Блохин урамы (Ишембай)

Блохин урамы — Ишембай ҡалаһының тәүге урамдарының береһе, ҡаланы көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә киҫеп үтә. Башҡортостанда нефть ятҡылығы тапҡан геологБлохин Алексей Александрович хөрмәтенә атала. Блохин урамы исемендәге скверға килеп тоташа, унда Блохин Алексей Александрович ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған.

Блохин урамы
Дәүләт  Рәсәй
Оҙонлоҡ 3,9 ± 0,1 km
Почта индексы 453203

Блохин исемендәге урамдың оҙонлоғо — 3,9 мең метр (1990).

Тасуирлама үҙгәртергә

Блохин урамы бер яҡтан Башҡорт нефтен асыусылар урамына килеп сыға. Икенсе яҡтан Блохин урамы Ишембай ҡалаһының урау юлына барып терәлә. Бульвар урамы менән киҫелешкән урын Ишембай ҡалаһына үҙәк инеү менән бәйле. Ҡаланан шундай өс сығыу юлы Блохин урамына ауыр йөклө транспорт өсөн мөһим коридор әһәмиәте бирә.

Совет ваҡытында Блохин урамында Ғәфури исемендәге сквер, агрохимлабораторияның оранжереяһы булған.

Тарихы үҙгәртергә

Элекке исеме — Молотов урамы (башҡа сығанаҡтарҙа — Механик). 1932 йылда ятҡылыҡтарҙы асыуҙан да алда һәм ҡасаба барлыҡҡа килмәҫ элек, беренсе дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассаһы булған.

Урамда суйырташ түшәлгән. 1962 йылда Блохин урамы буйлап (ЦЭС-тан алып «пожаркаға» тиклем) кешеләр ағас тротуарҙан йөрөгән. Ул урамдың уң яғында төҙөлгән. Был тротуар буйлап кешеләр «пожаркаға», урман заводына, типографияға, ЦЭС-ҡа эшкә йөрөгәндәр. Эшселәр ваҡыт буйынса ориентир тотһон һәм эшкә һуңламаһындар өсөн, сәғәт һайын гудок бирелгән[1].

1933 йылда был урамда 1-се һанлы башланғыс мәктәп урынлашҡан (баракта), унда 30 уҡыусы уҡыған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп стеналарында хәрби госпиталь йәйелдерелә.

Молотов урамындағы беренсе барактар — № 43, 45. Ул ваҡытта иң яҡшы торлаҡ булып иҫәпләнгән һәм уны тик производство алдынғыларына ғына биргәндәр. Хәҙерге 42 -се һанлы йорт биләмәһендә универмаг (халыҡ телендә «Ҙур магазин» тип йөрөткәндәр) — бер ҡатлы ағас бина урынлашҡан булған.

1937 йылда электр станцияһы төҙөлә, ул һуғыш йылдарында ныҡ киңәйә. Оҙаҡ ваҡыт Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларын электр энергияһы менән тәьмин итә.

Техника йорто ҡаршыһында (Геолог һәм Блохин урамдары мөйөшө) КПСС ҡала комитеты бинаһы урынлашҡан. Матур фасадлы күрше бинала үҙәк һаҡлыҡ кассаһы урынлашҡан, унда ишембайлылар аҡса реформаһынан һуң аҡсаларын алмаштырғандар. Бында уҡ ҡала советы бинаһы, ә һуңынан ВЛКСМ-дың ҡала комитеты булған.

Предприятиелар үҙгәртергә

  • Ишембай автотранспорт предприятиеһы — ГУП «Башавтотранс» филиалы
  • Өфө быраулау эштәре идаралығының Ишембай быраулау һәм скважинаны үҙләштереү цехтары — «Башнефть-Быраулау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт филиалы[2]
  • «Ҙирган»[3] яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Зирган-нефть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
  • «Уралпожтехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
  • «Нефтегазсервис» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте
  • Агрохимик хеҙмәт станцияһы, Ишембай, 42.
  • СВК «Сталк» Ишембай шарап-араҡы предприятиеһы

Транспорт үҙгәртергә

1, 3, 3а, 5, 8, 9-сы һанлы ҡала маршрут автобустары

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Прогулки по улицам Ишимбая: указатель-путешествие / Сост. Вахитова Г.-2011. — Ишимбай: МБУК ИЦБС ИКБ, 48с.[http://www.ishimbaybiblio.ru/index.php?par=Ourpublications&bold=31

http://www.ishimbaybiblio.ru/index.php?par=Ourpublications&bold=31] 2013 йыл 19 октябрь архивланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә