Варцихе - (ингл. Vartsikhe, груз. ვარციხე) - Грузияның Имеретия төбәгендәге ауыл.

Варцихе
груз. ვარციხე
Нигеҙләү датаһы IV быуат
Рәсем
Рәсми атамаһы ვარციხე
Рәсми тел Грузин теле
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Багдатский муниципалитет[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Урын Имеретия[d]
Халыҡ һаны 1559 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 80 метр
Карта
 Варцихе Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Варцихе Грузияның көнбайыш өлөшөндә Багдати муниципалитеты биләмәһендә, Имеретия уйһыулығында урынлашҡан. Ул Риони һәм Ханицкали йылғалары ҡушылған урында, Багдати ҡалаһының төньяҡ-көнбайышындараҡ, яҡынса 17 км алыҫлыҡта ята.Элгәре Кутаиси губернияһына һәм өйәҙенә ингән булған [1]

Этимологияһы үҙгәртергә

Көньяҡ Римдә ауылдың Родополис атамаһы менән йөрөгәне билдәле. Родополис - грек телендә "раузалар ҡалаһы" тигәнде аңлата. Грузин телендәге Варцихе тигән атама ла "Раузалар ҡәлғәһе" тигәнде аңлата [2].

Тарихы үҙгәртергә

Боронғо тарихы буйынса Варцихе Родополис ҡалаһы булараҡ Көньяҡ Римдә һуңғы антик осорҙа барлыҡҡа килгән. Көнсығыш Рим менән сәсәниҙәр араһында 6-сы быуатта был ҡала өсөн низағ барған. Асыҡ үҙәндә тороуы уны яулап алыусылар алдында хәрби йәһәттән ҡурсыуһыҙ иткән. Фарсы һөжүменән ҡурҡып, ҡала халҡы үҙе ҡәлғәне емергән. 541-562 йылдарҙағы Лазице һуғышында фарсылар ҡаланы алып, гарнизон ҡалдырған.

557 йылда 2000 кавалеристан торған рим ғәскәре ҡалаға ҡаршылыҡһыҙ баҫып инә, сөнки фарсы гарнизоны ла, ҡала халҡы ла унан ситкә сыҡҡан була. Фарсы ғәскәрен табып, римлеләр тар-мар итә, ә урындағы халыҡтан ҡаршы сыҡмау билдәһе итеп аманат алалар [3].

15-се быуаттан 19-сы быуат башына тиклем Варцихе Имеретия батшалығының бер ҡәлғәһе булып торған.

1810 йылдың 6 мартында Имеретияға рус ғәскәрҙәре инә һәм төбәк Рәсәйгә ҡушыла.

1900 йылдар башында эшҡыуар Анановтар ғаиләһе Варцихела коньяҡ етештерә башлай һәм ул һаманға тиклем сығарыла. 1860 йылда төҙөлгән Ананов йортона совет дәүерендә балалар баҡсаһын урынлаштырыла, ә һуңынан ҡунаҡханаға әйләндерелә [4]

Мираҫы үҙгәртергә

Емерелгән Варцихе ҡәлғәһе Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән. Археологик йәһәттән ул В. Джапаридзе етәкселегендә 1970-се йылдарҙа тикшерелгән. Ер өҫтөндәге нығытмалар Имеретия батшалығы осорона, ә уға яҡын урындарҙағы табыштар, бигерәк тә Гиоргобиани убаһындағылары, һуңғы антик осорона ҡарағаны асыҡланған.

Варцихе урмандары Аджамети ҡурсаулығына инә, ул башта 1946 йылда һирәк осрай торған реликт ағастарҙы һаҡлар өсөн ойошторолған булған [5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Энциклопедический словарь Ф.А. Брокгауза и И.А. Ефрона// Варцихе
  2. Braund, David (1994). Georgia in Antiquity: A History of Colchis and Transcaucasian Iberia, 550 BC–AD 562. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-814473-3
  3. Braund, David (1994). Georgia in Antiquity: A History of Colchis and Transcaucasian Iberia, 550 BC–AD 562. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-814473-3
  4. მიხრან ანანოვი [Mihran Ananov". Georgian Winemakers: Biographies and Activities (in Georgian). National Parliamentary Library of Georgia. Retrieved 15 October 2016].
  5. Особенности посещения Аджаметского государственного заповедника

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Allen, William Edward David (1950). "Two Georgian Maps of the First Half of the Eighteenth Century". Imago Mundi. 10: 99–121. doi:10.1080/03085695308592037.
  • Braund, David (1994). Georgia in Antiquity: A History of Colchis and Transcaucasian Iberia, 550 BC–AD 562. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-814473-3.
  • Gamkrelidze, Gela (2012). Researches in Iberia-Colchology (History and Archaeology of Ancient Georgia). Tbilisi: Georgian National Museum. ISBN 978-9941-0-4565-3.
  • Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). "ვარციხე [Vartsikhe]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian) (1st ed.). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 211–212. ISBN 978-9941-15-896-4.
  • Gvosdev, Nikolas K. (2000). Imperial policies and perspectives towards Georgia, 1760–1819. New York: Palgrave. ISBN 0312229909.
  • Kiminas, Demetrius (2009). The Ecumenical Patriarchate. The Borgo Press. ISBN 1434458768.
  • Nesbitt, John W.; McGeer, Eric; Oikonomidès, Nicolas (2001). Catalogue of Byzantine Seals at Dumbarton Oaks and in the Fogg Museum of Art. Vol. 4: The East. Washington, DC: Dumbarton Oaks. ISBN 088402282X.