Береговой Алексей Григорьевич
Береговой Алексей Григорьевич (4 июль 1947 йыл) — рус совет яҙыусыһы, прозаик, публицист. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992), Рәсәй Яҙыусылар союзы Ростов төбәк бүлексәһенең бер нисә саҡырылыш идара ағзаһы (1993—2006), Рәсәй әҙәби фондының Ростов төбәк бүлексәһе идара рәйесе-директоры, Рәсәй Яҙыусылар союзы Ростов төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе (2011 йылдан).
Алексей Григорьевич Береговой | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ростов өлкәһе Новошахтинск ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Ижад йылдары: |
1968 йылдан |
Жанр: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
рус телендә |
Биографияы
үҙгәртергәАлексей Григорьевич Береговой 1947 йылдың 4 июлендә Ростов өлкәһе Новошахтинск ҡалаһында хәрби ғаиләһендә тыуа. Ғаилә, атаһының хеҙмәте менән бәйле, СССР-ҙың төрлө ҡалаларында йәшәү урынын йыш алмаштыра. 1957 йылда, атаһы демобилизацияланғандан һуң, ғаилә Дондағы Ростов ҡалаһына йәшәргә күсә.
1962 йылда Дондағы Ростов ҡалаһының 83-сө мәктәбенең һигеҙенсе класын тамамлай. Артабан Ростов төҙөлөш техникумында уҡый һәм уны 1966 йылда тамамлай.
1966—1968 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, һәм унда кесе авиация белгестәре мәктәбендә (Винница өлкәһе Могилёв-Подольский ҡалаһы, ШМАС), һуңынан Астрахань өлкәһендәге (Трусово авиабазаһы) Варшава килешеүе авиацияһын хәрби ҡулланыу Уҡытыу үҙәгендә белем ала. Демобилизацияланғандан һуң, 20 йыл тирәһе Дондағы Ростовтың төрлө төҙөлөш ойошмаларында прораб, өлкән прораб, участка начальнигы булып эшләй.
Әлеге ваҡытта А. Береговой Дондағы Ростовта йәшәй һәм эшләй.
Ижады
үҙгәртергәАрмия хеҙмәте ваҡытында яҙа башлай. Уның тәүге әҫәрҙәре, шиғырҙары һәм хикәйәләре тыуған йортона, дуҫтарына һәм башҡаларға бағышлана.
1970 йылда башлыса проза менән яҙыуға күсә. 1972 йылда Ростов өлкәһе Аҙау районы С. М. Киров исемендәге колхоздың өлкән прорабы булып эшкә урынлаша. Ауыл тормошонан алған тәьҫораттары буйынса: «Үҙебеҙҙекеләр һәм ситтәр» повесын, «Эх, Фаина», «Матурҡай», «Даданэ», «Федотыч» һәм башҡа хикәйәләрен яҙа.
1979—1991 йылдарҙа Ростов төҙөлөштәрендә эшләй, ә буш ваҡытында хикәйәләр яҙа, улар араһында: «Һыубаҫар туғай», «Күҙҙәрҙе ҡапламайса», «Ҡыҙыл уттар» һәм башҡалар бар. Уның хикәйәләре ваҡытлы баҫмаларҙа баҫыла, «Әҙәби Дон» радиотапшырыуҙарында уҡыла.
1985 йылда ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй, һуңынан — Яҙыусы йорто директоры (1987—1989), «Орфей» нәшриәтенең генераль директоры, (1990—1997), «Папирус» нәшриәтенең баш мөхәррире (1998—2001), «Малыш» нәшриәт-полиграфия фирмаһы директоры (2002—2006), 2008 йылдан «Донской писатель» нәшриәте директоры булып эшләй.
Яҙыусының «Үҙебеҙҙекеләр һәм ситтәр» тигән тәүге китабы Ростов китап нәшриәтендә 1999 йылда нәшер ителә. Әлеге ваҡытта ун икенән артыҡ публицистика һәм проза китабы донъя күргән. Уның журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре: «Дон», «Орфей», «Подъём», «ДОН_новый», «Север», «Берега», «Звезда Черноморья», «Транспорт Юга России», «Дон һәм Кубань», «Побратимени светове» (Болгария) альманахтарында, «Российский писатель» «Литературная газета» дөйөм Рәсәй гәзиттәрендә баҫыла. Әҫәрҙәре болгар теленә лә тәржемә ителә.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәЯҙыусының түбәндәге әҫәрҙәре баҫылып сыға:
Айырым китаптары
үҙгәртергә- Свои и чужие. Повесть и рассказы. — Ростов н/Д: Рост. кн. изд-во. 1990
- Красные огни. Повесть. — Ростов н/Д: РИО". 1991.
- Переправа. Повести и рассказы. — Ростов н/Д: Икар. 2001.
- Российские финансы и финансовый Ростов. — Ростов н/Д: Папирус, 2002.
- Ведущие адвокаты Ростовской области. — Ростов н/Д: Папирус, 2002.
- Подстава. Детективный роман. — Москва: АСТ-пресс, 2002.
- Подстава-2 — Осиное гнездо Детективный роман. — Москва: АСТ-пресс, 2003.
- Капкан. Психологиеский роман. — Москва: Книги искателя. 2005.
- След рубина: Роман. — Ростов н/Д: Изд. «Ростовкнига» 2006.
- Охота на миражи: Роман. — Ростов н/Д: Изд. «Ростовкнига» 2007..
- Капкан для лохов: Роман. — Ростов н/Д: Изд. «Ростовкнига» 2008.
- Рубины сарматской короны: Повести и рассказы. — Таганрог: Изд. "НП «Центр развития личности». 2008.
Журналдарҙағы баҫмалары
үҙгәртергә- «Эх, Фаина!..», Даданэ. Рассказы. — Литературно-художественный журнал «Дон». № 7 — 1089 г.
- Колхоз — взгляд изнутри. Очерк. — Литературно-художественный журнал «Дон». № 9 — 1990 г.
- Синие тени на стёртых камнях. Повесть. — Литературно-художественный журнал «Орфей». № 3 — 1993.
- Дыханье океана на улицах Ростова. Очерк — Журнал «Транспорт юга России». № 12- 2001 г.
- Нетрудовой доход. Повесть. — Литературно-художественный журнал «Дон». № 1-2 — 2002 г.
- Переправа. Рассказ. — Литературно-художественный журнал «Подъём». № 5 — 2008.
- Синие тени на стёртых камнях. Повесть. — Литературно-художественный альманах «Дон и Кубань». № 2 — 2009.
- Капкан для лохов. Роман. Ч.I. — Литературно-художественный альманах «Дон и Кубань». № 2 (8) — 2010.
- Капкан для лохов. Роман. Ч.II. — Литературно-художественный альманах «Дон и Кубань». № 3 (9) — 2010.
- Капкан для лохов. Роман. Ч.III. — Литературно-художественный альманах «Дон и Кубань». № 4 (10) — 2010.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая биографическая энциклопедия. 2009
- Алексей Григорьевич Береговой. Газ. Донской писатель № 2 2012.
- Справочник. Ростовское региональное отделение Союза писателей России. 2011.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нам не нужны великие потрясения, нам нужно крепкое отделение
- Алексей Григорьевич Береговой. Союз писателей россии.