Бивняев Виктор Яковлевич

Бивняев Виктор Яковлевич (28 декабрь 1948 йыл, Ишембай ҡалаһы) — СССР рәссамы. Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы (1998). 1996 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Рәсәй рәссамдары союзы Көньяҡ рәссамдар ассоциацияһы ағзаһы. 1973 йылдан — республика (Ташкентта 1985 йылға тиклем) төбәк, бөтә рәсәй, бөтә союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Бивняев Виктор Яковлевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам

Биографияһы

үҙгәртергә

Малайҙа һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуҙы Ишембай изо-түңәрәге етәксеһе Иван Михайлович Павлов уята. П. П. Беньков исемендәге Ташкент художество училищеһының театр- декорация бүлеген тамамлай (Үзбәк ССР-ы, 1969).

Ишембай ҡалаһында йәшәй.

Стәрлетамаҡта персональ күргәҙмәһен асыу тантанаһында Башҡортостандың көньяҡ рәссамдар ассоциацияһының рәисе Гөбәйҙуллин Камил былай тип билдәләй:

«Уйҙырма, илһам, талант — былар барыһы ла Виктор Бивняев. Рәссам театраль, тамашалы. Виктор Яковлевич Ишембайға 90-сы йылдарҙа әйләнеп ҡайта. Ижадының Ташкент осоро — сағыу, яҡты. Башҡорт осоро уның талантының яңы сифаттарын асып һала. Ул уйҙырма ысынбарлыҡтан, шартлылыҡтан ҡотола башлап ошондай ишаралы, символик һәм образлы ижадҡа килгән кеүек хис тыуа».

Автор шул ваҡытта үҙе тураһында былай тип әйтә:[1]

Миңә 57 йәш, был йәштә донъяны реаль күрәһең. Мин хөкүмәтебеҙҙең трагедияһын белдереү өсөн аңлы рәүештә ҡараңғы һәм ҡыҙыл төҫтәрҙе мул ҡулланам. Был беҙҙең ҡанлы тарих — Гулагтар, ярлы крәҫтиәндәр, Беслан…

Иң мөһиме картиналары

үҙгәртергә

1. Ивановкала яҙ. 1998 йыл. Май. 80 Х 60

2. Пока Юрий Сергеевич. 2003 йыл. Май. 111 х 99,5. (Юрий Сергеевич — Юрий Сергеевич Варюх, Ишембай рәссамы)

3. Йәшен алдынан. 2000 йыл. Май. 100 Х 100.

4. Алмағастар өлгөрә, йәки хәтер 1997 йыл. Май. Күләме: 100 х 90

5. Мальвалар сәскә атҡанда. 2001 йыл. Май. 94 х 85

6. Күпер. Көҙгә ҡарай. 2005 йыл. Май. 100 Х 100.

7. Август. 2004 йыл. Май. 100 Х 100.

8. Оҫтаханала мөйөш 1999 йыл. Оргалит. Май.84 х 95

9. Килеүсе. 2004 йыл. Май. 94 х 97

10. Мораҙым тарлауығы фәрештәләре. 2008 йыл. Оргалит. Ҡағыҙ. Май.

Әҫәрҙәренең булған урыны

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә