Варжанаули күпере

Варжанаули күпере - Грузияның Кобулети муниципалитетындағы Варжанаули ауылындағы күпер.

Варжанаули күпере
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Кобулетский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Варжанаули күпере Викимилектә

Варжанаули күпере

Географияһы

үҙгәртергә

Күпер Грузияның Аджария Автономниялы Республикаһы төбәгендә, муниципалитет үҙәге Кобулетиҙан 20 километр ғына алыҫлыҡта урынлашҡан, Кинтриши йылғаһы аша һалынған.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күпер ярайһы ҙур, киң, бейек. Ул ҡаяташтарға ултыртып, тәбиғи ташҡа эзбизлы иҙелмә һылап, дуғаландырып төҙөлгән. Таштар тигеҙ итеп юнылып, бер-береһенә вертикаль рәүештә беркетеп һалынған , улар шундай ныҡ береккән, хатта монолит киҫәктән һалынған кеүек тойола.

Шул уҡ ваҡытта күперҙең конструкцияһы бик еңел кеүек тойола, нәфис һыҙатланышлы.Бик төҙөк пропорциялы. Тирә-яҡтағы тәбиғәт мөхитендә матурлыҡ тыуҙыра, бер бөтөнлөк хасил итә һәм ҡарарға килгән кешеләрҙә яҡшы тәьҫир ҡалдыра.

Күперҙең үҙ горизонталь оҙонлоғо 14,6 м, тигеҙ ергә төшкәнсе дөйөм оҙонлоғо 28,1 м, уртаһындағы киңлеге - 2,6 м, ярҙан күпергә күтәрелгән убасығы - 3,5 м.

Күперҙең аркаһының бейеклеге һыу кимәленән - 7,9 м, күперҙең өҫтөнә сыҡҡансы - 8,6 м.

2008 йылда күперҙә консервация эштәре башланған.

Ҡомартҡы

үҙгәртергә

2006 йылда ил президенты указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [1].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Кахидзе А., Мамуладзе Ш., Археологические памятники Аджарии, Tb., 2016, с. 112