Википедия:Дөрөҫлөк

Ҡалып:Эссе

 

Википедия абруйлы сығанаҡтар нигеҙендә яҙыла. Википедияның төп ҡағиҙәләренең береһе — мәғлүмәтте Википедияға индереү өсөн нигеҙ булып уның «ысынлығы» түгел, ә тикшерелә алыусанлығы тора. Бындай раҫламанан Википедияны ысынлыҡ ҡыҙыҡһындырмай тигән ялған фекер тыуыуы мөмкин. Ләкин улай түгел. Википедияның маҡсаты — дөрөҫ, теүәл энциклопедия ижад итеү. Йәғни һеҙ Википедияла үҙегеҙ дөрөҫлөгөн белгән, ләкин улар тураһында абруйлы сығанаҡтар яҙмаған факттарҙы яҙа алмайһығыҙ. Киреһе лә дөрөҫ түгел. Википедияға, абруйлы сығанаҡтарҙа раҫламалары булған хәлдә лә, хата мәғлүмәтте яҙырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта фекер тураһындағы факт (шундай-шундай сығанаҡ шулай-шулай тип раҫлай тип) Википедияға индерелергә мөмкин (фекер тураһындағы факт әһәмиәтле булған осраҡта, ҡарағыҙ: ВИКИПЕДИЯ:НҠ, ВИКИПЕДИЯ:МАРГ).

Дөрөҫлөк

үҙгәртергә

Фәндән айырмалы, Википедияның маҡсаты хәҡиҡәт урынлаштырыу түгел — Википедияла оригиналь тикшеренеүҙәр тыйыла. Шулай уҡ Википедия дөрөҫлөгө дәлилләнгән һәм тикшерелә алған факттарҙы ғына яҙырға тейеш.

Абруйлыларға һуҡырҙарса ышанырға ярамай

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
  Әгәр беренсел сығанаҡты ҡарамайынса икенселде генә ҡулланғанда нимә була

Теләһә ниндәй, хатта иң абруйлы сығанаҡтарҙа ла хаталар булырға мөмкин. Википедия абруйлы сығанаҡтарға таянһа ла, айыҡ аҡыл менән иҫәпләшмәй булмай.

Күрәләтә хата раҫламаларҙы Википедияға күсерергә ярамай. Ҡағиҙәләргә ярашлы, мәҡәлә яҙғанда беренсел материалды уны хилаф килтермәйенсә файҙаланған икенсел сығанаҡҡа таянырға кәрәк. Шулай итеп, икенсел сығанаҡтарҙы ҡулланғанда уларҙың беренсел сығанаҡтарҙы дөрөҫ итеп ҡулланыуын тикшереү ҡамасауламай. Мәҫәлән, әгәр һеҙ фәнни асыш хаҡында киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан хәбәргә нигеҙләнеп яҙһағыҙ, журналистарҙың ғилми журналда баҫтырылған фәнни асыштың асылын дөрөҫ аңлап, боҙмайынса һөйләп биреүе менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Был бигерәк тә етди дәлилләүҙәр талап иткән ғәҙәти булмаған раҫламаларға ҡағыла.

Әммә был абруйлы сығанаҡта яҙылған һәм һеҙ ризалашмаған һәр раҫламаны хата тип иғлан итә алыуығыҙҙы аңлатмай. Википедия мөхәррирҙәрҙең шәхси фекерҙәренә нигеҙләнергә тейеш түгел. Әгәр раҫлама абруйлы сығанаҡ менән раҫланған булһа, уның дөрөҫ түгеллеген иҫбатлау йөгө сығанаҡты хаталы тип ныҡышҡан ҡатнашыусы иңенә ята. Ябай осраҡтарҙа айыҡ аҡылға был асыҡ күренеп тора: баҫма хатаһы, асыҡтан-асыҡ ҡапма-ҡаршылыҡтар, әгәр был башҡа ҡатнашыусыларҙа һорауҙар тыуҙырмаһа, юйҙырыла ала. Ҡатмарлы осраҡтарҙа хаталы мәғлүмәттәрҙе юйҙырыу өсөн ышаныслы сығанаҡтан алынған нигеҙле дәлилдәр кәрәк. Ниһайәт, ниндәйҙер бер раҫламаның хата булыуын иҫбатлау өсөн абруйлы сығанаҡ табыу етә. Бәхәсле осраҡтар консенсус эҙләү юлы менән хәл ителә.

Хаталар тураһында ҡасан яҙырға була

үҙгәртергә

Әгәр теге йәки был фекерҙе хаталы булыуын йә шул-шул сығанаҡта хата барлығын асыҡтан-асыҡ раҫлап торған АС булһа, был хаҡта Википедияла яҙырға мөмкин. Әгәр сығанаҡтағы мәғлүмәт башҡа сығанаҡтарға йә айыҡ аҡылға асыҡтан-асыҡ ҡаршы килһә, әммә был мәғлүмәтте хаталы тип раҫлаған сығанаҡтар булмаһа, шикле мәғлүмәтте алып ташларға кәрәк. Абруйлы сығанаҡ булмаһа, Википедия мәҡәләһенә теге йәки был мәғлүмәт хаталы тип өҫтәргә ярамай, сөнки был оригиналь тикшеренеү булыр ине.

Нимә эшләргә

үҙгәртергә

  Үрҙә әйткәндәрҙән сығып, тупаҫыраҡ булһа ла, түбәндәге тәҡдимдәрҙе бирергә була:

  1. Әгәр ситлектә филде күреп торһағыҙ ҙа, был фил тигән сығанаҡ булмаһа, был хаҡта яҙырға ярамай — был ОРИССА.
  2. Әгәр ситлектә филде күрһәгеҙ, әммә абруйлы сығанаҡта был буйвол тиелһә, был ситлектә фил тип яҙырға ла (ОРИССА), был ситлектә буйвол тип яҙырға ла (биш таған ҡағиҙәһенә ҡаршы килә) ярамай. Шул уҡ ваҡытта, әгәр кемдер ситлектә буйвол тип яҙып ҡуйған булһа, был мәғлүмәтте, аңлатмалар яҙып, юйҙыра алаһығыҙ, ләкин сығанаҡта хата булыуын иҫбат итергә әҙер булығыҙ: ситлектә фил икәне белгес түгел кешегә лә күренеп торорға тейеш.
  3. Әгәр һеҙ ситлектә филде күрһәгеҙ, ә абруйлы сығанаҡ уны фил менән еңел бутап була торған буйвол тип раҫлаһа (йәки профилле күп АС-тар уның буйвол булыуы менән ризалашһа), үҙ күҙегеҙгә үҙегеҙ ышанмағаҙ — һис шикһеҙ тик сығанаҡтарға эйәрегеҙ.
  4. Әгәр бер сығанаҡтар ситлектә фил тиһә, икенселәре буйвол тиһә, һеҙгә төрлө сығанаҡтарҙағы төрлө фекерҙәрҙе төрлө сығанаҡтарҙа Википедия:Мәҡәлә эстәлегендәге нисбәтлелек буйынса баһаларға, һәм бер фекер ҙә маргиналь тип табылмаһа, ВИКИПЕДИЯ:НҠ ярашлы, икеһен дә бирергә кәрәк булыр. Әгәр икеһенең дә әһәмиәтлелек кимәлен билдәләп булмаһа, ситлектә нимә икәнлеген яҙмаҫҡа, ләкин мәҡәләнең фекер алышыу битендә сығанаҡтарҙағы ҡараштар айырымлығын күрһәтергә кәрәк. Википедияның тулы түгеллеге — дөрөҫлөккә зыян килтереүгә ҡарағанда бәләкәйерәк гонаһ.
  5. Әгәр филле ситлектә буйвол тора тип раҫлауҙы хата тип атаған АС булһа, мәҡәләлә уға һылтанма бирергә кәрәк.
  6. Һәр осраҡта мәсьәлә буйынса фекер айырымлыҡтары консенсус эҙләү юлы менән хәл ителә.