Бәләтәр
Бәләтәр, Бәләтүр — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Бәләтәр | |
---|---|
башҡ. (Бәләтәр, Бәләтүр) | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 20 км |
Киңлеге | 6 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 790 м |
Урынлашыуы | |
54°29′56″ с. ш. 58°38′10″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Урынлашҡан урыны
үҙгәртергәБөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан төньяҡтараҡ Ағиҙел һәм Алағуян (Ағиҙел й. ҡушылдығы) йй. араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге — яҡынса 6 км, абс. бейеклеге 790 м (Серекәй тауы). Рельефы Алағуян һәм Бөһөндө (Ағиҙел й. ҡушылдығы) йй. үҙәндәре, биләндәр һәм сағылдар м‑н йырғыланған, урыны м‑н таш ишелмәләре күҙәтелә. Йылға селтәре ныҡ бөгөлләнә. Һырттың төньяғында йомро формалы түбәләр, көньяғында конус һымаҡ түбәләр айырылып тора, битләүҙәре текә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, һәүерташтарынан тора.
Ландшафтары аҡһыл һоро тау-урман тупрағындағы ҡайын, ҡайын-ҡарағай һәм ҡайын-уҫаҡ-ҡарағай урмандарынан ғибәрәт; ҙур майҙанды йүкә һәм имән урмандары биләй, ҡарағас урмандары осрай. Тау араһындағы уйпатлыҡтарҙа һаҙмат урындар бар, көньяҡ-көнбайышта — төрлө үләнле урман болондары.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИ.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Бәләтәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.