Быков ауыл Советы (Благовещен районы)
Быков ауыл Советы — Благовещен районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 453437. ОКАТО коды — 80215810000. Иҫке Надежжин ауыл Советы менән берләштерелә.
Быков ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Ахлыстин |
Административ-территориаль берәмек | Благовещен районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Төп йылғаһы: Өфө.
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәАхлыстин ауылы — административ үҙәк, Арҡауыл, Быков, Берёзовая Поляна, Варьяз, Владимировка, Уҡман ауылдары[1].
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендә ҡабул ителгән 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, 1-се статьяһы, п. 13) түбәндәге юлдар бар[2]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Благовещен районы буйынса:Быков ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға
«Иҫке Надеждин» атамаһын һаҡлап, Иҫке Надеждин һәм Быков ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Иҫке Надеждин ауылында урынлаштырырға. Быков ауыл Советының Ахлыстин, Арҡауыл, Берёзовая Поляна, Быков, Варьяз, Владимировка, Уҡман ауылдарын Иҫке Надеждин ауыл Советы составына индерергә.
Иҫке Надеждин ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 йылға Нуриман районы, Иҫке Надеждин ауыл Советы, Ильина Поляна ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш була[3](«Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы (ред. 19.11.2008)»).
Күренекле шәхестәре
үҙгәртергә- Пенкин Александр Александрович (1942) — контр-адмирал.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН