Булатова Әлфирә Хәйретдин ҡыҙы

сәнәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе

Булатова Әлфирә Хәйретдин ҡыҙы (Ҡыҙ фамилияһы — Миңлеғәлиева[1], 5 март 1953 йыл) — сәнәғәт эшмәкәре[1], электр техникаһы инженеры. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» (2000). Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең махсус элемтә бүлеге мөдире (1998 йылдан алып).

Булатова Әлфирә Хәйретдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Урмантау ауылы, Таймый ауыл Советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әлфирә Хәйретдин ҡыҙы Булатова 1953 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Урмантау ауылында тыуа. 1978 йылда Өфө авиация институтын электр техникаһы инженеры һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә башлай. 1983 йылға тиклем 25-се цехта инженер, инженер-лаборант булып эшләй. 1983—1998 йылдарҙа инженер-электронсы, өлкән инженер-электронсы, әйҙәүсе инженер-электронсы, 3-сө бүлек начальнигы була. 1998 йылдан алып махсус элемтә бүлеген етәкләй. Был бүлек берекмәнең автоматик телефон станцияларын, диспетчер бәйләнешен, радиотрансляция селтәрен, һау-янғынға ҡаршы сигнализацияны, электр таблоларын һәм башҡаларҙы ҡулланыуҙы тәьмин итә, бәйләнештә сүс-оптика линияларын үҫтереү буйынса әңҙем эшләй. Әлфирә Хәйретдин ҡыҙы тәрән белемгә һәм ҙур тәжрибәгә эйә. Оҫта ойоштороусы, һәр саҡ һөнәри кимәлен күтәреп, белемен камиллаштырып тора[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

«Берекмәнең иң яҡшы инженер-техник хеҙмәткәре» (1981)
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» (2000)
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең Маҡтау ҡығыҙы (2005)
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең Рәхмәт хаттары (2011, 2013, 2018)[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә