Болгария-Византия һуғыштары

(Византия-болгар һуғыштары битенән йүнәлтелде)

Византия-болгар һуғыштары (болг. Българо-византийски войни)- Болгария һәм Византия араһында Балҡан ярымутрауында өҫтөнлөк өсөн хәрби бәрелештәр серияһы

Византия-болгар һуғыштары
Дата

680—1355

Урыны

Византия империяһы, Болгар батшалығы

Сәбәбе

Балҡан ярымутрауында өҫтөнлөк өсөн

Нәтижә

Билдәһеҙ

Ҡаршы тороусылар

Византия империяһы

Беренсе Болгар батшалығы

Командирҙар

Константин IV
Константин V
Никифор I
Феофил
Иоанн I Цимисхий
Василий II
Иоанн III Дука Ватац
Михаил Глава Тарханиот
Андроник III Палеолог

Заверган
Аспарух
Тервел
Крум
Исбул
Симеон I
Самуил
Ивац
Пётр IV
Иван Асен I
Калоян
Феодор Святослав
Иоанн-Александр

 Болгария-Византия һуғыштары Викимилектә

Һуғыштар VI быуатта, Һун державаһы тарҡалғандан һуң, болғарҙар тәүге тапҡыр Балҡан төбәгендә телгә алынған осорҙан, башлана. 501 йылда болғарҙар Фракия һәм Мезияға — Византия империяһына беренсе тапҡыр баҫып инә. Император Анастасий I (491-518) үҙенең исеме менән аталған оҙон сик диуары төҙөй, әммә бының менән сик буйы провинцияларын ҡотҡара алмай. 538 йылда, император Бөйөк Юстиниан I (527-565) идара иткән осорҙа, болғарҙар ҡабаттан Мезияға баҫып инә, әммә бында хәрби етәксе Мунд уларҙы ҡыйрата. 559 йылда болгар юлбашсыһы Заберган күп һанлы атлы ғәскәр менән боҙ буйлап Дунай аша сыға һәм Константинополгә һәләкәтле барымта яһай, һәм ҡала полководец Велизарийҙың хәрби сәнғәте арҡаһында ғына ҡотҡарыла.

Болғарҙар яҡынса 680 йылда Түбәнге Дунайҙа төпләнгәндән һуң бәрелештәр көсәйгән. 679 йылда болғар башлығы Аспарух (Испериг) Молдавияға һөжүм итә һәм император Константин Погонатты тар-мар итә, унан һуң болгарҙар, Түбәнге Мёзияға таралып, Варнаға тиклем инә, император бик ҙур ташламалар эшләп кенә тыныслыҡ килешеүе төҙөй. 705 йылда император Юстиниан II ярҙамы өсөн Тервел ханға Балҡандың көньяғында Фракияның бер өлөшөн ала.

Византийҙар һәм болгарҙар VIII быуат дауамында үҙгәреүсән уңыш менән бәрелешеүен дауам иткән. Болғар дәүләтенең аҡрынлап көсәйеүе йәнә Византия империяһына ҡаршы һуғыштар асыуға килтергән. Крум хан (797-814) император Никифор I Геник менән һуғыш башлай (802-811), Дакияға баҫып инә, Византия ғәскәрҙәрен ҡыйрата һәм императорҙың үҙен үлтерә (811 йылдың 25 июлендә), Адрианополде (Одрин) ала һәм Константинополде ҡамай. Ләкин ҡамау барып сыҡмай, һәм Крум ҙур табыш менән ҡайтырға мәжбүр була. 813 йылда болгарҙар тағы һөжүм итә, ләкин император Лев V Әрмән (813-820) Месемврия эргәһендә Крумды еңә һәм был еңеү менән бер нисә йылға сик буйы провинцияларын хәүефтән һаҡлай алған. 814 йылда Крум үлгәндән һуң уның улы Омуртаг утыҙ йыллыҡ тыныслыҡ килешеүе төҙөй.

894-896 йылдарҙа киләһе ҙур һуғыш ваҡытында Болгария батшаһы Симеон I (888-927) византийҙарҙы еңеп, ҙур Көнсығыш Европа империяһын ойошторорға маташа, ләкин уның хыялдары тулыһынса тормошҡа ашмай. Симеон ике тапҡыр Адрианополды ала һәм 4 тапҡыр Константинополды ҡамай; 913 йылда унда уны Батша итеп тәхеткәә ултырталар, ә һуңынан Болгария өсөн отошло шарттарҙа килешеүгә ҡул ҡуйыла, хәҙер Симеон Византия эштәренә ҡыҫыла ала. Болгарияға ҡайтҡас, уға «болгарҙар һәм гректар (ромеевтар) батшаһы» тип таж кейҙерелә. Ләкин ул иртәрәк еңеүҙе байрам итергә йыйынған, Византия килешеүҙе боҙа. 917 йылда ул Ахелой янында грек ғәскәрҙәрен ҡыйратҡан һәм ҙур табыш алған.

969 йылда гректар рус кенәзе Святослав Игоревичты болгарҙарға ҡаршы саҡыра. Святослав бөтә көнсығыш Болгарияны яулап ала һәм һуңынан ҡоралды гректарҙың үҙҙәренә ҡаршы бора. 971 йылда Византия императоры Иоанн I Цимисхий көсһөҙләнгән Беренсе Болғар батшалығының күпселек өлөшөн яулап ала, рустар, бәшнәктәр, мадьярҙар һәм хорваттар менән һуғышып, Борис II батшаны еңеп, Болгарияның баш ҡалаһы Преславты яулап ала. Цимисхий Святославты Доростолда (Силистрия) бикләнергә һәм яулап алынған биләмәне ҡалдырып китергә мәжбүр итә, унан һуң Болгария (972) бер ни тиклем ваҡытҡа грек провинцияһына әүерелә.

980-се йылдарҙа Болгария батшаһы тип иғлан ителгән Самуил гректарҙы ҡыҫырыҡлап сығара һәм император Василий II Болгаробоец (975—1025) менән һуғыш башлай, Ахтимон янында император ғәскәрен ҡыйратып, Фракияны, Македонияны һәм Грецияның бер өлөшөн бөлгөнлөккә төшөрә, ләкин һуңынан Белашица янында ҡаты еңелә. Василий II Болгаробоец етәкселегендәге Константинополь 1018 йылда Клейдион эргәһендәге алыш һөҙөмтәһендә (1014 йыл) Болгарияны тулыһынса яулай. Болгария, һуғыштар тамамланғандан һуң, 170 йыл дауамында Византия императорҙары күҙәтеүе аҫтында була.

1040-1041 йылдарҙа, шулай уҡ 1070-се һәм 1080-се йылдарҙа византия идараһына ҡаршы ихтилалдар була, ләкин улар уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Әммә 1185 йылда болгар батшаһы Пётр IV һәм Иван Асень I ихтилал бавшлай, һәм көсһөҙләнгән Византия империяһы, үҙенең эске династия проблемаларын хәл итеү кәрәклегенән, ихтилалға ҡамасаулай алмай. Ихтилал һөҙөмтәһендә Икенсе Болғар батшалығы барлыҡҡа килә.

1204 йылда IV тәре йөрөтөүселәр походында ҡатнашыусылар Константинополды яулағас, Болгария императоры Калоян улар менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға маташа, ләкин күптән түгел төҙөлгән Латин империяһы болгарҙар менән союз буйынса теләһә ниндәй тәҡдимде лә кире ҡаға. Үҙенең һалҡын ҡабул итеүе арҡаһында Калоян Константинополь ҡолатылғандан һуң ойошторолған Византия дәүләттәренең береһе, Никея империяһы менән союзға инә, һәм был районда тәре йөрөтөүселәрҙең власын кәметә. Бер туған ҡустыһы Борил Латин империяһы менән союзға инеүенә ҡарамаҫтан, Борилдың вариҫтары, уларҙың яғынан һөжүм дауам итеүенә ҡарамаҫтан, никейҙар яғына баҫҡан.

Латин империяһы ҡолағас, византийҙар, болгар граждандар һуғышынан файҙаланып, Фракияның бер өлөшөн баҫып ала, әммә болгар батшаһы Феодор Святослав Тертер Скафид янындағы алышта был ерҙәрҙе яулап ала. XIV быуаттың 20-се һәм 30-сы йылдарында Византия менән Болгария араһында һуңғы күләмле конфликттар була, ә 1332 йылда Византия һәм Болгария армиялары һуңғы тапҡыр Русокастро янындағы ҙур алышта осраша. Артабан, төрөктәр 1393 йылда болгар баш ҡалаһын һәм 1453 йылда византий баш ҡалаһын баҫып алғанға тиклем, ике дәүләт араһында ваҡ-төйәк бәрелештәр генә була.

Әһәмиәтле һуғыштар

үҙгәртергә
Һуғыш Датаһы Болгар хәрби начальнигы Византий хәрби начальнигы Еңеүселәр
Онгал янындағы алыш 680 Аспарух Константин IV болгарҙар
Анхиало янындағы алыш (708) 708 Тервел Юстиниан II болгарҙар
Маркели янындағы алыш (756) 756 Винех Константин V византийҙар
Ришкий үткәүеле янындағы алыш 759 Винех Константин V болгарҙар
Анхиало янындағы алыш (763) 763 йылдың 30 июне Телец (Болгария ханы) Константин V византийҙар
Берзития янындағы алыш 774 йылдың октябре билдәһеҙ билдәһеҙ византийҙар
Маркели янындағы алыш (792) 792 Кардам Константин VI Һуҡыр болгарҙар
Болгар-византий һуғышы (807—815)]]
* Струм янындағы алыш
* Сердиканы ҡамау (809)]]
* Вырбиш тарлауығындағы алыш (811 йылдың 26 июле)
* Версиникия янындағы алыш (813 йылдың 22 июне)
* Адрианополды ҡамау (813)]]
* Константинополды ҡамау (813)]]
* Месембрия янындағы алыш
* Болгар-византий килешеүе (815/816)]]
807—815 Крум
Омуртаг
билдәһеҙ
Никифор I
Михаил I Рангаве
Лев V Армянин
болгарҙар
Булгарофигона янындағы алыш 896 йылдың йәйе Симеон I Лев Катакалон болгарҙар
Ахелой янындағы алыш 917 йылдың 2 авгусы Симеон I Өлкән Лев Фока болгарҙар
Катасирта янындағы алыш 917 йылдың авгусы Симеон I Лев Фока болгарҙар
Пига янындағы алыш март 922 Феодор Сигрица Пофос Аргирос болгарҙар
Константинополь янындағы алыш (922) 922 йыл билдәһеҙ Сактикий болгарҙар
Траян Ҡапҡалары янындағы алыш 986 йылдың 17 авгусы Самуил (Болгария батшаһы) Василий II Болгаробойца болгарҙар
Фессалоника янындағы алыш (996) 996 йылдың йәйе Самуил Григорий Таронит болгарҙар
Сперхей янындағы алыш 996 йылдың 16 июле Самуил Никифор Уран византийҙар
Скопия янындағы алыш 1004 Самуил Василий II византийҙар
Крет янындағы алыш 1009 йыл Самуил Василий II византийҙар
Фессалоника янындағы алыш (1004) 1014 йылдың июле Несторица Феофилакт Ботаниат византийҙар
Клейдионе янындағы алыш 1014 йылдың 29 июле Самуил Василий II византийҙар
Струмицеа янындағы алыш 1014 йылдың авгусы Гавриил Радомир Феофилакт Ботаниат болгарҙар
Битол янындағы алыш (1015) 1015 йылдың көҙө Ивац Георгий Гонициат болгарҙар
Сетине янындағы алыш 1017 йылдың көҙө Иван Владислав Василий II византийҙар
Диррахия янындағы алыш (1018) 1018 йылдың феврале Иван Владислав Никита Пегонит византийҙар
Фессалоника янындағы алыш (1040) 1040 йыл Пётр II Делян Михаил IV Пафлагонлы болгарҙар
Фессалоника янындағы алыш (1040, икенсе) 1040 йылдың көҙө Алусиан билдәһеҙ византийҙар
Острово янындағы алыш 1041 йыл Пётр II Делян Михаил IV византийҙар
Ловечты ҡамау 1190 йылдың яҙы билдәһеҙ Исаак II Ангел болгарҙар
Тревнен үткәүеле янындағы алыш 1190 йылдың яҙы Иван Асень I Исаак II Ангел болгарҙар
Аркадиополь янындағы алыш (1194) 1194 йыл Иван Асень I Василий Ватаци болгарҙар
Серра янындағы алыш 1196 йыл Иван Асень I Исаак болгарҙар
Варнаны ҡамау (1201) 1201 йылдың 21—24 марты Калоян (Болгария батшаһы) билдәһеҙ болгарҙар
Клокотница янындағы алыш 1230 йылдың 9 марты Иван Асень II Феодор Комнин Дука болгарҙар
Адрианополь янындағы алыш (1254) 1254 Михаил I Асень Феодор II Ласкарис византийҙар
Девин янындағы алыш 1279 йылдың 27 июле Ивайло Мурин болгарҙар
Скафид янындағы алыш 1304 йыл Феодор Святослав Тертер Михаил IX Палеолог болгарҙар
Русокастро янындағы алыш 18 июля 1332 йылдың 18 июле Иван Александр Андроник III Палеолог болгарҙар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Греко-болгарские войны // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.