Кемдер берәү]]
    • хәбәрҙә ҡултамға ~~~~ булһа.
  • Эшләмәй:
    • түбәндәге ҡалыпты ҡулланғанда:  N {{ping|Кемдер берәү}}
    • һылтанма алдына ике нөктә ҡуйғанда:  N [[:Ҡатнашыусы:Кемдер берәү]]
    • бот эшләгән төҙәтеүҙәрҙә
    • кире ҡаҡҡанда кире ҡағыу тураһында ғына хәбәр ебәрелә: әгәр ҡатнашыусы кире ҡағыу тураһында хәбәрҙәрҙе һүндергән булһа, ул хәбәр алмай
  • Пинг күп тигәндә егерме ҡатнашыусыға ебәрелә.

Төҙәтеүҙәр өсөн рәхмәт белдереү үҙгәртергә

Башҡорт Википедияһында медиавики Thanks («Рәхмәт») модуле тоҡандырылған. Ҡатнашыусыға төҙәтеүе өсөн рәхмәт әйтеү өсөн биттең «Тарих» һалынмаһында «рәхмәт әйтергә» һылтанмаһына баҫырға кәрәк. Ҡатнашыусы үҙенең төҙәтеүенә һылтанма менән рәхмәт әйтелеүе тураһында белдереү аласаҡ.

Алынған һәм ебәрелгән рәхмәт әйтеүҙәр статистикаһы Ҡатнашыусы: MBH/Лайктар битендә бирелә (һәр айҙың башында яңыртыла).

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә