Болот мәғлүмәт базалары

болот хисапламалары платформаларында эшләтелә торған мәғлүмәт базалары

Болот мәғлүмәт базалары —   Amazon EC2, GoGrid һәм  Rackspace[сығанаҡ 1643  көн күрһәтелмәгән]  кеүек болот хисапламалары платформаларында эшләтелә торған мәғлүмәт базалары. Йәйелдерелеүенең ике  моделе киң таралған: файҙаланыусылар йә болот сервисы уны тәҡдим итеүсе тарафынан хеҙмәтләндерелгән мәғлүмәт базаларына инеү мөмкинлеген ала, йә, виртуаль машина образын ҡулланып, болотта мәғлүмәт базаларын үҙе хасил итә. Болот  мәғлүмәт базалары араһында  SQL йүнәлешлеләре лә,  NoSQL мәғлүмәттәр моделен ҡулланғандары ла бар.  

Болот мәғлүмәт базалары

Йәйелдерелеү моделе

үҙгәртергә

Болотта мәғлүмә базаһын йәйелдереүҙың ике төп ысулы бар:

  • Виртуаль машина образы — болот платформалары  виртуаль  машиналар алырға һәм шуларҙа мәғлүмәт базаларын тоҡандырырға мөмкинлек бирә. Файҙаланыусылар әҙер базаларға үҙ образдарын йөкләй  йә образдарҙың алдан ҡуйылған  ҡулайлаштырылған даналары менән  файҙалана ала[1].
  • Сервис булараҡ мәғлүмәт базаһы — ҡайһы бер болот платформалары виртуаль машинаһыҙ ҙа эш итеп булған мәғлүмәт базалары сервисын тәҡдим итә.  Сервисты тәҡдим итеүсе мәғлүмәт базаһын ҡуйыу һәм хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә ала[2][3].

Мәғлүмәттәр базаһы сервис булараҡ тәҡдим ителмәгән осраҡта, мәғлүмәттәр базаһы  хостингын алып була. Мәҫәлән, болот провайдеры Rackspace  MySQL мәғлүмәттәр базалары өсөн ошондай хеҙмәтте тәҡдим итә.

Мәғлүмәттәр моделдәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ  реляцион һәм  реляцион булмаған, NoSQL, мәғлүмәт базаларын айырыу зарур:

  • SQL мәғлүмәт базалары —  NuoDB, Oracle Database, Microsoft SQL Server һәм MySQL кеүек базалар. Уларҙың теләһә ҡайһыһын болотта эшләтеп була, виртуаль  машина образы булырмы ул йә  сервис булараҡ эш итерме — эшкәртмәсегә  генә бәйле. 
  • NoSQL мәғлүмәт базалары —  Apache Cassandra, CouchDB һәм MongoDB кеүек мәғлүмәт базалары. NoSQL мәғлүмәт базалары мәғлүмәт уҡыу/яҙҙырыуға төшкән ҙур көсөргәнеште күтәреү, шулай уҡ еңел генә киңәйтеү йә бәләкәйләтеү  маҡсатында барлыҡҡа килтерелгән, өҫтәүенә улар баштан уҡ болот платформалары өсөн эшләнгән. Әммә хәҙерге  программаларҙың күбеһе   SQL ҡулланып эшләнә, шунлыҡтан NoSQL мәғлүмәт базалары менән эшләү йыш ҡына ҡушымта кодын өр-яңынан яҙыуҙы талап итә.  

Етештереп таратыусылар

үҙгәртергә
Йәйелдереү  моделе буйынса һәм мәғлүмәттәр моделе буйынса болот мәғлүмәт базаларын етештереп таратыусылар  
Виртуаль машинаны йәйелдереүселәр Сервис булараҡ мәғлүмәттәр базаһы
SQL
  • Amazon Relational Database Service (MySQL)
  • Microsoft SQL Azure (MS SQL)[14]
  • GenieDB[15]
  • Heroku PostgreSQL as a Service  
  • Clustrix Database as a Service[16]
  • Xeround Cloud Database — MySQL front-end[17]
  • EnterpriseDB Postgres Plus Cloud Database
  • GaianDB
  • ClearDB ACID-compliant MySQL
NoSQL
  • CouchDB на Amazon EC2[18]
  • Hadoop на Amazon EC2[19]
  • Apache Cassandra на Amazon EC2
  • Neo4J на Amazon EC2 или Microsoft Azure
  • MongoDB на Amazon EC2[20] или Microsoft Azure[21]
  • Amazon DynamoDB
  • Amazon SimpleDB
  • Cloudant Data Layer (CouchDB)
  • Database.com by SalesForce[22]
  • Google App Engine Datastore
  • MongoDB Database as a Service[23]
  • Cloudbase.io Cloud Database[24]


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Amazon Machine Images — Oracle Database 11g Release 2 (11.2.0.1) Enterprise Edition — 64 Bit, Amazon Web Services, Retrieved 2011-11-9.
  2. «Database-as-a-Service», ScaleDB, Retrieved 2013-9-4.
  3. Klint Finley, «7 Cloud-Based Database Services», ReadWriteWeb, Retrieved 2011-11-9.
  4. Amazon Machine Images — Oracle Database 11g Release 2 (11.2.0.1) Enterprise Edition — 64 Bit 2011 йыл 16 октябрь архивланған., Amazon Web Services, Retrieved 2011-11-9.
  5. «Oracle Database in the Cloud», Oracle.com, Retrieved 2011-11-9.
  6. Deploy your database applications and projects on the cloud 2011 йыл 27 ноябрь архивланған., IBM.com, Retrieved 2011-9-1
  7. Chris Kanaracus, «Ingres rolls out cloud database offerings», Infoworld.com, Retrieved 2011-8-28.
  8. Chris Kanaracus, «EnterpriseDB Adding New Cloud Option for PostgreSQL Database 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.», PCWorld, retrieved 2011-8-28
  9. «Running MySQL on Amazon EC2 with EBS (Elastic Block Store), Amazon Web Services, retrieved 2011-11-20
  10. »«Database Virtualization» 2013 йыл 21 сентябрь архивланған., retrieved 2013-07-20
  11. "«DBaaS: Database-as-a-Service» 2013 йыл 14 сентябрь архивланған., retrieved 2013-09-04
  12. Swoyer, Stephen. «NuoDB: A Database for the Cloud.» TDWI. Nov. 13, 2012. Retrieved Nov. 26, 2012
  13. Dantressangle,Patrick. [1] The Gaian Database
  14. Noel Yuhanna, SQL Azure Raises The Bar On Cloud Databases, Forrester, Retrieved 2011-11-9.
  15. «[2]», «[3] 2013 йыл 30 сентябрь архивланған.»
  16. Clustrix Enters the Rackspace Partner Program — Yahoo Finance 2016 йыл 14 апрель архивланған.
  17. Klint Finley, «7 Cloud-Based Database Services» 2011 йыл 9 ноябрь архивланған., ReadWriteWeb, Retrieved 2011-11-9.
  18. «Amazon Machine Images, CouchDB 0.10.x 32 bit Ubuntu(недоступная ссылка)»(недоступная ссылка с 09-01-2014 (1671  день)) , Amazon Web Services, Retrieved 2011-11-10.
  19. «Amazon Machine Image, Hadoop AMI(недоступная ссылка)(недоступная ссылка с 09-01-2014 (1671  день)) », Amazon Web Services 2010 йыл 24 ноябрь архивланған., Retrieved 2011-11-10.
  20. «MongoDB on Amazon EC2, MongoDB.org, Retrieved 2011-11-10.
  21. »MongoDB on Azure, MongoDB.org, Retrieved 2011-11-10.
  22. Jeanette Borzo, «Salesforce to Offer 'Cloud' Database», Wall Street Journal, Retrieved 2011-8-28.
  23. «MongoDB Hosting Center», MongoDB.org, Retrieved 2011-11-10.
  24. «Cloudbase.io Cloud Database 2013 йыл 24 июнь архивланған.»