Бәшмәктәр менән ағыуланыу
Бәшмәктәр менән ағыуланыу — бәшмәк ашау менән бәйле ағыуланыу.
Бәшмәктәр менән ағыуланыу | |
| |
МКБ-10 |
T62.0 |
---|---|
МКБ-9 |
988.1 |
MeSH |
D009145 |
Бәшмәктәр менән ағыуланыу сәбәптәре
үҙгәртергә- Токсиндар (йәки микотоксиндар) булыуы менән бәйле бәшмәктәрҙең ағыулы булыуы.
- Йыйылған бәшмәкте кулинар эшкәртеү үткәрмәй оҙайлы һаҡлау йәки бешкән бәшмәкте оҙаҡ һаҡлау.
- Бәшмәктәрҙең ҡоротҡостарҙан, атап әйткәндә, бәшмәк себендәренән зарарланыуы.
- Айырым төр бәшмәктәрҙе (мәҫәлән, тиреҫ бәшмәген) алкоголле эсемлектәр менән бергә ашау.
- Емешлек тәнендә бәшмәктең үҫеү процесында зарарлы матдәләр (ауыр металдар һ.б.) тупланыуы.
Бәшмәк менән артыҡ туҡланыу, хатта беренсе категориялылары ла, организмға зыян килтерә, сөнки бәшмәктәр — ауыр үҙләштерелеүсе аҙыҡ һәм ашҡаҙан-эсәк трактында ярым үҙләшкән массаның ҙур күләмдә булғанда организмдың ағыуланыуы мөмкин.
Бәшмәктәрҙе йыйғанда һәм файҙаланғанда һаҡланыу саралары
үҙгәртергәАйырыуса тыштан ҡарағанда ашарға яраҡлы бәшмәктәргә оҡшаған һәм улар менән бергә йыйылғанды ашап, ағыуланыу осраҡтары күп. Бындай хата китмәһен өсөн, бәшмәктәрҙең дөйөм билдәләрен яҡшылап өйрәнергә һәм ағыулы төрҙәрҙең үҙенсәлектәрен белергә кәрәк.
Үҙегеҙгә билдәле булған бәшмәк төрҙәрен генә йыйырға кәрәк. Билдәһеҙ йәки шиклеләрен (плодовое тело- гриб) ашарға ярамай. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡайһы берҙәрендә уларға хас билдәләр булмай, мәҫәлән, тырҡыш (мухомор) эшләпәһендәге аҡ киҫәктәрҙе ҡайһы ваҡыт көслө ямғыр йыуып төшөрә, ә Amanita phalloides (бледная поганка) бәшмәгенең эшләпәһен төбөнән ҡырҡып алһаң, һабағындағы балдаҡ тороп ҡала һәм кеше уны ашарға яраҡлы бәшмәк менән бутай.
Бәшмәктәр өлкәндәргә ҡарағанда күпкә хәүефлерәк, шуға күрә «һәйбәт» тип аталған бәшмәктәрҙе лә балаларға ашатмаҫҡа кәрәк. Белгестәр 12 йәшкәсә балалар бәшмәк ашамаҫҡа тейеш тип иҫәпләй.
Тупраҡтан, һыуҙан һәм һауанан ағыулы матдәләрҙе (ауыр металдар, пестицидтар, радионуклидтарҙың) үҙендә туплаусы булараҡ та бәшмәктәр хәүеф сығанағы тип иҫәпләнә.
Иң мөһиме- бәшмәктәр башҡорт халҡының ризыҡтары араһында булмаған һәм уларҙы йыйыуҙы башҡорттар кәрәкле тип тапмаған.
Тәүге ярҙам саралары
үҙгәртергәБәшмәктәр менән ағыуланғанда табип саҡыртырға кәрәк.
Табип килгәнсе ағыуланыусыны түшәккә һалалар, ашҡаҙанды йыуҙыралар: күп эсеү (4-5 стакан ҡайнатылған һыу, ваҡ йотомдар менән эсеү) һәм тел тамырына бармаҡ йәки шыма предмет менән баҫып, ҡоҫоу тыуҙыралар. Ағыуҙы эсәктән алыу өсөн ашҡаҙанды йыуғандан һуң шунда уҡ көсһөҙләндерәләр һәм клизм яһайҙар.
Диагнозды аныҡлау өсөн ашалмаған бөтә бәшмәктәр ҙә һаҡлана.
Бәшмәктәр менән ағыуланғанда дауалау уларҙың төрөнә бәйле. Аҡһыл томшоҡ менән ағыуланғанда ҡоҫоу һәм дегидратация күҙәтелә, ашҡаҙанды йыуҙырғаста ҡан ебәреү, гемодиализ үткәрелә, вена эсенә инсулин менән глюкоза ебәрелә, тын алыуы боҙолғанда — тире аҫтына атропин[1].
Үлемесле ағыулы бәшмәктәр
үҙгәртергәБәшмәктәр араһында уларҙы аҙ ашаған саҡта ла үлем менән бөткән ағыуланыуға килтереүсе үлемесле төрҙәр осрай. Үлемесле ағыулы төрҙәр булып түбәндәгеләр һанала:
- Аҡһыл томшоҡ (Amanita phalloides)
- Яҙғы томшоҡ (Amanita verna)
- Һаҫыҡ тырҡыш (Amanita virosa)
- Amanita ocreata
- Ҡаймалы галерина (Galerina marginata)
- Аҡһыл лағырлаҡ(Clitocybe dealbata) (Сlitocybe candicans)
- Тау селтәрбәшмәге (Cortinarius orellanus)
- Селтәрбәшмәк (Cortinarius speciosissimus) (Cortinarius rubellus)
- Гельвелла (Helvella St. Am.)
- Ағыулы энтолома(Entoloma lividum)
- Бүҫек энтолома (Entholoma rhodopolium)
- Патуйяра еплебашы(Inocybe patouillardii)
- Ҡытыршы сатырбәшмәге (Lepiota aspera)
- Көрән-ҡыҙыл лепиота (Lepiota brunneoincarnata)
- Каштан лепиота (Lepiota castanea)
- Ҡалҡан сатырбәшмәк (Lepiota clypeolaria)
- Кикрекле сатырбәшмәк (Lepiota cristata)
- Итле-ҡыҙыл сатырбәшмәк (Lepiota helveola)
- Lepiota ventriosospora
Бәшмәктәрҙең айырым төрҙәренең ағыулылығы әлеге ваҡытта етерлек өйрәнелмәгән, ә сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәре йыш ҡына ҡапма-ҡаршы. Тәү сиратта был ағыулылыҡтары үҫеү районына бәйле булған тубырсыҡбаш бәшмәктәр һәм ялған баллы бәшмәктәргә ҡағыла. Ләкин уларҙа булған токсиндар: тубырсыҡбаш бәшмәктәр — гиромитрин, ә ялған баллы бәшмәктәрҙең ҡайһы бер төрҙәрендә — фалла- һәм аматоксиндар (аҡһыл томшоҡ токсиндары) — үлемесле хәүефле.
Ағыулы бәшмәктәрҙең хаталы «билдәләре»
үҙгәртергә«Ағыулы бәшмәктәрҙе билдәләргә мөмкинлек биргән» халыҡ һынамыштары төрлө яңылышлыҡтарға нигеҙләнгән һәм бәшмәктәрҙең хәүефлелеге тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирмәй:
- Ағыулы бәшмәктәрҙең еҫе насар, ә ашарға яраҡлы бәшмәктәр — хуш еҫле (аҡһыл томшоҡтоң еҫе аҡ көләпәрә еҫенә оҡшаған тиерлек, ҡайһы берҙәрҙең фекеренсә, аҡһыл томшоҡтоң ғөмүмән еҫе юҡ)
- «Ҡорттар» (бөжәк балағорттары) ағыулы бәшмәктәрҙә осрамай. (яңылышлыҡ, шул уҡ тырҡыштар бөжәктәр менән зарарлана)
- Йәш саҡтағы бөтә бәшмәктәр ҙә ашарға яраҡлы (аҡһыл томшоҡ һәр йәштә лә үлемесле ағыулы, хатта уның споралары һәм мицелийы ла ағыулы)
- Ағыулы бәшмәк ҡайнатмаһындағы көмөш предметтар ҡарая (бер ниндәй нигеҙе булмаған яңылыш фекер)
- Һуған йәки һарымһаҡтың башы ағыулы бәшмәктәр менән ҡайнатҡанда көрән төҫ ала (яңылышыу, бындай хәл токсик матдәләрле — кислоталар булған тубырсыҡбаш бәшмәктәр менән берлектә ҡайнатҡанда ғына күҙәтелә)
- Ағыулы бәшмәктәр һөттөң әсеүенә килтерә (бөтөнләй ахмаҡ яңылышлыҡ, һөттөң әсеүенә микотоксиндар түгел, ә сүпрәнең эшмәкәрлеге килтерә)
Ҡайһы бер бәшмәктәр менән ағыуланыу[2]
үҙгәртергәФаллоидин менән ағыуланыу
үҙгәртергәАҡһыл томшоҡ, һаҫыҡ тырҡыш йәки яҙғы томшоҡ кеүек аманит бәшмәктәрен ҡулланғанда барлыҡҡа килә. Ошо бәшмәктәрҙең итсәһендә түбәндәге юғары ағыулы матдәләр табылған:
- фаллин
- фаллоидин
- аманитиндың бер нисә формаһы
Фаллин ҡайнағанда зарарһыҙландырыла, ә ҡалған ағыуҙар йылылыҡ эшкәртеүгә тотороҡло һәм алынмай.
