БәләАнтон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылда «Петербург гәзитенең» 336-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Бәлә
Нигеҙләү датаһы 1887
Атамаһы Беда
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 7 (19) декабрь 1887
Баҫылған Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Бәлә» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылда «Петербург гәзитенең» 336-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, 1890 йылда «Хмурые люди» йыйынтығында донъя күрә, хикәйә шулай уҡ яҙыусының А. Ф. Маркс нәшер иткән баҫмаһына ла индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә немец, румын һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.

Чехов судтар эше менән ҡыҙыҡһына,суд процедуралары менән таныша. Н. Г. Серповский билдәләп үтеүенсә, Чехов суд ғәмәлендә «тәрән драматик» һәм «юморлы, хатта анекдотлы» сюжеттар таба. Был хикәйәһендә яҙыусы 1884 йылда үткән «скопин эше» буйынса хроникаһын алып барыусы булған саҡтағы тәжрибәһен яҙа. 1884 йылда Скопин ҡалаһы банкы был ойошма етәкселеге төрлө мутлыҡтар алып барғанлыҡтан банкротлыҡҡа сығарыла. Яҙыусының «Дело Рыкова и комп.» тигән мәҡәләләре 1884 йылда «Петербург гәзитендә» баҫыла.

Тәнҡитсе Н. К. Михайловский, «Бәлә» хикәйәһенә һылтанып, «Хмурые люди» йыйынтығының атамаһын уңышһыҙ тип һанай: «Нисек инде араҡы эсеп, балыҡ ыуылдырығы менән тәғәм иткән, мутлашҡан, ниндәйҙер банк отчеттарына уҡымайынса ғына ҡул ҡуйып йәшәгән һәм мутлығы өсөн төрмәгә ултыртылған, ә һуңынан Себергә ебәрелгән сауҙагәр Авдеевты һытыҡ, ҡараңғы сырайлы кеше тип атап булһын инде?»[1]{0}[13]{/0}} (1936)

Ф. Пактовский «Бәләгә» шулай уҡ үҙ фекерен әйтеп үтә һәм уны уҡыусылар өсөн түгел, ә «юриспруденция вәкилдәре өсөн файҙалы әйбер тип атай»[2].

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Иван Данилыч Авдеев, сауҙагәр, кибет хужаһы, банктың ревизия комиссияһы ағзаһы.

Иван Данилыч Авдеев, сауҙагәр, банк ревизия комиссияһы ағзаһы, үҙен бик намыҫлы кеше итеп һанаусы, бик ныҡ тулҡынлана. Банк директоры, Петр Семеныч, яңыраҡ ҡына үҙенең дүрт хеҙмәткәре менән ҡулға алына. Банк мутлашыу арҡаһында банкротлыҡҡа төшкән. Күҙәтеү комиссияһы ағзаһы булараҡ, Авдеев отчеттағы һандарҙың гаранты булып тора. Отчеттарҙа бер нимә лә аңламаһа ла, уның ҡултамғаһы барлыҡ бухгалтерия отчет документтарында тора. Етмәһә ул үҙе «бер ниндәй нигеҙле документы булмаһа ла банктан 19 мең һум аҡса» алған. Банк директоры уның ҡулына был аҡсаны тоттороп киткән була. Сауҙагәрҙең кибете ябыла, уға мисәт һуғыла, өйөндәге барлыҡ мебель иҫәпкә индерелә. Авдеев йортонда һаҡ аҫтында ултыра.

Суд процессы яҡынлаша. Авдеев судта судьяларҙы аңламай, ә тегеләре Авдеевты аңламай. Аҙна ярым буйына барған судтың аҙағында Авдеевҡа һуңғы һүҙ бирәләр, һәм ул залда көлкө тыуҙырған, бөтөнләйе менән адвокат өйрәткәнсә булмаған, һүҙҙәрҙе әйтә. Авдеевты Тобол губернаһына һөргөнгә ебәрергә тигән хөкөм сығаралар һәм ярты йылдан һуң суд ҡарары үтәлә.

  • Чехов А. П. Беда // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 193, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Infortune, traduit par Édouard Parayre, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1970, ISBN 2 07 010550 4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Беда. Оригинальный русский текст.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Русские ведомости», 1890, № 104, 18 апреля
  2. Ф. Пактовский. Современное общество в произведениях А. П. Чехова. Казань, 1901, стр. 33