Беренсе май паркы (Өфө)
«Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы — Өфөнөң Калинин районындағы Беренсе май урамының иң осонда, Орджоникидзе һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында урынлашҡан парк.
Беренсе май паркы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Беренсе май паркы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе май паркы — Өфөнөң сағыштырмаса йәш паркы. Ул Калинин район халыҡ депутаттары советының 1991 йылдың 10 июлендәге ҡарарына ярашлы, «Калинин» ял һәм мәҙәниәт паркы булараҡ төҙөлә. 1995 йылда исеме «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы тип үҙгәртелә, 1996 йылда муниципаль учреждение статусын ала, ә 2006 йылдан муниципаль унитар предприятие итеп үҙгәртелә.
Парк Черниковка халҡының популяр ял итеү урыны булып тора. Парк биләмәһендә урынлашҡан ташландыҡ «Тепличное» күле бысраҡ һәм сүп-сарҙы таҙартылған, уның ярҙары тигеҙләнгән һәм газон үләне сәселгән, күлдә фонтан төҙөлгән. Күлгә ике ҡараулы аллея илтә, «Мөхәббәт аркаһы» һәм «Теләктәр эскәмйәһе» ҡуйылған. Ҡыш паркта саңғы трассаһы һәм һырғалаҡ эшләй. Шулай уҡ ике йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн аттракциондар булған балалар күңел асыу майҙансығы эшләй. Бында тротуар брусчаткаһы (шаҡмаҡлап ваҡланған таш) түшәү, тротуарҙың асфальт ҡатламын яңыртыу, торшер тибындағы фонарҙар ҡуйыу, декоратив ҡоймалар һәм балалар спорт майҙансыҡтары төҙөү планлаштырыла.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Парк Первомайский 2013 йыл 19 июнь архивланған.
- Л. Колоколова. Озеро в уфимском парке «Первомайский» получило вторую жизнь . БашИнформ.рф (15 июнь 2010). Дата обращения: 10 декабрь 2012. Архивировано 30 ғинуар 2013 года.
- К. Хлыстова. В Уфе появится новое озеро . Комсомольская правда (9 июнь 2010). Дата обращения: 10 декабрь 2012. Архивировано 30 ғинуар 2013 года.