Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле (Дондағы Ростов)
Һәйкәл | |
Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле
| |
Памятник в 2014 году Памятник в 2014 году | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Скульптор | Исаков Сергей Михайлович |
Төҙөлгән ваҡыты | 2014 йыл |
Бейеклеге | 3,5 м |
Материал | бронза |
Беренсе донъя һуғышы геройҙары һәйкәле ― Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Урыҫ император армияһы һалдаттарына һәм офицерҙарына арналған Дондағы Ростов ҡалаһы монументтарының береһе. 2014 йылда ҡуйылған. Красноармейская урамы менән Халтуринский тыҡрығы киҫешкән ерҙә скверҙа урынлашҡан.
Һәйкәлде асыу
үҙгәртергә2014 йыл Беренсе донъя һуғышы башланыуының йөҙ йыллығы. Был һуғышта Рәсәй Антанта яғында ҡатнашты, уның армияһы Көнсығыш фронтта хәрби хәрәкәттәр алып барҙы. 1917 йылда, иң беренсе сиратта революция менән бәйле ил эсендәге тетрәнеүҙәр арҡаһында, фронтта хәлдәр (Приказ № 1) Рәсәй өсөн киҫкенләште. 1918 йылдың мартында власҡа килгән большевиктәр, шарттары буйынса Рәсәй өсөн сиктән тыш ауыр Брест килешеүе төҙөнөләр. СССР-ҙа һуғыш «империалистик» һәм ғәҙел түгел тип аталды[1], шуға күрә был һуғыш ваҡиғаларына властәр яғынан бик әҙ иғтибар бүленде.
Был ваҡиғаның йөҙ йыллығы Рәсәйҙә һуғыш тураһында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереүгә йәмғиәттә ҡыҙыҡһыныу уянды. 2014 йылда бөтә ил буйынса был тематикаға арналған мәҙәни һәм фәнни саралар үтте[2].
Дондағы Ростовта һәйкәлдәр ҡуйыу буйынса махсус комиссия һәйкәл эскизының өс вариантын ҡарай.[3]. Һөҙөмтәлә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Исаков Сергей Михайловичтың эше һайлап алына[4]. Һәйкәлде эшләү һәм урынлаштырыу буйынса сығымдарҙы Ростов өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы үҙ өҫтөнә ала[3].
Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл Дондағы Ростовта 2014 йылдың 1 авгусында, Рәсәй һуғышҡа ингән көндә асыла. Һәйкәлде тантаналы асыу ҡала мэры, ҡала администрацияһы вәкилдәре, урындағы казактар ҡатнашлығында үтә[4].
Монумент 3,5-метр бейеклектәге, хәрби форма кейгән, яурынына винтовка аҫҡан һалдаттың бронза һынынан ғибәрәт[4].
Ростов өлкәһендә Беренсе донъя һуғышы геройҙарына арналған һәйкәлдәр тағы ла бер нисә урында ҡуйыла: : Шахты, Новочеркасск, Батайск ҡалаларында һәм тағы ла бер нисә тораҡ пунктта[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Глава двенадцатая. Марксизм-ленинизм о войне | Проект «Исторические Материалы» . istmat.info. Дата обращения: 25 ғинуар 2017. 2016 йыл 14 декабрь архивланған.
- ↑ Прокопенко, В.. МОЁ СЕДОВО - АЗОВСКОЕ МОРЕ - В Ростове открыт памятник героям Первой мировой войны (ru-ru). 25 ғинуар 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 В Ростове установят памятник героям Первой мировой войны . www.rostov.aif.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 К 100-летию Первой мировой войны в Ростове-на-Дону открыли памятник героям работы члена ИППО Сергея Исакова | www.ippo.ru . www.ippo.ru. Дата обращения: 25 ғинуар 2017.
- ↑ На Дону открыли третий памятник героям Первой мировой войны - ИА REGNUM (рус.), ИА REGNUM. 25 ғинуар 2017 тикшерелгән.