Богородица Успение сиркәүе (Недвиговка)
Богородица Успение сиркәүе ― Ростов өлкәһе Недвиговка ауылында православие ғибәҙәтханаһы. Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡарай. XX быуат башында төҙөлгән. Мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].
Богородица Успение сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 1914 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Недвиговка[d] һәм Ростов өлкәһе |
Епархия | Ростовская-на-Дону епархия[d] |
Архитектура стиле | эклектика в русской архитектуре[d] һәм эклектика[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Богородица Успение сиркәүе (Недвиговка) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәНедвиговка ауылында Богородица Успение сиркәүе 1796 йылда уҡ төҙөлә. Диуарҙары таштан, ә көмбәҙе һәм манараһы ағастан була[2]. Ваҡыт үтеү менән ул иҫкерә, уның урынына 1905 йылда шул уҡ урында һәм шул уҡ исем менән яңы ғибәҙәтхана төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Архитекторы билдәһеҙ, әммә төҙөлөш яҡынса В.Н. Васильев проекты буйынса алып барыла[3]. 1914 йылда төп төҙөлөш эштәре тамамлана[2][3].
1937 йылда ғибәҙәтхана ябыла һәм талана, сиркәү китапханаһы һәм архивтары яна, сиркәү башлығы Иоанн Загравский ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә[4]. 1943 йылда немец оккупацияһы ваҡытында, сиркәү яңынан асыла[2].
Тышҡы күренеше
үҙгәртергәСиркәү ҡыҙыл кирбес эклектикаһы өлгөһө булып тора. Уның архитектураһында боронғо рус төҙөлөшө, шулай модерн элементтары (мәҫәлән, аш бүлмәһендә ҙур ярым түңәрәк тәҙрә уйымдары) бар. Бина тәре формала, сатырлы япма менән биш көмбәҙе пропорционаллек менән айырыла. Манараһы туранан-тура сиркәү бинаһына йәнәш төҙөлгән һәм уның көнбайыш инеү урынында урынлашҡан[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Памятники истории и культуры (объекты культурного наследия) народов Российской Федерации . old.kulturnoe-nasledie.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2017. 2017 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Церковь Успения Богородицы в Недвиговке - самая необходимая и подробная информация о достопримечательности: фото места, описание, контакты – адрес, телефон, официальный сайт . www.rutraveller.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2017.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Елена Александровна Пугачёва, Алексей Сергеевич Злыгостев. Ergonomic-Data.com , E-Mail webmaster@historic.ru. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья (Кукушин В.С.) . rostov-region.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2017.
- ↑ Недвиговка|Церковь Успения Пресвятой Богородицы . sobory.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2017.