Береговой (Кәҫле районы)
Береговой — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы ҡасаба. Береговой ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Береговой | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Береговое сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Береговое сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
2136 кеше (2002)[2], 1815 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 227 метр |
Почта индексы | 456847 |
Урындағы телефон коды | 35149 |
Тарихы
үҙгәртергәҠасабаға 1930 йылда «Бәғәрәк» совхозының 1-се бүлексәһе эргәһендә нигеҙ һалына (1960 йылда «Береговой» совхозы тип үҙгәртелә); тораҡтарҙан тик барактар ғына булған. 1950 йылдарҙа йорттар төҙөлә башлай. 1956 йылда мәктәп асыла, 1963 йылда — Мәҙәниәт Йорто асыла, уның янында һуңғараҡ «Гармунҡай» һәм «Таң» балалар коллективтары ойошторола (Мәскәү «Иртәнге йондоҙ» фестивале лауреаты).
Билдәле кешеләре: совхоз директоры С. П. Бусов (Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләнә); тракторист А. Ф. Ордин һәм 3-сө бүлексә идарасыһы отделением Т. Ф. Вайданов (Хеҙмәт Даны ордены).[4]
Географияһы
үҙгәртергәРельефы - урман-дала. Пороховое күленең көньяҡ ярында, район үҙәгенән, Кәҫленән, төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡасаба диңгеҙ кимәленән 227 метр бейеклектә[5]
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[6] | 2010[7] |
2136 | ↘1815 |
Халҡы 2136 кеше тәшкил итә (1970 йылда — 2082, 1983 йылда — 2214, 1995 йылда — 2565 кеше).
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда халыҡ һаны ҡасабала 1815 кеше тәшкил иткән (1010 ҡатын-ҡыҙ һәм 805 ир-егет).
Инфраструктураһы
үҙгәртергәҠасабала урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы (МДОУ Д/С «Әкиәт»), мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, участка дауаханаһы[8] һәм элемтә бүлеге эшләй. Ҡасабаны күрше тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә (Кәҫле) тиклем алыҫлыҡ 45 км.
Урамдары
үҙгәртергәҠасаба 19 урам урамдан тора[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Береговой 2019 йыл 24 август архивланған.
- ↑ Beregovoy (англ.). GeoNames. Дата обращения: 2 апреля 2014.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Каталог организаций посёлка Береговой 2014 йыл 7 апрель архивланған. // Catalogfactory.ru
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Береговой п.