Бойондороҡһоҙлоҡ паркы (Шымкент)

Бойондороҡһоҙлоҡ паркы (ҡаҙаҡ.іююabaїy, Täuelsızdık saiabağy) — Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһындағы ҡала паркы.

Бойондороҡһоҙлоҡ паркы
Нигеҙләү датаһы 2011
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Шымкент
Карта
 Бойондороҡһоҙлоҡ паркы (Шымкент) Викимилектә

Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнөң 20 йыллығы хөрмәтенә 2011 йылдың октябрендә асыла. Паркка үҙәк инеү урыны арка менән биҙәлгән, ә биләмә эсендә йырлаусы фонтан, күп һанлы сәскәләр, улар өсөн Нидерландтан килтерелгән үҫемлектәр урынлашҡан.

Үҙәктә Ҡаҙағстан республикаһы территорияһында йәшәгән 137 милләтте кәүҙәләндергән 137 металл элементтан барлыҡҡа килгән Ҡаҙағстандың берҙәмлеген сағылдырған Алтын Шанырак һәйкәле урынлашҡан.

Паркта бейеклеге 50 метр булған ҙур флагшоп урынлашҡан. Ҙур тимер йәйәүлеләр күпере паркты Ордабаси майҙаны менән тоташтыра. Был ҡаланың тарихи үткәненән хәҙерге тарихына күсеүҙе символлаштыра.

Бойондороҡһоҙлоҡ паркы — хәҙерге заманда төҙөлгән иҫтәлекле урын. Шимкент ҡалаһының ысын ғорурлығы.

Ҡала паркын асыу тантанаһы 2011 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев ҡатнашлығында ил бойондороҡһоҙлоғоноң 20 йыллығы хөрмәтенә үткәрелә. Яңы парк ҡаланың ғына түгел, тотош райондың ысын биҙәлешенә әүерелгән. Парк Шимкенттың тарихи үҙәгендә урынлашҡан.

Шымкентта Бойондороҡһоҙлоҡ паркын булдырыуға ҙур аҡса тотонола. Аҡсаның яртыһын дәүләт, тағы яртыһын тыуған ҡалаһының тышҡы торошон яҡшыртыу менән ҡыҙыҡһынған урындағы бизнесмендар бүлгән. Парктың дөйөм майҙаны 82 мең квадрат метр тәшкил итә. Ҡала паркына үҙәк инеү урыны арка менән биҙәлгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә