Бройлер (ингл. broiler, от broil — утта ҡыҙҙырыу) —ит өсөн үҫтерелә торған гибрид себеш, тиҙ үҫеүе, етлегеүе, итенең яҡшы сифатлы булыуы менән айырылып тора. Бройлерҙы сәнәғәт етештереүе түбәндәге төп технологик принциптарға нигеҙләнә: етештереү процесстары тулыһынса механикалаштырылган тәҙерәһеҙ ҡош фермаларында алып барыла; юғары дәрәжәлә продукциялы гибрид ҡоштар файҙаланыла, ҡош организмының биологик ихжияжына тура килә торған ҡатнаш ҡоро аҙыҡ ҡулланыла; етештереү процессы ҡоштарҙы йыл әйләнәһе үҫтереү ритмын тәъмин итә алған технологик график менән ойошторола. Бройлер ҡошсолоғо йылына 1 м² урындан 120 кг (иҙәндә) һәм 190-250 кг (ситлектә) ит ауыу мөмкинлеге бирә. Бройлер итенең 1 центнерға артымына 2,0-3,5 кеше/сәғәт һарыф ителә. Интенсив технологиялар ҡулланыу предприятие эшсәнлеге нәтижәләренә тәбиғи шарттар йоғонтоһон юҡҡа сығара.
- Боголюбский С.И. Селекция сельскохозяйственной птицы. М., 1991.