Боян сиркәүе
Боян сиркәүе (болг. Боянск църква) — Болгарияла урта быуат сиркәүе. Софиянан 8 км алыҫлыҡта Боян ауылында Витоша тауы итәгендә урынлашҡан. 1979 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Боян сиркәүе | |
болг. Боянска църква | |
Нигеҙләү датаһы | X быуат |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Николай Чудотворец[d] |
Дәүләт | Болгария |
Административ-территориаль берәмек | Бояна[d] |
Епархия | Софийская епархия[d] |
Бағышланған | Николай Чудотворец[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы һәм памятник культурного наследия Болгарии[d] |
Майҙан |
0,68 гектар, 13,55 гектар |
Рәсми сайт | boyanachurch.info |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d][1] һәм (iii)[d][1] |
Боян сиркәүе Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәX быуатта Боян ауылында Николай Чудотворецҡа һәм изге Пантелеймонға арналған ҙур булмаған беренсе сиркәү төҙөлә. XIII быуат башында севастократор Калоян күрһәтмәһе буйынса был сиркәүгә фрескалар менән биҙәлгән яңы ике ҡатлы сиркәү төкәтмәһе эшләнә (1259 йылда тамамлана).
Донатор исеме буйынса сиркәү «Калоянов» тип атала. XIX быуат башында сиркәү ансамбле өсөнсө төҙөләш менән тамамлана. Әлеге ваҡытта сиркәүҙең өс төкәтмәһе бар.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәСиркәү өс дәүерҙә төҙөлгән ҡоролмаларҙан тора:
- көнсығыш өлөшө: ярым түңәрәк апсида менән тигеҙ осло тәреләр формаһында бер көмбәҙле сиркәү (XI быуат);
- үҙәк өлөшө: «Калоянов сиркәүе» — ике ҡатлы ҡоролма (XIII быуат) — беренсе ҡатта часовня һәм болгар баярҙары ерләнгән кәшәнәләр, икенсе ҡатын туранан-тура сиркәү биләй. Сиркәү фасады керамик кафелдәр менән биҙәлгән;
- көнбайыш өлөшө: XIX быуатта төҙөлгән көнбайыш яҡтан инеү урыны, биҙәлмәгән.
Урта быуат ҡоролмалары кирбес һәм таштан, ә көнбайыш инеү урыны - тик таштан ғына төҙөлгән
Фрескалар
үҙгәртергәФреска һынлы сәнғәтенән сиркәүҙә һаҡланған:
- XI—XII быуат фрескалары (XIII быуат һынлы сәнғәте аҫтында сиркәүҙең көнсығыш өлөшөндә фрагменттарҙа һаҡланып ҡалған: төньяҡ стенаһы, апсида аҫты);
- Оҫта Василийҙың фреска эштәре[2], XIII быуат уртаһында (фрескалар циклы 1259 йылда тамамлана);
- XIV—XVI быуат фрескалары
- 1882 йылғы һынлы сәнғәт
Сиркәүҙең стеналарын 240 айырым фигуралар һәм 89 композиция биҙәй (яңы ғәһед сюжетына, святитель Николай йәшәйешенән эпизодтар). Сиркәүҙең фреска циклы болгар урта быуат стенаға рәсем төшөрөү сәнғәтенең иң ҡиммәтле йыйылмаһы булып тора.
Боян һынлы сәнғәте Византия империяһын тәре йөрөтөүселәр тарафынан баҫып алыу осорона ҡарай, был һынлы сәнғәт мәктәптәренең әһәмиәтен арттырыуға килтерә. Византия һынлы сәнғәтенә яҡынлығы булһа ла, Боян биҙәктәре яҫылыҡлылығы, контурлығы, рәсемдең киҫкенлеге һәм шул уҡ ваҡытта йөҙҙәрҙең ҡырҡыу портретлылығы, хистәрҙең төрлө төҫмөрлөктәге ҡатмарлылығы — етдилеге, ихласлығы һәм йомшаҡлығы менән айырыла. Тарихи портреттар араһында сиркәүҙә — севастократор Калоян һәм уның ҡатыны Десислава, батша Константин Тих һәм батшабикә Иринаның (сиркәүҙең төньяҡ диуарында) образдары. Нартекста 18 сюжет изге Николай Мирликийский тормошонан күренештәрҙе һүрәтләй.
-
Николай Чудотворец
-
Изге Николай карапты ҡотҡара
-
Батша Константин Асен һәм батшабикә Ирина
Тәңкәләр
үҙгәртергә1981 йылда Боян сиркәүе 2 лева номиналындағы ваҡ баҡыр-никель тәңкәлә ҡойола. Тәңкә Болгарияның 1300 йыллығына арналған тәңкәләр серияһына инә.
Һыны | ҡытыршы |
Массаһы | 11 грамм |
Диаметры | 30 мм |
Ҡалынлығы | 2.2 мм |
-
Болгарияла Боян сиркәүенә арналған юбилей аҡсаһы. Реверс.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- На Викискладе есть медиафайлы по теме Боянская церковь
- Официальный сайт (болг.)
- Боянская во имя святителя Николая, архиепископа Миоликийского, церковь // Православная энциклопедия