Бәкеров Наил Кутлужан улы

Бәкеров Наил Кутлужан улы (30 март 1952 йыл — 23 март 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, профессор, физика-математика фәндәре докторы (1995). Ихтималлыҡ теорияһы һәм математик статистика өлкәһе белгесе.

Бәкеров Наил Кутлужан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 март 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Ҡарағанды, Ҡарағанда өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 23 март 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө математик, статистик
Эшмәкәрлек төрө Ихтималлыҡ теорияһы һәм математика статистикаһы[d]
Уҡыу йорто РФА-ның математика институты[d][1]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Ибраһимов Илдар Абдулла улы
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Наил Кутлужан улы Бәкеров 1952 йылдың 30 мартында Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡарағанды ҡалаһында тыуа. Атаһы — Кутлу Хакимжан улы Бәкеров — нефтсе, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған геологы, геология-минералогия фәндәре кандидаты, әсәһе — Зәкиә Абдрахман ҡыҙы Бәкерова, күҙ табибы.

Наил Ҡутлужан улы 1969 йылда Аҡтүбәлә мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң тормошон Өфө менән бәйләй. Бында ул 1974 йылдың ноябренән — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында аспирант була, 1977 йылдың ноябренән — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдың июленән — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының физика һәм математика бүлеге ғилми хеҙмәткәре. Өфөлә Математика институты ойошторолғандан һуң, унда өлкән ғилми хеҙмәткәр (1988 йылдың июленән) һәм әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр (1996 йылдың июненән) булып эшләй.

1979 йылда — кандидатлыҡ, 1995 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (икеһе диссертацияһын да Санкт-Петербург дәүләт университетында яҡлай). Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында уҡытыусы булып эшләй. "Өфө математика журналы"ның мөхәрририәте коллегияһы ағзаһы була[2].

2010 йылдың 23 мартында өйөнә ҡайтып барғанда машина бәреп китеүҙән һәләк була[3]

Ҡыҙыҡһыныуҙары

үҙгәртергә

Наил Бәкеров һыу туризмы, өҫтәл теннисы, карате һәм башҡа спорт төрҙәре менән ҡыҙыҡһына. 80-90-сы йылдарҙа Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың тау йылғаларынан ағып төшә. 50 йәшендә өҫтәл теннисы буйынса спорт мастерлығына кандидат исеме ала[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә