«Бәләкәс кенәләр» — Александр Солженицындың проза менән яҙылған миниатюралар циклы. Ҡайһы бер әҙәбиәт белгестәре уларҙы «проза менән яҙылған шиғырҙар» тип атап йөрөтә[1].

Бәләкәс кенәләр
Нәшер ителеү ваҡыты 1964

Яҙыу һәм баҫмалар

үҙгәртергә

Миниатюраларҙың төп һәм күп өлөшө яҙыусы СССР-ҙа йәшәгән саҡта, 1958-1960 йылдарҙа яҙыла Миниатюраларын яҙыусы 1961 йылдың декабрендә «Новый мир» журналына баҫтырып сығарырға ебәрә, тик А. Т. Твардовский унан баш тарта:

Элекке килгәндәремдә мин Твардовскийға лагерь тураһындағы бер нисә шиғырҙарымды, «Бәләкәс кенәләрҙең» ҡайһы бер зыянһыҙыраҡтарын һәм «Ауыл үтә тоғролоҡло кешеһеҙ тора алмай» хикәйәһен килтергәйнем. «Бәләкәс кенәләрҙе» ул «ҡуйын дәфтәренә яҙып ҡуйылған запас» тип кенә ҡабул итте, уларҙың жанрын бөтөнләй тойманы[2].

Шунан һуң «Бәләкәс кенәләр» Самиздатта, ә 1964 йылда (авторға әйтеп тә тормайынса) «Грани» журналында (Франкфурт-на-Майне ҡалаһы, 1964, 56)[3][4] баҫтырыла. Артабан миниатюралар Солженицындың әҫәрҙәр йыйылмаһы составында баҫылып сыға.

«Молитва» миниатюраһы тәүге тапҡыр «Вестник русского христианского движения» журналында (1966, 3 (81)) баҫыла[5]. Автор әйтеүе буйынса, «Молитва» миниатюраһы яҙыусының әҫәрҙәрен самиздатта баҫтырып таратыусы Д. Воронянская арҡаһында баҫылып сыға:

Воронянская «Молитваны» донъя күләменә осороусы булды… [6]

Миниатюраларҙың ҡалған өлөшө автор Рәсәйгә әйләнеп ҡайтҡас 1996-1999 йылдарҙа яҙыла. Беренсе тапҡыр «Новый мир» журналында (1997, 1, 3, 10; 1999, № 7) баҫылып сыға, шулай уҡ Солженицын әҫәрҙәренең тулы йыйылмаһы составына индерелә[6]. 1996 йылда «Новый мир» журналына «Бәләкәс кенәләрҙе» («Лиственница», «Молния», «Колокол Углича») тапшырған саҡта Солженицын : «Бары тик Рәсәйгә ҡайтҡас ҡына, мин уларҙы яҙып бөтөрөргә һәләтле булдым, ә тегендә(сит илдә) — яҙа алманым…» — тип әйтә[6].

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә
  • Тын алыу
  • Сегден күле
  • Өйрәк бәпкәһе
  • Шағир мәйетенең туҙаны
  • Ҡарама бүрәнә
  • Һыуҙағы сағылыш
  • Тауҙарҙағы йәшенле ямғыр
  • Невалағы ҡала
  • Шарик
  • Хәрәкәт ысулы
  • Иҫке биҙрә
  • Есениндың тыуған ерендә
  • Колхоз рюкзагы
  • Костёр һәм ҡырмыҫҡалар
  • Беҙ үлмәбеҙ ул
  • Яҡты көнгә ингәндә
  • Ока буйлап сәйәхәт
  • Доға
  • Ҡарағас
  • Йәшен
  • Сиркәү манараһы
  • Углич ҡыңғырауы
  • Ҡартайыу
  • Оят
  • Зәһәр эсемлек
  • Иртә
  • Япма
  • Эңерҙә
  • Әтәс ҡысҡырыуы
  • Төнгө уйҙар
  • Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу
  • Рәсәй тураһындағы доға

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә


  Был әҙәбиәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ. Ҡалып:Александр Солженицын