Вашловани (милли парк)
Вашловани милли паркы (груз. პარკი ვაშლოვანის ეროვნული) — Грузияның көньяҡ-көнсығышында милли парк, Әзербайжан сигенә яҡын. Урманды яҡлау өсөн булдырылған
Вашловани | |
груз. ვაშლოვანის ეროვნული პარკი | |
Нигеҙләү датаһы | 1935 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Дедоплисцкаройский муниципалитет[d] |
Майҙан | 251,14 км² |
Рәсми сайт | apa.gov.ge/en/protected-… |
Вашловани Викимилектә |
1935 йылда Вашловани ҡурсаулығы булараҡ нигеҙ һалынған. 2003 йылда милли парк ойошторола, майҙаны 251,14 км². 84,8 км² майҙаны менән ҡурсаулыҡ парктың ҡушма өлөшө булып тора.
Парк климаты ҡоро, яуым-төшөм йылына 470 мм. Уртаса йыллыҡ температура 11,6°[1]. Парк территорияһында япраҡлы урмандар ҙа, шулай уҡ урман-дала, дала һәм ярымсүлдәр ҙә бар. Рельефы үҙәндәрҙән (уларҙың ҡайһы берҙәре каньондарҙа) һәм ҡая ултырма массивтарҙан тора (бедленд). Карст мәмерйәләре бар.
Паркта 664 төр үҫемлек үҫә, шуларҙың 40 Кавказ өсөн эндемик. Ағастар араһында артыш, сейә, саған, груша, инжир, гранат өҫтөнлөк итә. 80 төр ҡош осрай. Һөтимәрҙәрҙән паркта терпе, ҡуян, төлкө, ҡырағай бесәй, бүре, һоро айыу, бурһыҡ, ҡабан, шаҡал, һыуһар, һыртлан, көҙән, ғәзәл йәшәй[1]. 2004 йылда парктың алыҫ өлөшөндә леопардты күргәндәр[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Vashlovani Nature Reserve . Дата обращения: 10 октябрь 2008. Архивировано 12 июнь 2008 года. 2008 йыл 12 июнь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «nps» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Lone leopard spotted in Georgia
Һылтанмалар
үҙгәртергәВашловани (милли парк) Викимилектә |
- Официальный сайт . Архивировано 10 октябрь 2007 года. 2007 йыл 10 октябрь архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список национальных парков Грузии