Бөтһөн империализм һуғышы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1917 йылда яҙылған

Бөтһөн империализм һуғышыБашҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1917 йылда яҙылған. 9 кластар өсөн «Башҡорт теле» һәм «Туған әҙәбиәт» дәрестәре программаһына индерелгән[1][2].

Бөтһөн империализм һуғышы
Атамаһы Бөтһөн империализм һуғышы
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1917

Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабы осорондағы ижады үҙгәртергә

1914 йылда тоҡанған Беренсе донъя һуғышы хеҙмәтсәндәргә бөтмәҫ ауырлыҡтар килтерә, халыҡ тормошондағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы тағы ла көсәйткән ҡаза була. Шағир Мәжит Ғафури һуғышты көтөлмәгән ҙур бәлә итеп ҡабул итә. Һуғыш осоронда әҙәбиәттә күҙәтелгән төшөнкөлөк, тормоштан ризаһыҙлыҡ хистәре Мәжит Ғафури ижадында ла сағыла. Бөтә ерҙә емерек харабалар: «... унда һаман ҡан, ҡурҡыныс, көн-төн йыһат... ҡалалар, ауылдар ер менән булған тигеҙ... унда хәсрәт, унда ҡайғы, унда ҡан һәм күҙ йәше» тип яҙа ул, әсенеп.

«Бөтһөн империализм һуғышы» шиғыры үҙгәртергә

«Бөтһөн империализм һуғышы» шиғыры беренсе тапҡыр 1917 йылдың 22 апрелендә «Ирек» гәзитендә баҫылып сыға. Шиғыр шул уҡ исем аҫтында 1917 йылда Өфөлә «Ҡыҙыл байраҡ» йыйынтығында баҫыла. «Ҡыҙыл байраҡ»тың 1922 йылғы Ҡазан баҫмаһында әҫәр тәүге тапҡыр «Бөтһөн империализм һуғышы» тип атала. Шиғыр 1950, 1954 йылғы йыйынтыҡтарында ла (һуңғыһында «Бөтһөн империализм һуғышы» исемендә) алынған. Уларҙың тәүгеһендә шиғыр һүҙҙәре тәүге баҫмалағындағынан үҙгәртеп алынған.

Бөтһөн империализм һуғышы



Беҙ ирекле, беҙ граждан, һәммәбеҙ шат, беҙ азат,
Тик ана унда һаман ҡан, ҡурҡыныс, көн-төн йыһат.
Бында беҙ кешелек өсөн «һәр кем тигеҙ булһын!» тибеҙ,
Унда ҡалалар, ауылдар ер менән булған тигеҙ.
Бында хөрриәт ауазы ерҙе, күкте яңрата,
Унда еҙҙең күп туғандар, тилмереп, телһеҙ ята.


Унда хәсрәт, унда ҡайғы, унда ҡан һәм күҙ йәше,
Унда мылтыҡ, унда һөңгө, унда тик туп йәҙрәһе.
Ундағы беҙҙең туғандар туп ата бер-береһенә,
Ҡырыла унда ниндәй йәндәр, ҡандары ергә һеңә.
Ул туғандарҙың ҡулын сисең, улар булһын азат,
Ҡысҡырайыҡ беҙ бер юлы: «Бөтһөн һуғыш!.. Бөтһөн йыһат!..»[3]

Төп фекере һәм художество алымдары үҙгәртергә

Мәғрифәтсе идеялары менән әҙәбиәткә килгән Мәжит Ғафуриҙың беренсе урыҫ инҡилабы, йәмәғәтселек фекерендә һәм мәҙәниәт тормошонда, әҙәби хәрәкәттә булған етди үҙгәрештәр йоғонтоһонда донъяға ҡарашы революцион демократизмға, ижад алымы тәнҡитле реализмға күсә барҙы. Халыҡ тормошо менән йәшәүе, хеҙмәтсәндәр менән тығыҙ бәйләнеше, үҙгәрештәр осоро мәнфәғәтен ҡайғыртҡан фекергә ҡолаҡ һалыуы Ғафуриҙы ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры итеп күтәрҙе[4].

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы үҙгәртергә

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[5].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (419, 485 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (419, 485 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  2. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  3. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (419, 485 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  4. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (30, 419, 485 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  5. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури