Википедия:Метапедизм

Ҡалып:Эссе

Мета-википедист, йәки ҡыҫҡартыулы — метапедист (эндопедист) — Википедияның эске эштәренә, йәғни уның социаль яғына һәм мәҡәләләрҙе «техник» мөхәррирләүгә күберәк ваҡыт бирә торған ҡатнашыусы. Ҡапма-ҡаршыһы — экзо-википедист, йәки экзопедист.

Интернетта вики-проекттар үҫешеүенә бәйле, төшөнсәләрҙе социаль, техник һәм ике аралағы метапедизмға бүлеү барлыҡҡа килде.

Социаль метапедизм миҫалдары:

  • төрлө фекер алышыуҙарҙа, тауыш биреүҙәрҙә, ҡағиҙәләр эшләүҙә, һайлауҙарҙа, проекттар эшендә әүҙем һәм оҙайлы ҡатнашыу. Үтә мауығыу вики-карьеризмға (билдәле бер вики-статус алырға һәм ҡулланырға тырышыу) килтереүе ихтимал;
  • яңы килеүселәрҙе сәләмләү, уларҙың һорауҙарына яуап биреү.

Күпселек «социометапедистар» Википедияла аралашыусан була, мәҡәләләр буйынса фекер алышыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша, ВИКИПЕДИЯ:Ю, ВИКИПЕДИЯ:Хаким статусына ғаризалар, Википедия:Рецензиялау һәм Википедия тураһында һүҙ барған башҡа биттәрҙә йыш күренә, тейешле ордендар менән бүләкләнә.

Техник метапедизм миҫалдары:

  • категориялаштырыу (сөнки белемдәрҙе классификациялау белемдәрҙең үҙе кеүек үк мөһим);
  • бәйләүҙәрҙе арттырыу (мәҡәләләрҙең бер-береһенә бәйләнеүе);
  • был эшмәкәрлек өсөн һәйбәт боттар булдырыу һәм көйләү
һәм башҡалар.

Ике аралағы метапедизм миҫалдары:

  • мәҡәләләргә уларҙың темаһы буйынса мәғлүмәт өҫтәмәгән һәм үҙгәртмәгән, ә башҡаларҙы шуға саҡырған ҡалыптар ҡуйыу, мәҫәлән, {{Википедия:Ҡалыптар/Тамамланмаған мәҡәләләр}} (төрлө билдәләр буйынса бүленгәндәре күп), {{мәҡәләнең стиле}}, {{rq}}, {{сығанаҡ}}, {{сығанаҡтар юҡ}}, {{әһәмиәте}}; ҡайһы берҙә мәҡәләлә теманы баһалау һәм ҡалыптар ҡуйыу бик үк ябайҙан булмай, ҡалыптар мәҡәләне камиллаштырыу өсөн сифатлы сығанаҡ талап итә, мәҫәлән, {{тәржемә итергә}}, {{тәржемә ителмәгән}} (был икеһе — Википедияның башҡа телдәге бүлегенән алынған мәҡәләләргә ҡуйыла);
  • вандализмды бөтөрөү;
  • мәҡәләләрҙән күрәләтә һәм ябай рекламаны һәм спамды юйҙырыу (ябай булмағандары баһалау йәһәтенә ҙур эш талап итә);
  • мәҡәләләрҙең үҙҙәрен юйҙырыуға/яҡшыртыуға/берләштереүгә һ. б. ҡуйыу;
  • тексҡа өҫтәү яһамайынса патрулләү (ҡайһы берҙә сығанаҡтарҙы сағыштырып тикшереү талап ителә, был метапедизмға инмәй тиерлек);
  • ярҙамсы биттәрҙе йыйыштырыу
һәм башҡалар.

Ҡатнашыусыларҙың бөтә төр берләшмәләре ғәмәлдә метапедистик булып тора. Унан тыш, Association of Metapedianist Wikipedians тип аталған махсус инглиз телле төркөм бар. Ҡалып:Userbox/МетапедистМетапедист ҡатнашыусылар үҙҙәренең шәхси биттәренә тейешле ҡалыптарҙы ҡуя ала.

«Метапедист» төшөнсәһе башҡа вики-проекттарҙа ла ҡулланыла ала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә