Бөйөк Луки дәүләт физик культура академияһы

Бөйөк Луки дәүләт физик культура һәм спорт академияһы — Рәсәй юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы, Псков өлкәһенең Бөйөк Луки ҡалаһында урынлашҡан. Академияла яҡынса 900 студент көндөҙгө бүлектә һәм 500 самаһы студент ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала.

Бөйөк Луки дәүләт физик культура академияһы
Нигеҙләү датаһы 1970
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Луки
Рәсми сайт vlgafc.ru[2]
Карта
 Бөйөк Луки дәүләт физик культура академияһы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1970 йылда педагогия институты базаһында П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтының Бөйөк Луки филиалы булараҡ ойошторола.[3].

2002 йылда институт дәүләт академияһы статусы ала.

Түбәндәге кафедралар эшләй:

Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге, яңғыҙ ҡаршы тороу теорияһы һәм методикаһы кафедраһы

Гимнастика теорияһы һәм методикаһы кафедраһы

Еңел атлетика теорияһы һәм методикаһы кафедраһы

Саңғы спорты теорияһы һәм методикаһы кафедраһы

Спорт уйындары теорияһы һәм методикаһы кафедраһы

Гуманитар һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар кафедраһы

Тәбиғи-фәндәр дисциплиналары кафедраһы

Сит ил телдәре кафедраһы

Педагогика кафедраһы

Психология кафедраһы

Спорт медицинаһы һәм физиологияһы кафедраһы


Академия 6 һөнәр буйынса белгестәр әҙерләй:

Йәшәйеш хәүефһеҙлеге;

Педагогика һәм психология;

Ойоштороу менеджменты;

Физик культура һәм спорт;

Һаулыҡ торошонда тайпылыштар булған кешеләр өсөн физик культура (адаптив физик культура),

Социаль-мәҙәни сервис һәм туризм

Ректорҙары үҙгәртергә

Марго, Владимир Иванович (1970—1974)

Блинов, Валентин Михайлович (1974—1997)

Городничев, Руслан Михайлович (1997—2012)[4]

Шляхтовый, Вячеслав Николаевич (2012 йылдан)[5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә