«Беовульф»[1] (Беовульф, ингл. Beowulf), һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә «бал ҡорттарының бүреһе»[2]) — англосаксондарҙың эпик поэмаһы. Әҫәрҙә ваҡиғалар Скандинавияла, англдарҙың Британияға[3] күскәнгә тиклем дәүерҙә бара. Әҫәрҙең исеме төп геройға арнап аталған. Текст аллитерацион шиғыр төҙөлөшө менән яҙылған һәм 3182 юлды тәшкил итә. Эпос VII аҙағында йәкиVIII быуат[4] башында ижад ителгән һәм XI быуаттың Роберт Коттон китапханаһында булған янғындан (1731 йыл) имен ҡалған берҙән-бер исемлегендә һаҡланған. Был — «варвар» Европа дәүеренең тулы күләмдә һаҡланып ҡалған берһән-бер боронғо эпик поэмаһы[5].

Beowulf
Стоит ли доверять источнику не известно
Стоит ли доверять источнику не известно
Беовульф
«Беовульф» ҡулъяҙмаһының беренсе бите (XI быуат)
Автор(ҙар) билдәһеҙ
Яҙыу ваҡыты VIII һәм X быуат араҙында
Оригиналь теле боронғо инглиз теле
Жанры героик эпос
Күләме 3182 юл
Эстәлеге Беовульф алыштары тураһында
Персонаждар Беовульф, Грендель
Тәүге баҫма Торкелин (1815)
Ҡулъяҙмалар Cotton Vitellius A. xv
Һаҡланған урыны коттон китапханаһы
(1731 йылғы янғында ут тейгән)
Төп нөсхә һаҡланмаған

Электронный текст произведения

Текстың тарихы

үҙгәртергә

Коттон китапханаһында боронғо инглиз телендәге поэманың барлығы 1700 йылда уҡ билдәле була, әммә текст 115 йыл уҙғас ҡына латин теленә тәржемәләнеп исланд филологы Торкелин тарафынан баҫтырылып сығарыла. Ҡулъяҙманың исеме булмай, поэма үҙенең хәҙерге исемен 1815 йылда баҫылып сыҡҡандан һуң ғына ала.

Поэма 3182 юлды тәшкил итә һәм боронғо инглиз телендәге иң оҙон поэма булып һанала (яҡынса англосаксон әҙәбиәтенең 10 % алып тора).

Поэманың төп йөкмәткеһе Беовульфтың Грендель (ингл. Grendel) исемле имәнес зат һәм уның әсәһе, шулай уҡ илде пыран-зыран килтереүсе аждаһа менән көрәшеп еңеү яулауын бәйән итеүҙән ғибәрәт.

 
Беовульфтың аждаһа менән көрәше (1908 йылғы баҫмаға бағышһүрәт)

Экранлаштырыу

үҙгәртергә
  • «Беовульф» (1998) — ВВС мультипликацион фильмы; поэма сюжеты шаҡтай тулы сағылдырыла (реж. Юрий Кулаков).
  • «Беовульф» (1999) — поэманың постакалиптик варианты.
  • «Ун өсөнсө яугир» (1999) — Майкл Крайтон романын экранлаштырыу.
  • «Беовульф һәм Грендель» (2005).
  • «Грендель» (2007) — эпос мотивы буйынса фантастик боевик.
  • «Беовульф» (2007) — эпосты сюжетынан күпкә ситкә тайпылып экранлаштырыу[6].
  • «Викингтар» (2008 йыл) — фантастик сюжетлы интерпретация.
  • «Беовульф (телесериал)» (2016) — Беовульфҡа бәйле легендалар мотивы буйынса төшөрөлгән британия телесериалы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ударение в древнеанглийском чаще всего падало на первый слог корня (А. Либерман (подписано: О. Смирницкая), М. Стеблин-Каменский. Примечания // Беовульф. Старшая Эдда. Песнь о Нибелунгах/ Библиотека всемирной литературы, т. 9 / пер. с древнеанглийского В. Тихомирова, А. Корсуна, Ю. Корнеева — М.: Художественная литература, 1975.
  2. «Пчелиный волк», или «волк пчёл» — это кеннинг (метафора) для обозначения медведя.
  3. Гуревич А. Я. Средневековый героический эпос германских народов. Беовульф // Беовульф. СПб.: Азбука-классика, 2006, с. 6
  4. Гуревич А. Я. Средневековый героический эпос германских народов. Беовульф // Беовульф. СПб.: Азбука-классика, 2006, с. 5
  5. Beowulf (Old English poem) (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
  6. Елифёрова М.