«Бәхет»— Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1887 йылда яҙылып, 1887 йылдың 6 июнендә «Новое время» гәзитенең 4046-сы һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла.

Бәхет
Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1887

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1887

А. П. Чеховтың «Бәхет» хикәйәһе 1887 йылда яҙылып, 1887 йылдың 6 июнендә «Новое время»  гәзитенең  4046-сы һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла, 1888 йылда Я. П. Полонскийға бағышлау менән «Хикәйәләр» йыйынтығында баҫыла, А. Ф. Маркстың баҫмаһына инә. Хикәйә Чеховтың көньяҡҡа барып йөрөгәндә йыйған материалдары, авторҙың тәрбиәсеһе Агафья Александровна Кумская хәтирәләре буйынса яҙылған. Таганрог округында  хикәйәлә телгә алынған, легендаларға  сорналған Саур-Могила  урынлашҡан.

Чехов тере саҡта хикәйәһе немец, серб-хорват, словак һәм чех телдәрендә баҫыла.

Хикәйәне замандаштары һоҡланыулы баһалаған. Яҙыусының туғаны Ал. П. Чехов авторы былай тип яҙа: «Һай, дуҫҡай, үҙеңдең һуңғы "дала" өмәң менән шау-шыу сығарҙың. Әҫәрең — иҫ киткес шәп. Тик уның тураһында ғына һөйләйҙәр. Маҡтау — көсөргәнешле. Докторҙар ауырыуҙарға тынысландырыу дарыуы урынына әҫәр баҫылған  таушалған № тәҡдим итә».

Хикәйәне тәнҡитсе И. И. Левитан баһалай, ул Чеховҡа былай тип яҙа: «...һин мине пейзажист булараҡ хайран иттең. Мәҫәлән: «Бәхет» хикәйәһендә дала, ҡурған, һарыҡ картиналары һоҡландырғыс».[1]

Әммә тәнҡитсе К. Арсеньев хикәйәне индерелгән булмай шул әҫәрҙәрҙе, «йөкмәткеһе менән дә Чехов әфәнде очерктарының төп көсөн айырым матурлығы менән билдәләрлек яғынан да артыҡ ярлы»[2]

В. Гольцев «Бәхет» хикәйәһендә яҙыусының пантеистик ҡарашы «ҡайғылы төҫ» ҡабул итә, тип билдәләй [3].

Киңәйтелгән фекерҙе И. В. Джонсон әйтте. Ул билдәләүенсә, был осорҙа бар. Чеховтың «өҫтә ятҡан, үҙенә айырым ҡиммәте булған юморы» ғалим методын хәтерләткән «тормошто рәссамдарса вайымһыҙ тамаша ҡылыу» кеүек яңы фаза менән алмашына[4].

Төндәрҙең береһендә дала юлында ике һарыҡ көтөүсеһе, һикһән йәш тирәһендәге ҡарт һәм Санька исемле йәш егет өс мең тирәһе һарыҡ көтөүен ҡарауыллай. Уларҙан йыраҡ түгел ир-егет һәм уның аты — Маҡар экономияһынан урман ҡарауылсыһы Пантелей ҙа бар. Ҡарт Пантелей менән ен-бәрей, был урында күмелгән күп хазиналар, сихырланған байлыҡтар тураһында һөйләшеп китәләр. Хазиналар 1812 йылда Рәсәйҙән сигенгән француздарҙан тартып алынған, имеш. Әңгәмәселәрҙе хазиналарҙы эҙләү идеяһы ҡыҙыҡһындыра. Хазиналарҙы  улар ергә күмелгән бәхет менән бәйләйҙәр. Урман ҡарауылсыһы былай ти: «Терһәк яҡын да бит ни, ләкин тешләп булмай... Бәхет бар ҙа бит ни, уны эҙләрлек аҡыл юҡ». Ә ҡарт хатта «байлыҡ тапһа, уны ни эшләтерен дә белмәй».

Таң атҡанға саҡлы туйғансы һөйләшкән әңгәмәселәр айырылып китә. Уларҙың һәр береһе бәхет хаҡында уйланыуын  дауам итә. Йәш булғанлыҡтан, Саньканы бәхет үҙе ҡыҙыҡһындырмай, «кеше бәхетенең кәрәкмәгән һәм аңлашылмаған, әҙәм ышанмаҫлыҡ һәм әкиәткә оҡшауы» уйландыра. Һарыҡтар ҙа ни хаҡталыр уйға батҡан.

  • Чехов А. П. Счастье // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 36, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • La Fortune traduit par Édouard Parayre, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1970, ISBN 2-07-010550-4.
  • Anton Tschechow: Der Mensch im Futteral. Erzählungen. Übersetzt von Kay Borowsky. Nachwort von Ludolf Müller. 334 Seiten, Reclam, Stuttgart 1978, ISBN 978-3-15-009901-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр 

үҙгәртергә
  1. И. И. Левитан. Письма, документы, воспоминания. М., 1956, стр. 37
  2. «Вестник Европы», 1888, № 7, стр. 261
  3. «Русская мысль», 1894, № 5, стр. 47
  4. «Ст. "В поисках за правдой и смыслом жизни". «Образование», 1903, № 12