БеүәРәсәй Федерацияһының Европа өлөшөндәге йылға, Каманың һул ҡушылдығы[1].

Беүә
Характеристика
Оҙонлоғо 228 км
Бассейн 6530 км²
Һыу ағымы
Инеше Тол ҡалҡыулығы
 · Урынлашыуы Пермь крайының Көйәҙе районы
 · Координаталар 56°39′31″ с. ш. 55°26′04″ в. д.HGЯO
Тамағы Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы
 · Координаталар 56°12′24″ с. ш. 54°11′16″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,4 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Пермь крайы, Башҡортостан, Удмуртия
РДҺР 10010101112111100015970
Беүә (Пермь крайы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Кама бассейны

Пермь крайы Көйәҙе районы биләмәһенән башлана, унан һуң Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы буйлап аға, Удмуртия биләмәһенә сығып Кама йылғаһына ҡоя[2][3].

Оҙонлоғо — 228 км, дөйөм һыу ятҡылығы майҙаны — 6530 квадрат километр, һыу йыйылыуҙың уртаса бейеклеге 153 метр. Тулайым ауышлығы — 0,4 м/км. Беүә йылғаһы Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан Ҡарман ДРЭС-ының Ҡарман һыуһаҡлағысын һыу менән тулыландыра.

Башлыcа ҡар һыуҙары менән туйына. Йыллыҡ ағымының 65 проценты яҙғы (апрель—май), 23 проценты йәйге-көҙгө (июнь—октябрь), 12 проценты ҡышҡы (ноябрь—март) ваҡыттарға тура килә. Нефтекама ҡалаһы ҡала округына ҡараған Шишмә ауылы тирәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 24,3 м³/с. Бассейн рельефы убалы тигеҙлек, йылға үҙәндәре һәм һыҙалар менән бүлгеләнгән, башлыса өҫкө пермдың өфө ярусы һәм ҡаҙан ярусы тоҡомдарынан ғибәрәт. Үрге ағымда ландшафтар кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡара ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандардан тора. Башҡа биләмәлә аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә, байтаҡ өлешө һөрөлгән. Бассейн территорияһының 31 процентын урман ҡаплаған. Беүәлә Ҡарман һыуһаҡлағысы төҙөлгән.

Алтмышынсы йылдарға тиклем йылға буйлап һал ағыҙғандар. Шул саҡта Беүә һайыға башлай. 1960 йылдағы БАССР хөкүмәте ҡарары менән һыуһаҡлағыс төҙөлөүгә бәйле, һал ағыҙыу, шулай уҡ йылғаның ике яҡ ярынан өс саҡырымлыҡ ара аяу зонаһы тип иғлан ителә. Ул тирәлә мал көтөү, урман, ҡыуаҡтар киҫеү ҡәтғи тикшереүгә алына.

Яңауыл районы территорияһында Беүә йылғаһының оҙонлоғо 100 км тәшкил итә. Истәк ауыл советы территорияһы аша - 8 км, Ҡарман ауыл Советы аша- 12 км, Яңы Уртауыл ауыл Советы территорияһы аша йылғаның иң оҙон үҙәне үтә.

Яңауыл районы халыҡтарының күбеһенең тормошо, төбәктең һыу объекттарының иң эреһе - Быуа йылғаһы менән бәйле. Электән, йылға, ерҙәрҙе бүлгәндә территория сиге булып торған. Уның тураһында бик күп тарихи яҙмаларҙа иҫкә алына, һәм был мәғлүмәт райондың сиктәрендә лә билдәле.

60-сы йылдар башында йылға буйлап һал ағыҙғандар. Тора бара Быуа йылғаһы һайыға башлай. 1960 йылды БАССР хөкүмәтенең махсус ҡарары буйынса, йылғаның ике ярынан өс километр арала мал көтөргә, балыҡ тоторға, ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар киҫәргә тыйылырға һәм ҡәтғи көйләнергә тейеш, тип иғлан ителгән була.

1963-1973 йылдарҙа Быуа йылғаһында Башҡорт энергетикаһының флагманы булып торған – Ҡарман ГРЭС-ын төҙөйҙәр. Һыуһаҡлағысы төҙөгәс һал ағыҙыуҙы туҡтаталар. 1973-74 йылдарҙа Таш-Елға ауылы территорияһында тимер-бетон күпер төҙөгәндән һуң, Быуа йылғаһының ике яры ла ҡушыла. Быға тиклем йылға аша тик кисеү сығып йөрөгәндәр.

Йылғала алабуға, суртан, сабаҡ, ҡорман, аҡ сабаҡ, шамбы, һыла, ажау, ағасъяңаҡ, этеш, ташбаш, ҡыҙылғанат һәм башҡа балыҡтар йөҙә. Йылғаның бассейны, ҡайһы бер йөҙә торған күсмә ҡоштар өсөн йәшү урыны булып тора.

Быуа йылғаһы, бигерәк тә йәй көнө, яңауыллыларҙың иң яратҡан ял итеү урыны. Ҡыш көнө бында балыҡ тотоу буйынса йола ярыштары үткәрелә. Йылға образы күпләгән поэт һәм прозаиктарҙың илһам алыу шишмәһе булып тора Төп ҡушылдыҡтары :

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә