Билдәһеҙ ҡатын (картина)

«Билдәһеҙ ҡатын»[1] — урыҫ рәссамы Иван Николаевич Крамской картинаһы (18371887), 1883 йылда яҙылған һәм Дәүләт Третьяков галереяһы тупланмаһының бер өлөшө булып тора. Картинаның дәүмәле — 75,5×99 см[2][3][4].

Иван Николаевич Крамской
Билдәһеҙ ҡатын, 1883
Холст, Майлы йәнле һүрәт (живопись), май. 75,5×99 см
Третьяков галереяһы, Мәскәү

Киндер туҡымала Аничков һарайы павильондары эргәһенән Нева проспекты буйлап асыҡ экипажда барыусы йәш ҡатын һүрәтләнгән. Уның уң яғында артта Александра театры күренә. Ул 1880 йылдарҙың һуңғы модаһы буйынса кейенгән. Уның башында ҡанаттар менән биҙәлгән бәрхәт эшләпә, өҫтөндә йәнлек тиреһе һәм таҫмалар менән биҙәлгән пальто, муфта һәм нәфис күн бирсәткә. Ҡарашы батшаларса, серле һәм бер аҙ моңһоу. «Уның кейеме — күркәм еңел ҡанат менән биҙәлгән „Франциск“ эшләпәһе, бик йоҡа күндән тегелгән „швед“ бирсәткәләре, кеш тиреһе һәм күк атлас таҫмалар менән биҙәлгән „Скобелев“ пальтоһы, муфта, алтын браслет — былар барыһы ла ҡиммәтле элегантлыҡҡа дәғүә иткән 1880ъ йылдар ҡатын-ҡыҙ кейеменең модалы деталдәре. Әммә был юғары ҡатламға ҡарағанлыҡты аңлатмай, киреһенсә — урыҫ юғары ҡатлам йәмғиәте әйләнәһендә модаға эйәреүҙе ҡабул итмәгән яҙылмаған ҡағиҙәләр кодексы булған».

«Билдәһеҙ ҡатын» — рәссам Иван Крамскойҙың иң әһәмиәтле һәм билдәле әҫәрҙәренең береһе. Полотноһын шулай тип атап, рәссам уға серлелек һәм интрига ореолы биргән[5]. «Билдәһеҙ ҡатын» образы эстәлегенең идея-художество планында рәссам портрет һәм тематик картина сигендә тороусы әҫәр яҙа алған[6].

«Билдәһеҙ ҡатын» әлегә саҡлы рәссамдың йомағы булып ҡала. Хаттарында ла, көндәлектәрендә лә ул билдәһеҙ ҡатынды иҫкә алмаған.

Дворян Бестужевҡа (уның исеме күрһәтелмәгән һәм был тарихтың риүәйәткә оҡшашлығына ишара) кейәүгә сыҡҡан Курск крәҫтиән ҡыҙы Матрёна Саввишна картина героиняһының прототибы тигән раҫланмаған бер легенда йәшәй[7][8]. Крамской уның менән Санкт-Петербургта танышҡан һәм ҡыҙҙың матурлығы уны әсир иткән. Д. Фридрихтың Прагалағы хосуси йыйынтығында, моғайын, тап шул ҡатындың һүрәте төшөрөлгән этюд һаҡлана[9].

2013 йылдарҙа «3D Живопись» проекты сиктәрендә Царское Село Дежур ат һарайы (конюшня) ихатаһында Александр Таратынов картинаһы һынташта (скульптура) тергеҙелгән[10].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Портрет часто ошибочно называют «Незнакомка» из-за одноименного стихотворения Александра Блока.
  2. Крамской Иван Николаевич — Неизвестная (HTML). Государственная Третьяковская галерея, www.tretyakovgallery.ru. Архивировано 2 июль 2013 года.
  3. Иван Николаевич Крамской — Неизвестная (1883) (HTML). rodon.org. Архивировано 2 июль 2013 года.
  4. Крамской Иван Николаевич — Неизвестная, 1883 (HTML). www.art-catalog.ru.
  5. Неизвестная (1883), Крамской Иван Николаевич 2012 йыл 15 апрель архивланған. (HTML). www.kramskoy.info. .
    Неизвестная (1883), Крамской Иван Николаевич (HTML). www.kramskoy.info. Архивировано 2 июль 2013 года. 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  6. Крамской Иван Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  7. Курская энциклопедия
  8. Дмитрий Крамаренко. История любви с печальным концом. Курск дореволюционный. Архивировано 27 февраль 2012 года.
  9. Этюд к картине "Неизвестная", 1883. Архивировано 27 февраль 2012 года.
  10. Скульптура «Неизвестная» — Занимательный Петербург

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Государственная Третьяковская галерея. Искусство XII — начала XX века. — М.: СканРус, 2007. — С. 166—167. — ISBN 978-5-93221-120-5.
  • Wachtel, Andrew. Plays of expectations. — University of Washington Press, 2007. — С. 58. — ISBN 0-2959-8647-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә