Боженишки урвич ҡәлғәһе

Болгарияның София өлкәһендәге емерелгән урта быуат таш ҡәлғәһе, милли әһәмиәттәге статусы булған археологик объект

Боженишки урвич ҡәлғәһе (болг. Боженицкая крепость) — Болгарияның София өлкәһендәге емерелгән урта быуат таш ҡәлғәһе, милли әһәмиәттәге статусы булған археологик объект[1]. 1918 йылда, ҡая башынан дауыл йығытҡан йөҙйәшәр ағас тамыры аҫтында урта быуаттан ҡалған яҙыу табылғандан һуң, ҡәлғәне археологик яҡтан тикшереүҙәр башланған.

Боженишки урвич ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Болгария
Административ-территориаль берәмек Боженица[d]
Урын Боженица[d]
Мираҫ статусы памятник культурного наследия Болгарии[d]
Карта
 Боженишки урвич ҡәлғәһе Викимилектә

Урынлашҡан ере

үҙгәртергә

Ҡәлғә Лакавица һыртының төньяҡ битләүендә диңгеҙ кимәленән 750 м бейеклектә, Боженица ауылынан 3 километрға көньяҡта һәм София өлкәһендәге Ботевградтан егерме километрҙа урынлашҡан. Ҡәлғә итәгендәге муниципаль асфальт юл «Урвич» ял базаһына һалынған, унан ҡәлғәгә билдәләнгән һуҡмаҡ алып бара. Базанан археологик ҡомартҡыға алып барған йәйәүлеләр өсөн юл егерме минут самаһы.

1972 йылда үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр был территорияла боронғо дәүерҙән үк кеше йәшәгәнен күрһәтә. Тәүге ҡәлғә ҡоролмалары V—VI быуатҡа ҡарай һәм иртә византия оборона системаһының бер өлөшө булып тора. Ҡәлғә ХІІІ-ХІV быуатта, ҡоролмаға төньяҡ өлөштән илтә торған берҙән-бер юлды ҡаплап тороусы тышҡы ҡәлғә диуары төҙөлгәндән һуң, сәскә атҡан. Иван Шишман — болгар батшаһы идара иткән осорҙағы кефала, ә XIV быуаттың аҙағында бында баяр Огнендың (Огнян) штаб-фатиры урынлашҡан булған.

Боженицкая яҙыуы

үҙгәртергә
 
Болгария Милли тарих музейындағы боженицкая яҙмаһының күсермәһе

Ғалимдар был ҡәоғәнең барлығы тураһында 1918—1919 йылдарҙың ҡышында, Градището тигән төйәктә йөҙйәшәр явор тамырҙары аҫтынан София хөкөмдары севаст Огнян һүҙҙәре яҙылған уникаль урта быуаттар яҙма ҡомартҡыһы табылғандан һуң, белгән. Артефакты боженик көтөүсеһе Недялко Уменковски тапҡан, академик Петр Мутафчиев боженицкая яҙмаһын уҡыған һәм үҙенсә аңлатҡан[2]. Ғалим, яҙған саҡта, һырлаусы «яҙыу урынын, алдан иҫәпләү юлы менән, дөрөҫ файҙаланмаған. Башта ул ҙур хәреф менән яҙған, тик, урын етмәүен күргәнлектән, хәрефтәрҙең ҙурлығын кәметкән һәм, мөмкин булһа, юлдар оҙонлоғон арттырған…» Мутафчиев түбәндәге яҙыуҙы уҡыған:

  Аз Драгомир писах. Аз, севаст Огнян, бях при цар Шишман кефалия и много зло патих. В това време турците воюваха. Аз поддържах вярата на Шишмана царя. (Я, Драгомир, писал. Я, севаст Огнян, был кефалом у царя Шишмана и сильно страдал. В то время воевали турки. Я поддерживал веру царя Шишмана.)  

Тикшеренеүселәр раҫлауынса, боженицкая яҙыуы үҙенә күрә уникаль, филология һәм тарихи әһәмиәткә эйә.

Археология

үҙгәртергә
 
Боженишки урвич ҡәлғәһе
 
Боженишки урвич ҡәлғәһе

1966 йылда урта быуат ҡәлғәһе милли әһәмиәттәге объект тип иғлан ителгән[3]. 1971 йылда «Севаст» тип аталған экспедиция ағзалары, беренсе ҡаҙыныу эштәрен башлаған Павел Дишев етәкләгән экспедиция составында «Ботевградски пламък» гәзите мөхәррире Васил Димитров, Митрофан Велеви һәм архитектор Йордан Йордан эшләгән. Беренсе булып керамик предметтар һәм Юстин I (518—527) һәм Юстиниан I (527—565) дәүерендәге иртә византий аҡсалары табылыуы, ҡәлғәнең, моғайын, ошо ваҡытта төҙөлгәнен дәлилләй. Ҡәлғәне тотош асыу өсөн командаға һигеҙ йыл кәрәк булған, ә һуңынан бар тырышлығын һәйкәлде консервациялау һәм реставрациялауға йүнәлтә. Ҡаҙынған саҡта өс оборона бүлкәте асыҡланған, шуларҙың икеһе V быуат аҙағында һәм VI быуат башында, ә өсөнсөһө — XIV быуатта, Иван Шишман осоронда төҙөлгән. Эске ҡәлғә оҙонлоғо 200 метр һәм киңлеге айырым урындарҙа 2,70 метрға тиклем була. Бейеклеге 4-6 м булған тышҡы стенаның дүрт контрфорсы бар. Цитадель майҙаны 80 м², ә ҡәлғәнең бөтә майҙаны 1600 м² тәшкил итә. 4 метр кимәлендә һыуы булған 10 м тәрәнлегендәге һыу цистернаһы, шулай уҡ ҡәлғә ҡаяһында уйылып яһалған параклис ҙур тәьҫир ҡалдыра.

Ҡапҡа янында, 0,2-1,5 м тәрәнлектә, Иван Александр йөҙө төшөрөлгән, әммә уның өҫтөнән яңынан билгеләнгән вариҫы Иван Шишман һәм аверсында сабый Христосы менән Богородица һынландырылған 1327 көмөш гроштан һәм ярты гроштарҙан торған хазина асыла. Христо Матанов һүҙҙәре буйынса, был хазинаның тәңкәләре ҡиммәтле металды экономиялау маҡсатында киҫелеп алынған, был хәрби хәрәкәттәр менән бәйле, дәүләт финанстарының инфляцияһына һәм ауыр хәленә күрһәтә[4].

Хәҙерге Липница ауылындағы Паница Кале, Литаковолағы Вылчиград, Витиня тау үткәүеле алдындағы Врачешский монастырындағы һәм Бодиловградтағы оборона ҡоролмаларын көньяҡ-көнбайыш мөйөш башняһынан күҙәткәндәр. Башняның 7,40 м оҙонлоғондағы йәшерен сығыу урыны һәм һигеҙ кешелек йәшеренеү урыны булған, әлеге ваҡытта улар ер менән тултырылған. Ҡәлғәнең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә башня, ҡаялағы торлаҡ һәм Изге Георгий Победоносецтың емерелгән ҡая иконаһы торған ҡая сиркәүе табылған. Ҡәлғә аҫтында 48 ҡәберлектән һәм монастрҙар комплексынан торған некрополь дә асылған. Ҡәлғә стеналары янында табылған йөҙләгән уҡ башаҡтары һәм һөңгөләр, хәрби таш шарҙар һәм яугирҙар һөлдәләре 1395 йылда севаст Огняндың төрөктәр менән алышы тураһындағы риүәйәтте раҫлай. Дишев фекере буйынса, Огняндың ҡәбере Войводов камень алдындағы ҡая таш массивында, ҡәлғәнең төп күҙәтеү пунктында урынлашҡан[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Крепостта Боженишки Урвич (болг.). Исторически музей - Ботевград (17 август 2017).
  2. Павел Дишев посвещава 30 години на крепостта „Боженишки Урвич” (болг.). Botevgrad.com (19 май 2012).
  3. Среща-разговор с Павел Дишев по случай Деня на музея (болг.) (18 май 2012).(болг.) (2012-05-18)
  4. Христо Матанов, Залезът на средновековна България, С., изд. Изток-Запад, 2016 2016.
  5. Павел Дишев-основател на експедицията на "Боженишки Урвич" (болг.) (18 май 2012).(болг.) (2012-05-18).