Бразилия таулығы
Ҡалып:Нагорье Бразилия таулығы (Бразилия яҫы таулығы; порт. Planalto Brasileiro) — киң географик регион. Көнсығыш, көньяҡ һәм үҙәк Бразилияның күп өлөшөн ҡаплай.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәТаулыҡтың майҙаны яҡынса 4 млн км². Майҙаны буйынса таулыҡ Бразилия биләмәләренең яртыһын тиерлек биләй. Бынан башҡа, ил халҡының шаҡтай күп өлөшө (95 % күберәк) ошо таулыҡта йәки уның янындағы тар яр буйы һыҙығында йәшәй.
Географик киңлек буйынса ла, меридиан буйынса ла оҙонлоғо — 3200 км ашыу. Бейеклеге көнбайышта 500 метрҙан көнсығышта 2000 метр һәм унан юғарыраҡҡа күтәрелә. Иң бейек нөктәһе — Бандейра тауы (2897 м). Таулыҡтың иң бейек өлөштәре Серра-ду-Мар, Серра-ду-Эспиньясу һәм Серра-Дорада һырттарын барлыҡҡа килтерә. Яр буйында башня йәки конус рәүешендәге айырым торған тауҙар таралыу алған.
Бразилия таулығы үҙенең тәбиғәтенең күп төрлөлөгө менән билдәле: бында бер нисә төрлө биомдар, климат шарттарының киң спектры, тупраҡтың төрлө типтары һәм хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең меңәрләгән төрө бар.
Характеристикарының күп төрлөлөгө ҙур булғанға күрә, Бразилия таулығын өс өлөшкә бүләләр:
- Атлантик плато;
- Үҙәк плато;
- Көньяҡ плато.
Таулыҡтан көньяҡҡа табан киң Лаплата уйһыулығы урынлашҡан[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [ Бразильское нагорье] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бразильское нагорьена rgo.ru 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Бразильское плоскогорье // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.