Ваҡ сысҡандар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Инфракласс: Плацентарҙар
Отряд: Кимереүселәр
Ғаилә: Ялман сысҡан һымаҡтар
Ырыу: Ваҡ сысҡандар
Латинса исеме
Sicista Gray, 1827
ITIS 609731
NCBI 52906

Ваҡ сысҡандар (лат. Sicista) — кимереүселәр отрядының ялман сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған заты.


Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,7 см, ауырлығы 25 г тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө ерәнһыу-көрәндән алып ҡуңырһыу-һороға тиклем, арҡаһы буйлап буй ҡара һыҙат үтә. Башы осло моронло, күҙе бәләкәй, ҡолағы овал, ҡара‑көрән йәки ҡара‑ҡуңыр, ситтәренән һарғылт ҡаймалы. Артҡы аяғы алғыһынан 2 тапҡырға тиерлек оҙонораҡ. Ҡойроғо 8,5—10 см, эләктереүсән, ҡыҫҡа ҡаты төк м-н ҡапланған.

Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Ғәҙәттә, йылына 1 тапҡыр 4—6 бала тыуҙыра. 2—3 йыл йәшәй. Эңерҙә, төндә, көҙ аҙағында шулай уҡ көндөҙ ҙә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Бөжәк һәм уның балағорттары, үрмәксе һымаҡтар һ.б. ваҡ умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектең сәскәһе, емеше һәм орлоғо м-н туҡлана.

Таралыуы

үҙгәртергә

Урман ваҡ сысҡаны ағас тамыры араһындағы бушлыҡта, ағас ҡыуышында, серегән ағас төбөндә йәшәй, ҡайһы берҙә тупраҡта ҡыҫҡа өңдәр ҡаҙый; дала зонаһынан башҡа республиканың бөтә биләмәһендә һыубаҫар әрәмәлегендә, урман һыҙатында осрай; дала ваҡ сысҡаны — ваҡ кимереүселәрҙең ташландыҡ өңдәрендә, Башҡортостандың Урал аръяғы далаларында һәм болондарында тереклек итә. 14 төрө билдәле. Башҡортостанда урман ваҡ сысҡан һәм дала ваҡ сысҡаны тереклек итә.

Кеше өсөн зарары

үҙгәртергә

Ваҡ сысҡан инфекцион ауырыуҙарҙы (талпан энцефалиты, туляремия һ. б.) таратыусы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә