Бер туған Мартындар йорто
Иҫтәлекле урын | |||
Бер туған Мартындар йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 125-се йорт | ||
Проект авторы | Н. М. Соколов | ||
Төҙөлгән ваҡыты | 1893 йыл | ||
Статус |
| ||
Бер туған Мартындар йорто Викимилектә |
Бер туған Мартындар йорто (Ҡыҙыл йорт[1]) — Дондағы Ростовта, Оло Баҡса урамы менән Крепостной тыҡырығы киҫешкән ерҙә ултырған йорт. 893 йылда архитектор Н. М. Соколов проекты буйынса төҙөлә. Беренсе хужаһы Британия подданныйы Иван Романович Мартын була[2]. Бер туған Мартындар йорто федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].
Тарихы
үҙгәртергәҠыҙыл кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы йорт 1893 йылда Ростов архитекторы Николай Матвеевич Соколов проекты буйынса төҙөлә[2]. Ул эклектиканың ялған готика рухында эшләнә[4][5], унда рус һәм немец төҙөләшә элементтары сағылыш таба[2]. Йорттоң мөйөшөндәге өлөшөндә осло башлы башлы эркер айырылып тора[6]. Башта йортҡа Британия подданныйы Иван Романович Мартын, унан һуң — ҡатыны — П. И. Мартын хужа була. Һуң йорт уларҙың улдары Василий, Георгий, Иванға ҡала. Дондағы Ростовта Мартындар ғаиләһе йорт эргәһендә урынлашҡан «Джон Мартын һәм Кº» ҡойоу-механика заводын тота. 1910 йылдарҙа Георгий Марты иле АҠШ консулы була[7], ә йорто ҡабул итеү бинаһына әйләнә.
1920 йылдарҙа бина дәүләткә бирелә. Уның беренсе ҡатында — төрлө учреждениелар, ә икенсе ҡатта коммуналь фатирҙар урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, йортҡа ремонт үткәрелде, уның барышында түбәләге тәҙрәләр бөтөрөлә. 1980—1990 йылдарҙа бында Рәссамдар йорто урынлаша, унда магазин салоны, күргәҙмә-вернисаж һәм антиквар кибете урынлаша.
2007 йылда бина М. А. Шолоховтың дәүләт музей-ҡурсаулығы балансына тапшырыла һәм унда реставрация эштәре башлана. Ремонт эштәре тамамланғандан һуң Бер туған Мартындар йортонда музей филиалын асыу күҙаллана[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Геннадий Демин Как там у вас, в ХVIII веке? // Ростов Официальный. — 2005. — № 33 (560).
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Донской Вавилон . Московский комсомолец (7 август 2013). Дата обращения: 27 октябрь 2013.
- ↑ г.Ростов-на-Дону. Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) государственного (федерального) значения . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 27 октябрь 2013.
- ↑ Александр Харченко. Ремонт после реставрации? dom.161.ru (13 август 2013). Дата обращения: 28 октябрь 2013. 2016 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ Сергей Иваненко Частица западной Европы // Ростов Официальный. — 2004. — № 42 (517).
- ↑ Вера Волошинова. «Красный домик» – будущий Ростовский филиал музея-заповедника М.А. Шолохова . werawolw.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2013.
- ↑ Продолжается реставрация Дома братьев Мартын . sholokhov.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2013.