Ванис-Квабеби
Ванис-Квабеби (груз. ვანის ქვაბები, йәғни Вани мәмерйәһендәге урын; шулай уҡ — Ванис-Кваби, груз. ვანის ქვაბი) тип тә йөрөтөлә — Грузияла Самцхе-Джавахети тәбгендәге мәмерйә монастыры, Тмогвинан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ванис-Квабеби | |
груз. ვანის ქვაბები | |
Нигеҙләү датаһы | VIII быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Самцхе-Джавахети[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Ванис-Квабеби Викимилектә |
Сама менән VIII быуатта барлыҡҡа килә. 1204 йылда Ванис-Квабебила һаҡлағыс стена төҙөлә. Комплексҡа бер нисә туннель һәм ике сиркәү инә. XII быуатта алыҫ түгел ерҙә билдәле Вардзиа монастырына нигеҙ һалына.
Ванис-Квабеби 19 кимәлдән торған мәмерйә монастыры (Вардзияла 8 кимәл), уның биләмәһендә өс сиркәү урынлаша, уларҙың икеһе бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Мәмерйәгә инеү урынында ҙур таш киҫәктәренән ҡоролған ҙур стена тора, киҫәктәрҙең ҡайһы берҙәре кеше буйы ҙурлығында. Был 1204 йылда төҙөлгән оборона стенаһы булыуы ихтимал. Сиркәүҙәр яртылаш ҡаяла уйылған ҡоролмаларҙан ғибәрәт, төрлө кимәлдрҙә урынлашҡан. Шулай уҡ торлаҡ һәм хужалыҡ биналар ҙа бар, улар сиркәүҙәргә ҡарағанда туристар өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай. Бүлмәләрҙең дөйөм һаны —- 200-ҙән ашыу.
Монастырь бер нисә тапҡыр урта быуат алыштарының аренаһы була: 1553 йылда монастырҙы атабег Кайхосро Джакели баҫып ала, 1576 йылда грузин отряды яулай (ҡара: «Париж хроникаһы»).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Давид-Гареджа
Сығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- На Викискладе есть медиафайлы по теме Ванис-Квабеби