Фаллоидин аҙыҡты ҡабул ителгәс тә бауыр күҙәнәктәрендә тәрән үҙгәрештәр тыуҙыра башлай, әммә тәүге билдәләр 6-24 сәғәттән һуң, ҡайһы берҙә ике тәүлектән һуң күренә. Ағыуланыу ҡорһаҡта көслө ауыртыуҙан, туҡтауһыҙ ҡоҫоуҙан, тирләүҙән һәм эс китеүҙән башлана, тән температураһы түбәнәйә. Ауыр осраҡтарҙа (бындай ағыуланыуҙар барыһы ла тиерлек — ауыр!) бөйөр һәм йөрәк хәлһеҙлеге башлана, кома һәм үлем етә. Ағыуланыу 20 көнгә тиклем дауам итергә мөмкин.
Ышаныслы дауалау алымдары юҡ, хатта ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамында ла бындай ағыуланыуҙарҙан 70 процентҡа яҡыны үлемгә дусар була. Диагностиканы тиҙ билдәләгән осраҡта ғына (билдәләр башланғанға тиклем) уңышлы дауалау күрһәтергә мөмкин, дауалау өсөн фаллоидҡа ҡаршы сывороткалар һәм тиоктин кислотаһы ҡулланыла.
Орелланин менән ағыуланыу йәки парафаллоид синдром
үҙгәртергәАғыуланыу бик ауыр, йыш үлемгә килтерә. Уның симптомдары фаллоидин менән ағыуланыу симптомдарына оҡшаш. Тау селтәрбәшмәге һәм ҡайһы бер ваҡ лепиоттарҙа, мәҫәлән, итле-ҡыҙыл сатырбәшмәк кеүек бәшмәктәрҙә булған термосыҙамлы орелланин тарафынан барлыҡҡа килә.
Орелланин айырыуса ҙур йәшерен тәьҫир осоро булғаны менән мәкерле — ағыуланыуҙың тәүге билдәләре бер нисә көндән йәки хатта аҙналарҙан һуң ғына барлыҡҡа килә. Был диагностиканы ла, ваҡытында дауаланыуҙы бик ҡыйынлаштыра.
Тәүге сағылыш — сарсау, һуңынан баш, эс, бөйөр ауыртыуы, аяҡтарҙа һалҡынлыҡ тойғоһо. Үлемдең бөйөрҙәрҙең ҡайтарылғыһыҙ зарарланыуы һөҙөмтәһендә килеүе ихтимал.
Был ағыуланыуҙы тыуҙырыусы бәшмәктәр, ғәҙәттә, бәшмәкселәрҙең иғтибарын йәлеп итмәй, шуға күрә ағыуланыу осраҡтары һирәк була.
Ҡыҙыл һәм ҡаплан һымаҡ тырҡыш менән ағыуланыу
үҙгәртергәТөрлө симптомтар менән оҙатылып барыуы мөмкин, сөнки был бәшмәктәр бер нисә ағыу миҡдары буйынса ныҡ ҡына үҙгәрә. Күп осраҡта ағыуланыуға мускарин, мускаридин (микоатропин) һәм буфотенин сәбәпсе була. Мускарин һәм буфотенин өҫтөнлөк иткән осраҡта ағыуланыуҙың төп билдәләре — һаташыу, галлюцинация, истерия һәм көслө йоҡо баҫыу менән бергә нервы системаһының ҡаҡшауы. Мускаридин ҡоҫоу, эс китеү, тирләү, шайыҡ ағыу, анурия, йөрәк ауыртыуының әкренәйеүе менән ашҡаҙан-эсәк боҙолошона килтерә. Симптомдар ғәҙәттә 1-2 сәғәттән һуң күренә башлай, шуға күрә ашҡаҙанды йыуҙырыу һәм нервы системаһына, йөрәккә симптоматик ярҙам рәүешендә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелергә мөмкин.
