Веринг йәһүд зыяраты

Веринг йәһүд зыяраты (нем. Jüdischer Friedhof Währing, шулай уҡ Friedhof Israelitischer Währing) — Австрияның баш ҡалаһы Вена ҡалаһының Веринг районындағы йәһүд зыяраты[2].

Веринг йәһүд зыяраты
нем. Jüdischer Friedhof Währing
Нигеҙләү датаһы 1784
Рәсем
Дәүләт  Австрия[1]
Административ-территориаль берәмек Вена һәм Дёблинг[d][1]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Döbling[d]
Мираҫ статусы объект архитектурного наследия Австрии[d][1]
Адрес Schrottenbachgasse 3[1]
Карта
 Веринг йәһүд зыяраты Викимилектә

Веналағы Йәһүд мәҙәниәте йәмғиәте ағзаларын ерләй торған урын булған (Kultusgemeinde Wien Israelitische).

1784 йылда зыярат асылғас, Вена йәһүдтәр ойошмаһының төп ҡәберлеге була. 1880 йылда уны ябып, нацистик идара итеү ваҡытында өлөшләтә емертелгәндән һуң, әлеге ваҡытта зыярат ябыҡ, кеше өсөн хәүеф тыуҙырып, емерек хәлгә килә. 2006 йылдан федераль һәм урындағы кимәлдәге сәйәсмәндәр, шулай уҡ эксперттар араһында зыяратты тергеҙеү тураһында фекер алышыуҙар алып барыла[3].

Зыяратта 30 000 самаһы кеше ерләнгән. Был ғаилә ҡәберлегенә һуңғы ерләү 1911 йылда була. Яҡынса 1900 йылда ябыҡ зыярат үҙәгендә йүкә аллеяһы ултыртыла.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында, зыярат хәүеф аҫтында булған саҡта, йәһүд аҡһаҡалдары Советы Вена Үҙәк зыяратының был өлөшөндә эксгумацияға һәм ерләүгә рөхсәт бирә. 2000-дән ашыу ҡәбер бомбанан һаҡланыу урыны төҙөү эштәре ваҡытында емертелә. Һуғыштан һуң зыярат Венаның йәһүд ойошмаһы общинаһына тапшырыла.

Зыярат композицияһы

үҙгәртергә

Зыяратҡа ҡапҡа аша инеү урынында мәйеттең кәүҙәһен йәһүд йолаларына ярашлы әҙерләү өсөн ҡулланылған бина урынлашҡан — неоклассик архитектураһы өлгөһө булып торған Тума һәм Тахара урынлашҡан, ул Австрияның архитекторы Йозеф Корнхойзель тарафынан төҙөлә. Йүкә аллеяһы зыяраттың иҫке өлөшөн ерләү өсөн ҡулланылған аллеянан айыра. Некрополдың төньяҡ өлөшөндә уның сефард секцияһы бар. Төп аллея буйлап дин әһелдәренең ҡәберҙәре (коэн) урынлашҡан.

Ҡәберлектәге билдәле шәхестәр:

  • Фон Арнштейн ғаиләһе — баронесса Фанни фон Арнштейн, һарай йәһүде Даниэль Ицигтың ҡыҙы. Фанни Арнштейн һөлдәһе, нацистар тарафынан ҡаҙып алынып, Веналағы тәбиғәт тәбиғәт фәндәре музейына «ғилми маҡсаттар» өсөн тапшырыла. Ошондай уҡ яҙмышҡа башҡа бер нисә ҡәбер дусар була;
  • Эпштейн ғаиләһе — сәнәғәтсе һәм банкир Густав фон Эпштейн туғандары, үҙе ул Венаның үҙәк зыяратының Израиль бүлексәһендә ерләнгән;
  • Кенигсвартер ғаиләһе — Австрия банкиры, Вена дини ойошмаһы президенты була.

Шулай уҡ бында ерләнгән:

  • Блюм Роберт — 1848 йылғы март революцияһы ваҡытында сәйәсмән;
  • Соломон фон Мозенталь — драматург;
  • Эскелес, Бернхард фон — банкир;
  • Хофманнб Исаак — сауҙагәр;
  • Горовитц Лазарь — Вена төп йәһүд общинаһы раввины;
  • Маннхеймер Исаак — раввин;
  • Майнц Вертхаймбер 1777—1836) — толерант йәһүд.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә