Браун Густав Иванович (18271897) — немец сығышлы Рәсәй офтальмологы, Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры.

Браун Густав Иванович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Prussia (1892-1918).svg Пруссия
Тыуған көнө 1827
Тыуған урыны Пруссия, Көнсығыш Пруссия[d]
Вафат булған көнө 17 (29) апрель 1897
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө офтальмолог
Эш биреүсе Мәскәү император университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының медицина факультеты[d]
Мәскәү император университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Урта белемде тыуған яғында, Көнсығыш Пруссияла ала. Һуңынан Рәсәйгә күсә, унда Мәскәү университетының медицина факультетына уҡырға инә. 1849 йылда Рәсәй гражданлығын ҡабул итә; 1853 йылда университет курсын тамамлай һәм 1856 йылға тиклем хәрби табип булып хеҙмәт итә.

1858 йылда, күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһе төҙөлөшө тураһында диссертация яҡлағандан һуң, медицина докторы дәрәжәһе ала. Сит илдә белемен камиллаштыра (1858 октябрь — ноябрь 1860), шунан һуң, Мәскәүгә ҡайтып, 1862 йылда Мәскәү университетында күҙ ауырыуҙары буйынса лекция уҡый башлай.

1863 йылдан — экстраординар, 1867 йылдың октябренән — ординар профессор һәм Мәскәү университетының күҙ госпиталь клиникаһы (1864—1897) директоры.

1888 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры.

1892 йылда уҡытыуын ҡалдыра, ҡала дауаханаһының баш табибы булып эшләй. Мәскәүҙә 1897 йылдың 5 апрелендә тайный советник чинында вафат була.

Г. И. Браун — «күҙ ауырыуҙары тураһындағы фәнде» уҡытыуҙа, А. Е. Эвениус һәм В Ф. Броссе төҙөгән программанан ныҡ айырылып торған, үҙенсәлекле уҡыу программаһы (1862), .шулай уҡ «Руководство к глазным болезням» авторы. Ул күҙ төбөнөң төҫлө атласы менән тәьмин ителгән, һәм В. П. Филатов һүҙҙәре буйынса, «оҙаҡ ваҡыт табиптарҙың өҫтәл китабы булып ҡала».

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Браун Густав Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — Б. 37. — 294 б. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
  • Еремеева А. И. БРАУН Густав Иванович // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 94. — ISBN 978-5-8243-1429-8.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Браун Густав Иванович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения 30 марта 2017.