Мускарин менән ағыуланыу
үҙгәртергәСоставында мускарин ғына булған һәм башҡа ағыуҙары булмаған бәшмәктәр бар. Уларға еплебаштарҙың һәм лағырлаҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәре инә. Был бәшмәктәр менән ағыуланыу 1-2 сәғәттән һуң асыҡлана, мускарин синдромына юғары шайыҡ бүленеү, тирләү, ҡоҫоу, эс китеү, брадикардия, күҙ ҡараһының еңелсә тарайыуы хас. Ауыр осраҡтарҙа коллапс, тын алыуҙың боҙолоуы, үпкәнең шешенеүе башлана.
Тәүге ярҙам ашҡаҙан-эсәк юлынан ағыуҙы алып ташлауҙан тора (ашҡаҙанды йыуҙырыу, энтеросорбенттар ҡабул итеү). Атропин һәм башҡа М-холиноблокаторҙар антидот сифатында файҙаланыла. Шулай уҡ адреномиметиктар йәки глюкокортикоидтар ҡулланырға мөмкин.[3]
Гельвелла бәшмәктәре менән ағыуланыу
үҙгәртергәТубырсыҡбаш бәшмәктәрҙең төрҙәре, дөрөҫ әҙерләнмәгән бүрекбаш бәшмәктәре аштарын ҡулланыу йәки уларҙы саманан тыш ашау арҡаһында тыуыуы ихтимал. Гиромитриндар тип аталған ҡайһы бер матдәләр башланғыс булып тора. Был ағыуҙар өлөшләтә (ҡайһы бер бүрекбаштарҙа) йәки бөтөнләй (айырым тубырсыҡбаш бәшмәктәрҙә) юғары температураға сыҙамлы булыуы мөмкин. Гиромитриндар гемолитик тәьҫир итә, ҡанда гемоглобиндың күтәрелеүе, һары сире, ҡоҫоу, эс китеү һәм йоҡоһоҙлоҡтоң артыуы ағыуланыу билдәләре булып тора. Ауыр ағыуланыу үлемгә килтереүе мөмкин.
NAMA (North Amarica Micological Assoiation 2017 йыл 13 декабрь архивланған.) мәғлүмәттәре буйынса, гиромитрин түбәндәге бәшмәктәрҙә бар:
- Gyromitra esculenta
- Gyromitra ambigua
- Gyromitra infula
- Gyromitra, башҡа төрҙәрендә, бигерәк тә G. montanum, G. gigas, G. fastigiata (= brunnea), G. californica, G. sphaerospora
- Helvella, Verpa һәм Cudonia spp.
Галлюциногендар менән ағыуланыу
үҙгәртергәИң күбе галлюциноген бәшмәктәр булараҡ Psilocybe өйрәнелгән, тәьҫир итеүсе башланғыс сифатында уларҙың составында псилоцин һәм псилоцибин бар. Шулай уҡ Panaeolus һәм Conocybe ырыуҙарынан ҡайһы бер бәшмәктәрҙең галлюциноген үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр бар. Был бәшмәктәрҙең матдәләре психика боҙолоуына килтергән психотометиктарға йәки психодислептиктарға ҡарай. Ағыуланыу артериаль баҫымдың тиҙ түбәнәйеүенә, тирләүгә, күҙ ҡараларының киңәйеүенә килтерә, иҫереү тойғоһо һәм көстөң кәмеүенә килтерә. Оҙаҡламай галлюцинациялары булған ауыр психоз билдәләре барлыҡҡа килә, иңлек һәм ваҡыт тураһында күҙаллауҙар боҙола, ҡайһы берҙә үҙ-үҙен үлтереүгә килтереүсе депрессив хәлдәр булыуы мөмкин[4].
Тиреҫ бәшмәктәре менән ағыуланыу
үҙгәртергәБыл бәшмәктәрҙе шартлы рәүештә ашарға яраҡлы тип ҡулланалар, ләкин ҡайһы бер төрҙәр менән спиртлы эсемлектәр ҡулланалар икән, ағыуланыу барлыҡҡа килеүе ихтимал[5]. Ошо бәшмәкте ҡулланғандан һуң 1-2 тәүлек эсендә спиртлы эсемлектәр эскәндә ағыуланырға мөмкин.
Ағыуланыу билдәләре: борсоулы хәл, бит ҡыҙара, пульс әкренәйә һәм эсәк ауырта. Ғәҙәттә синдром 2-3 көн дауам итә.
Ғәмәлдәге башланғыс (коприн[6]) альдегиддегидрогеназа ферментын тотҡарлай, шул рәүешле ул алкоголь метаболизмын уксус альдегиды барлыҡҡа килеү стадияһында тота һәм антабус эффектын яраҡлаштырып, токсик тәьҫир итә лә инде.
Ашҡаҙан-эсәк ағыуланыуҙары
үҙгәртергәТипик ашҡаҙан-эсәк симптомдарын ғәҙәттә аҙ ағыулы, шулай уҡ дөрөҫ булмаған кулинар эшкәрткәндә шартлы рәүештә ашарға яраҡлы булып һаналған күп бәшмәктәр тыуҙырыуы ихтимал. Иҫке, өлгөргән бәшмәктәрҙе ҡулланғанда ла, йәки ярамаған шарттарҙа оҙаҡ һаҡланғанда ла ошондай ағыуланыу барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Симптомдар бер нисә сәғәттән эс ауыртыу, ҡоҫоу, диарея менән күренә, ауыр осраҡтарҙа тартышыу һәм аңды юғалтыу менән оҙатыла. Ғәҙәттә ағыуланыу бер нисә көндән үтә, ләкин етди өҙлөгөүгә сәбәпсе булыуы ихтимал, айырыуса балаларҙа һәм өлкән йәштәгеләрҙә.
Эсәктәргә тәьҫир иткән иң билдәле ағыулы бәшмәктәр:
- Иблис бәшмәге
- Tricholoma pardinum
Шартлы ашарға яраҡлы бәшмәктәр:
- Баҫма сыбар имән бәшмәге
- Йәшкелт көрән имән бәшмәге
- Ҡайһы бер һарыҡ бәшмәктәре
Тышҡы мөхиттән токсиканттар туплаған бәшмәктәрҙең хәүефлелеге
үҙгәртергәАуыр металдарҙы туплау
үҙгәртергәРадионуклидтарҙы туплау
үҙгәртергәТәү сиратта Чернобыль һәләкәте, Маяҡ ядро комбинатында шартлау һәм ташландыҡтар, АЭС ташландыҡтары һөҙөмтәһендә цезий-137 һәм башҡа радионуклидтар менән зарарланған бәшмәктәр ҙә ҡурҡыныс тыуҙыра. 2009 йылда Роспотребнадзор Ленинград өлкәһендә (уларҙа цезия-137 миҡдары норманан күпкә артығыраҡ) бәшмәктәр тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығара: яңы йыйылған бәшмәктәрҙә цезий-137 концентрацияһы рәсми сикләнеүле кимәл 500 Бк/кг кимәлендә (Рәсәй ҡануниәте һәм Украина ҡануниәте буйынса) һәм 370 Бк/кг кимәлендә (белорус ҡануниәтенә ярашлы) 1390 Бк/кг тиклем (Кингисепп районында) булған. Баҫылып сыҡҡан тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Ленинград АЭС-ы эргәһендә бәшмәктәрҙең бысраныу кимәле күпкә юғары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Даниленко В. С., Родионов П. В. Острые отравления растениями. Киев 1981, стр. 70-75
- ↑ По материалам Грибы: Справочник / Пер. с итал. Ф. Двин. — М.: «Астрель», «АСТ», 2001. — С. 15—18. — 304 с. — ISBN 5-17-009961-4.
- ↑ Мускарин // Большая медицинская энциклопедия, Т. 16. — 3-е изд. — М.: «Советская энциклопедия», 1981. — С. 23.
- ↑ Benjamin C. Persistent psychiatric symptoms after eating psilocybin mushrooms // Br. Med. J. — 1979. — Т. 6174. — С. 1319—1320.
- ↑ medicalit.ru 2016 йыл 7 март архивланған. Коприновый синдром
- ↑ Семёнов А.И. О грибах и грибниках: Справочник по сбору грибов в Крыму. — Симферополь: «Таврия», 1990. — С. 77. — 192 с. — ISBN 5-7780-0177-0.