Буйновск тарлауығы
Буйновск тарлауығы (болг. Буйновското ждрело, Ягодинско ждрело) — Буйновск йылғаһы (Выча йылғаһының һул ҡушылдығы) буйынса тарлауыҡ. Болгарияның Смолянск өлкәһе Борин общинаһы янында урынлашҡан.
Буйновск тарлауығы | |
болг. Буйновското ждрело, Ягодинско ждрело | |
Дәүләт | Болгария |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Борино[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Родопы[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1090 метр |
Оҙонлоҡ | 16 km |
Буйновск тарлауығы Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәТарлауыҡтың оҙонлоғо 16 км самаһы, уртаса бейеклеге 1090 м тәшкил итә. Тарлауыҡ Буйново ауылынан төньяҡҡа табан, диңгеҙ өҫтө кимәленән 1307 м бейеклектә башлана, артабан төньяҡҡа табан йүнәлә һәм 16 км-ҙан һуң Тешел плотинаһында, диңгеҙ өҫтө кимәленән 876 м бейеклектә тамамлана. Упғын протерозой мәрмәре менән тулған. Родопи тауы тирә яҡтағы иҫ киткес матурлыҡ күпләп туристарҙы йәлеп итә. Тарлауыҡтың беренсе 7-8 км киңерәк, әммә Ягодинск ауылы янындағы Ягодинск мәмерйәһенән һуң тарая. Был урында текә ҡаялар бер береһенә яҡан тора, ошо урында йылға протерозой мәрмәренән тоған таштарҙы киҫеп сыға. Тау ҡаялары бер-береһенә яҡын урынлашҡан урынды ерле халыҡ «Бүле һикереше» тип атай. Яҡындағы Ягодино ауылы кешеләре һөйләүенсә, ҡыш көнө бүреләр тарлауыҡтан һикереп көтөүгә һөжүм итәләр.
Буйновск таралауығы шулай уҡ үҫемлек һәм хайуандар төрҙәренең күплеге менән билдәле, төрҙәрҙең күпселегә закон менән һаҡлана.
Тарлауыҡ 1971 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә[1].
Тарлауыҡтан 4 км өҫтәрәк йылғаның уң ярында, үҙенең гүзәл формалары менән билдәле Ягодин мәмерйәһе урынлашҡан. Тағы ла юғарыраҡта уң яҡ ярҙа болг. Имамова дупка мәмерйәһе бар. Тарлауыҡ «Болгарияның 100 туристик объекты» туристар хәрәкәте исемлегенә индерелгән.
Буйновск йылғаһы үҙәндәре буйлап, Ягодинск мәмерйәһе янынан, Буйново һәм Кожари ауылдары аша иҫ киткес матур һуҡмаҡ һалынған. Һуҡмаҡтан йәйәүлеләр һәм велосипедлылар үтә ала. Йылғаның был өлөшөндә балыҡ тотоу тыйылған, әммә барбекю һәм пикник өсөн бөтә кәрәк-яраҡтары буған бер нисә урын әҙерләнгән. Был урындар өсөн урындағы халыҡ үҙе эшләгән фонтандар хас. Йылғаның боролоп аҡҡан урындары йәй айҙарында кемпинг ҡороп туристарҙың яратҡан урынына әүерелә. Йылғаның тирә-яғында һирәк осрай торған үҫемлек һәм хайуандарҙы осратырға мөмкин.
Тарлауыҡ буйлап тар ғына бер һыҙатлы муниципаль юл үтә. Был Буйнов һәм Кожара ауылдарын тоташтырыусы һәм илдең башҡа өлкәләре менән бәйләүсе берҙән-бер юл.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Буйновско ждрело, профил в Изпълнителна агенция по околна среда . Дата обращения: 23 квітня 2019.