Бисә, Бейсә — Ирҙең ғаилә иптәше; ҡатын, йәмәғәт, иш[1]. Дәрәжәле ҡатын-ҡыҙ мәғәнәһен аңлатҡан, төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған төшөнсә. Бей ҡатыны тигәнде аңлата. Башҡорттарҙа йышыраҡ бисә һүҙе ҡулланыла. Шулай уҡ матур, тоғро ҡатын тигән аңлатма ла бар[2]. Ҡатын-ҡыҙҙың кешеклек алдындағы төп бурысы булып кейәүгә сығыу, ир ҡатыны булыу, бала табыу тора. Шул сәбәпле бисә һүҙен ир ҡатыны булған, дәрәжә алған ҡатын-ҡыҙға ғына әйтәләр.

Ирҙең ғаилә иптәше: ирҙә булған ҡатын-ҡыҙ. Ҡатын, бисә йышыраҡ ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта йәмғиәттә бисә тупаҫ һүҙ тигән ҡараш йәшәй. Күп осраҡ әҙәби һүҙ түгел, ябай һәйләү теленә хас тип ҡарайҙар.

Миҫалдар:

  • Сирайҙың бисәһе имсәк балаһын күтәреп килгән (Һ. Дәүләтшина).
  • Бисә-сәсәләр ҙә, бала-саға ла күп, ти. Тимәк, тотош ауылы менән ҡайҙалыр күсеп баралар (Ғ. Ибраһимов)[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирской словарь по этике (Уразбаева З. Г. 2009)
  3. Словарь синонимов башкирского языка (З.Г.Ураксин, 2000)