Венгрияла ҡатын-ҡыҙ

ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеү өсөн көрәшеүселәр, феминистик хәрәкәттәр айырым һөҙөмтәләргә өлгәшкән

Венгрияла ҡатын-ҡыҙҙар венгр йәмғиәтен формалаштырыуҙа ҙур роль уйнаған, бигерәк тә һуңғы 200 йыл эсендә. Ҡатын-ҡыҙ образын формалаштырыуға дин үҙ өлөшөн индергән (рим католицизмы, лютеранлыҡ, кальвинизм һәм өлөшләтә православие), тарих барышы (коммунистик идеология) һәм Венгрияның евроинтеграция процесы. Әлеге ваҡытта Гендер тиңһеҙлеге индексында 42-се урын биләй; Венгрия парламентында ҡатын-ҡыҙҙар уртаса 10,1 % урын биләй[1]; 93,2 процент 25 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың 93,2 % урта белемгә эйә булған, 57,8 % рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан[2]. Global Gender Gap Report рейтингында Венгрия 87-се урынды биләй[3].

Венгрияла ҡатын-ҡыҙ
Рәсем
Дәүләт  Венгрия
 Венгрияла ҡатын-ҡыҙ Викимилектә
Венгр крәҫтиән ҡатын-ҡыҙы, XVII быуат

Беренсе донъя һуғышы алдынан

үҙгәртергә

1790 йылда Петер Барань венгр дворянлығының Милли йыйылышына дворян ҡатын-ҡыҙҙарға йыйылыштың эшмәкәрлеген күҙәтеү хоҡуғын биреү үтенесе менән ғариза биргән, сөнки ҡатын-ҡыҙ үҙ тыуған иленә тоғро яңы быуынды тәрбиәләй ала, тип иҫәпләгән. Әммә йыйылыш был ғаризаны кире ҡаҡҡан[4]. 1817 йылда Венгрияла Пештерҙың хәйриә йәмғиәте — тәүге ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы төҙөлгән. Быуат аҙағына илдә шуға оҡшаған бер нисә йөҙ ойошма булған, әммә улар сәйәси әһәмиәткә эйә булмаған[4].

XIX быуат урталарында ҡатын-ҡыҙҙар урта белем алыу хоҡуғына эйә булған, 1895 йылда университетта фәлсәфә фәне, медицина һәм фармацевтика фәндәрен өйрәнеү мөмкинлеге бирелгән[4]. Хоҡуҡ һаҡлау яҡлылар үҙ тырышлыҡтары менән Австро-Венгрия ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын киңәйткән. 1904 йылда, ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуҡтары биреү өсөн көрәшеүсе, өс тапҡыр парламентҡа юллау хаты тапшырһа ла, уңышһыҙлыҡҡа осраусы Розика Швиммер Венгрияла Феминист ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһына нигеҙ һала[4]. Ир-ат өсөн Ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы биреүҙе яҡлаған ир-аттар лигаға 1910 йылда нигеҙ һалына, ә 1913 йылда Будапешт ҡалаһында Халыҡ-ара суфражистарҙың ҡатын-ҡыҙ альянсының 7-се съезы үткән[4]. Феминист ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы Будапешт ҡалаһы властары менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса хеҙмәттәшлек иткән, һәм шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ проблемалары тураһында журнал баҫтырып сығарған[4]. Социал-демократтар һәм кдериктарҙың Милли федерацияһы рәттәрендә лә шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар булған[4].

Һуғыш араһындағы йылдар

үҙгәртергә

Бойондороҡһоҙ Венгрия милли дәүләт булараҡ билдәләнә, шуға күрә ҡатын-ҡыҙ хәрәкәте лә яңы шарттарға яраҡлашырға тура килгән[5]. 1919 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡыт Бела Кун етәкселегендәге коммунистар власта торған, һәм феминист ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнөң абруйы аҙая һәм аҙая барған. Уларға йәшерен эш подполье йәйелдерергә, коммунистар һәм һул радикалдар менән яңы мөнәсәбәттәр булдырырға тура килгән. Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшләтә үҙҙәренең һайлау хоҡуҡтарын киңәйтеүгә, Парламентта эшләү хоҡуғы өлгәшкән. Ҡатын-ҡыҙҙар Милли берҙәмлек партияһы менәнһәм Христиан ҡатын-ҡыҙ лагеры менән хеҙмәттәшлек иткән . Илдә партияларҙың сәйәси йоғонтоһо үҫеше арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә иғтибар йәлеп иткән һәм Венгрияның киләсәк быуыны — бала әсәһе булараҡ[5]. уларға ярҙам күрһәтелгән заручиться. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ла ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары киңәйгән[5].

Суфражизм

үҙгәртергә

1922 йылда венгр ҡатын-ҡыҙҙарына өлөшләтә һайлау хоҡуғы, ә тулыһынса — 1945 йылда бирелгән[6], ләкин Венгр Халыҡ Республикаһында ул етерлек асыҡ сағылмаған. 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар Венгр Халыҡ Республикаһы парламент ағзалары араһында 18 %, 1980 йылда 30 % тәшкил иткән, әммә, ҡарарҙар ҡабул итеүгә тәьҫир итһәләр ҙә, ултырыштарҙа бик йыш ҡатнашмағандар. 1990 йылғы[7] ирекле һайлауҙарҙа парламентта ҡатын-ҡыҙҙар һаны ҡырҡа, 7 %-ҡа саҡлы, кәмегән, 2014 йылда был һан барлыҡ депутаттарҙың тәшкил 10,1 % тәшкил иткән[8].

Венгр Халыҡ Республикаһы

үҙгәртергә

Социалистик Венгрияла ҡатын-ҡыҙ, беренсе сиратта, Венгрия киләсәген сағылдырыусы бала әсәһе, венгр эшсеһенең ҡатыныһәм шулай уҡ эшсе ҡатын-ҡыҙ булараҡ баһаланған. Ҡатын-ҡыҙҙар Венгрияла ғәмәлдә теләһә ниндәй эшсе вазифаһында ла эшләй алған тиерлек; ВХР Конституцияһына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-егеттәр менән бер рәттән, төп граждан хоҡуҡтары һәм азатлығы гарантиялаған[9]. Ҡатын-ҡыҙҙар ирекле рәүештә һәр өлкә буйынса, шул иҫәптән тәбиғи фәндәр өлкәһе һәм инженер, сәнәғәт һөнәрҙәре менән бәйле, урта һәм юғары белем ала алған[10].

Хәҙерге Венгрия

үҙгәртергә

1989 йылда ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм азатлығы киңәйтеү өсөн сығыш яһаусы яңы феминистик хәрәкәттәр барлыҡҡа килгән. Власть алмашынған Венгрия иҡтисады үҙе, араһында шулай уҡ йорт усағы һәм үҙ ғаиләләре хаҡында хәстәрләргә ынтылыусы күп ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған, «күк яғалар»ға таянған. 1990-сы йылдарҙа Феминист ҡатын-ҡыҙҙар селтәре һәм Йәш демократтар федерацияһы Венгрия ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлаусы сәйәси хәрәкәттәрҙең әйҙәүсеһе була[11]. Әммә Венгрияла әлегә тиклем ҡайһы бер мәсьәләләр бәхәсле булып ҡала: консерватив партиялар илдә аборттарҙы тыйыу өсөн сығыш яһай, башҡа ҡайһы бер партиялар ғаиләлә көс ҡулланған өсөн енәйәт язаһын үҙгәртергә тырыша. 1997 йылда никахта торған көйө көсләү[12].өсөн енәйәт яуаплылығы кире алынған. 1997 йылда Венгрия Европа Советының кешеләр менән сауҙа итеүгә ҡаршы Конвенцияһына ҡул ҡуйған[13].

Ғаилә һәм сәләмәтлек

үҙгәртергә

Венгрияла әлеге ваҡытта рәсми церемониялар планында йола традицион никах тантанаһынан ситләшәләр; күп кенә ғаиләләр де-факто яҙылышмайынса никахһыҙ йәшәү нигеҙендә ойошторола. 2015 йылда балаларҙың 47,9 % де-юре никахта тормаған ҡатын-ҡыҙҙарҙан тыуған[14]. 2015 йылда 100 ҡатын-ҡыҙҙан уртаса 143 бала тыуған[15]; 2010 йылда илдә әсәләр үлеме 100 мең кешегә 21 кеше тәшкил итә[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.ipu.org/wmn-e/classif.htm
  2. http://stats.oecd.org/Index.aspx?DatasetCode=LFS_SEXAGE_I_R#
  3. The Global Gender Gap Report 2013 12-13. World Economic Forum.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Judit Acsády, "Remarks on the History of Hungarian Feminism, " Hungarian Studies Review Special Volume: Women and Hungary (1999) 2016 йыл 4 март архивланған.  (инг.)
  5. 5,0 5,1 5,2 Andrea Peto, «Hungarian women in politics, 1945-51,» in Power and the People: A Social History of Central European Politics, 1945-56, eds. Eleonore Breuning, Jill Lewis, and Gareth Pritchard (Manchester University Press, 2005), chapt. 16.
  6. http://www.osce.org/odihr/117575?download=true
  7. http://www.osce.org/odihr/117575?download=true
  8. http://www.ipu.org/WMN-e/classif.htm
  9. Laszlo Kürti, "Hungary, " in Eastern Europe: Politics, Culture, and Society Since 1939, ed.Sabrina Ramet (Bloomington: Indiana University Press, 1998), 76-77.
  10. Sharon L. Wolchik, "Women and the Politics of Gender in Communist and Post-Communist Central and Eastern Europe, " in Eastern Europe: Politics, Culture, and Society Since 1939, ed. Sabrina Ramet (Bloomington: Indiana University Press, 1998), 286.
  11. Chris Corrin, Magyar Women: Hungarian Women’s Lives, 1960s-1990s (New York: St.Martin’s Press, 1994), 7-8.
  12. http://www.refworld.org/pdfid/465bfa162.pdf
  13. http://www.coe.int/ro/web/conventions/full-list/-/conventions/treaty/197/signatures
  14. http://ec.europa.eu/eurostat/tgm/table.do?tab=table&init=1&language=en&pcode=tps00018&plugin=1
  15. https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/rankorder/2127rank.html 2009 йыл 28 октябрь архивланған.
  16. https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/rankorder/2223rank.html 2015 йыл 18 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә