Бунин урманы — дәүләт тәбиғи ландшафт заказнигы. Башҡортостандың Бәләбәй районында урынлашҡан.

Майҙаны — 1200 гектар[1].

Тасуирлама үҙгәртергә

Заказник Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1997 йылдың 12 февралендәге 124-р ҡарарына ярашлы булдырылған[2]. Һыу айырғыс ҡарт йәштәге ҡарағайлыҡтар, йүкәлектәр һәм имәнлектәрҙе ҡурсалау маҡсатында ойошторолған.

Башҡортостандың Бәләбәй районында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндәге боронғо эрозиялы платола һәм материк битләүҙәрендә, Парафеевка ауылынан төньяҡҡа табан 0,5 км һәм Рассвет ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Көньяҡтан — Рә йылғаһы, көнбайыштан — Көтәмәле йылғаһының үҙәне, көнсығыштан — МалиновкаЯңы КөсБәләбәй автомобиль трассаһы менән сикләнгән. Бәләбәй участка урмансылығының 85-93-сө кварталдарын үҙ эсенә ала.

Заказниктың иң мөһим объекттары — төп реликт ҡарағай урмандары. Уларҙың бер өлөшө «Бәләбәй урман хужалығындағы тәбиғи ҡарағайлыҡтар» тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Көтәмәле һәм Рә йылғаларына ҡарай битләүҙәреҙә ҡарағайлыҡтар һирәгәйә, ваҡ ағаслыҡта селек һәм сейә ҡыуаҡлыҡтары бар. Икенсе участкала улар киң япраҡлы-ҡарағай урмандарынан ғибәрәт, уларҙа май ынйы сәскәһе осрай. Айырым массивтар менән имәнлектәр осрай. Заказниктың байтаҡ майҙандарын йүкәлектәр, ҡайынлыҡтар һәм уҫаҡлыҡтар биләй.

Рә йылғаһы үҙәнендә ерек-муйыл ағаслыҡтары һәм таллыҡ (аҡ тал һәм башҡалар) таралған. Болонлоҡтар һәм далалар, шишмә үҙәненең риофил берләшмәләре киң таралған. Заказниктың төньяҡ өлөшөндә уникаль берләшмә — битләүҙәге мүкле шишмә һаҙлығы урынлашҡан[3].

Заказниктың өстән бер өлөштән ашыуын төрлө йәштәге урман культуралары, башлыса ҡарағайҙар биләй. Шулай уҡ дала үҫемлектәре (ташлы һәм болонло далалар) айырым һаҡланырға тейеш.

Заказник территорияһында үҫемлектәрҙең һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған (шул иҫәптән Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән) төрҙәре үҫә: ике башаҡлы эфедра, дөйә ҡылғаны, Урал етене, Ипполит ҡыйыҡтажы, Урал төймәбашы, һипкелле йомрогөл, һипкелле глобулярия, эре тәңкәғуҙаҡ.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Кадастровые сведения об особо охраняемых природных территориях регионального и местного значения Республики Башкортостан по состоянию на 01.01.2020 г.
  2. Решение кабинета Министров Республики Башкортостан от 12.02.1997 №124-р
  3. Государственный природный заказник республиканского значения "Бунинский лес" // ООПТ России.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Норматив-хоҡуҡи документтар үҙгәртергә

  • Решение кабинета Министров Республики Башкортостан от 12.02.1997 №124-р
  • Постановление правительства Республики Башкортостан от 31.10.2011 №385 «Об утверждении положений о государственных природных заказниках республиканского значения»

Һылтанмалар үҙгәртергә