Букесфельд (крәҫтиән утары)
«Букесфельд» (нем. Freihof Buckesfeld) — һалымдан азат ителгән һәм Люденшайд ҡалаһында урынлашҡан крәҫтиән утары, ул 1554 йылдан башлап документтарҙа: башта «Буксфельд» (нем. BuxfeldBuxfeld) телгә алынған.
Иҫтәлекле урын | |
Букесфельдта крәҫтиән утары Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәТикшеренеүселәр һалымдан азат ителгән «Буксфельд» атамалы крәҫтиән утары тураһындағы мәғлүмәтте 1554 йылда баҫылған Люденшайд ҡалаһы документтары араһында тапҡан; әммә алпауыт ере күрһәтелгән ошо датанан күпкә өлкән булырға тейеш тип тәҡдим итәләр. 1907 йылда усадьба хужаһы Иоһанн Дидрих Рамедтың (нем. Johann Diedrich RahmedeRahmede Diedrich Johann) тол ҡатыны алпауыт хужалығын Люденшайд ҡала хакимиәтенә һатҡан. 1960 йылдар уртаһында поместье биләмәһендәге ҡаралдыларҙың күпселек өлөшө емерелгән: бары тик «коттен» (нем. KottenKotten йәки нем. KateKate, ауыл общинаһы эсендә, ҡайһы берҙә унан ситтә лә урынлашҡан, биҙәлеше буйынса ябай торлаҡ йәки, бер — йә ике ҡатлы оҫтахана) ғына хәҙерге көндә архитектура ҡомартҡыһы тип һаналған бина. Поместьеның төп территорияһында Ричард-Ширманн-Реалшуле (нем. Richard-Schirrmann-RealschuleRichard-Schirrmann-Realschule) мәктәбе төҙөлгән.
Поместьела һаҡланып ҡалған берҙән йорт 2010—2012 йылдарҙа бер нисә йылдан йорт ремонтланған һәм һәм бер ни тиклем үҙгәртеп ҡоролған — уның тарихи һалам ҡыйығы черепица менән алмаштырылған, шулай уҡ тәҙрәләре киңәйтелгән, ремонттан һуң улар пластик тәҙрәгә әйләнгән. Тирә-яҡ территория ла үҙгәртелгән: шул иҫәптән, өйҙө уратып үҫкән иҫке ағастар ҡырҡылған. Люденшайдтың тыуған яҡты өйрәнеүселәре, һәйкәлде һаҡлау хәстәрләнһә лә, бинаның тәүге ҡиәфәте юғалған тигәндәр. Тарихи бинаны үҙгәртеү урындағы халыҡтың ризаһыҙлығына килтергән; яңы хужаларҙың әйтеүенсә, иҫке ҡыйыҡты һаҡлап ҡалыу иҡтисади яҡтан файҙаһыҙ эш булыр ине.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Geschichts- und Heimatverein e. V., Lüdenscheid: Lüdenscheider Erinnerungen 2012. Hrsg.: Stadtwerke Lüdenscheid GmbH.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- 104. Unterm Freihof (Kötterhaus) (нем.). Stadt Lüdenscheid. Kultur: Denkmalschutz. Дата обращения: 1 декабрь 2018.