Белгестәр йорто (Өфө)
Иҫтәлекле урын | |
Белгестәр йорто
| |
1 корпус | |
Ил | Рәсәй |
Архитектура стиле | постконструктивизм[1] |
Төҙөүсе | Башҡортостандың тимер юл төҙөлөшө тресы[1] |
Төҙөлөшө | 1933—1942 йылдар |
Төп ваҡиғалар: | |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № {{{1}}} |
Материал | кирбес |
Белгестәр йорто Викимилектә |
Белгестәр йорто (Яр буйында урынлашҡан йорт[1]) — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге торлаҡ йорт. Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары мөйөшөндә Ленин урамы, 2-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты.
Белгестәр йорто постконструктивизм стилендә төҙөлгән биш ҡатлы йорт[2][3]. Ул 1933—1937 йылдарҙа ике этапта төҙөлгән: беренсе һәм икенсе корпустар (Г. Д. Вагин[4], А. Филонов), ә өсөнсө корпусы (Г. В. Топуз һәм Плеханов) — 1942 йылда[5]. Башҡортостандың тимер юл төҙөлөшө тресы төҙөгән. Был йортто төҙөү өсөн 4 торлаҡ йорт бинаһын һүткәндәр.
СССР Халыҡ комиссарҙары Советы СНК һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1932 йылдың мартында «Белгестәр йортон төҙөү тураһында» Ҡарары сыға Һәм 1933 йылда бинаны төҙөү башлана[1]. Йортто төҙөү 1932 йылда уҡ планлаштырылған була, әммә архитекторҙарҙың проекты өҫтәмәләр талап итә. Беренсе корпус 1936 йылда төҙөлә[1], икенсе корпус — 1937 йылда, ә Совет урамына яҡын ятҡан өсөнсө корпус 1942 йылда[1] төҙөлә. Тәүҙә өйҙө енәйәт язаһын үтәүселәр төҙөгән булһа, немец хәрби әсирҙәре төҙөлөштө тамамлай. Бинаның беренсе корпусы ҡутарылған Воскресенский кафедральный соборы — ҡаланың төп ғибәҙәтхананаһы[1][6]кирбесенән төҙөлә. Белгестәр йорто һуғыш алды Өфөһөндә төҙөлгән иң ҙур биналарҙың береһе була[7]. Йорттоң эске ихатаһында фонтан[1] ҡорола, шунда уҡ музыка мәктәбе була[8]. Әлеге ваҡытҡа саҡлы йорт төҙөлөшө өлөшлөтә тамамланмаған көйө ҡала килә. Беренсе һәм икенсе корпустарҙың подъездарында лифт шахталары бар, ә лифттар һаман юҡ. Йоҡо бүлмәләрендә, балкон ишектәре була тороп, балкондар юҡ. Шуның өсөн ҡайһы бер фатир хужалары ишек урындарын кирбес менән томалап ҡуйған. Балкондар һәм лифттар булмауҙы 1942 йылда Ленинградтан эвакуацияланып килгән инженерҙарҙы[9] ашығыс рәүештә урынлаштырыу кәрәклеге менән аңлатырға була.
Төҙөлә башланғаны бирле йорттоң классик төҫө йәшел ине, әммә 2000 йылдан башлап аҡһыл көрән бежевый төҫкә, ә аҙағыраҡ — һары төҫкә буята башлайҙар.
Был йортта төрлө йылдарҙа ҡалала һәм республикала билдәле һәм лайыҡлы кешеләр йәшәгәнлеге тураһында фасадындағы мемориаль таҡтаташтар һөйләй. Атап әйткәндә, был йортта яҙыусылар Ғ. Ғ. Әмиров һәм Дауыт Юлтый, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Н. Н. Байтирәков, химик П. П. Будников, халыҡ артистары Ғ. М. Минһажев, А. К. Мөбәрәков һәм Г. А. Мөбәрәкова[10]шағирҙар Рәшит Ниғмәти, С. Ғ. Ғәлимов һәм П. Г. Тычина[3], академик Г. С. Розенберг[11]йәшәгән. Был йортта тәүге булып йәшәгән күп кеше 1930-сы йылдарҙағы сталин репрессиялары[6] ҡорбаны булды.
1987 йылда, БАССР Министрҙар Советы күрһәтмәһе менән, бинаһы тарих ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауы аҫтына алына[3][12]. Хәҙерге ваҡытта йортта «Прометей» үҫмерҙәр клубы эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Настоящее рождается из прошлого, журнал «Уфа» №6 (91) (июнь 2009). 19 декабрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Башкирская АССР // Большая советская энциклопедия. Гл. ред. С. И. Вавилов. 2-е изд. Т. 4. Б — Березко. 1950. 644 стр., илл.; 54 л. илл. и карт.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ю. Узиков. Исторические памятники Уфы. — Уфа: Китап, 1999. — 286 с.
- ↑ Вагин Георгий Дмитриевич // Башкирская энциклопедия: В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — 622 с.
- ↑ Уфимский домострой, журнал «Уфа» №12 (145) (декабрь 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ 6,0 6,1 Ергин Ю. В. Ш. С. Абзанов — жертва тоталитарного сталинского режима(недоступная ссылка). // История образования
- ↑ Как строили большую Уфу, Уфимские ведомости №65 (671) (22 августа 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ От Дома специалистов до бульвара Ибрагимова
- ↑ Дожить до ледохода, Журнал «Уфа» № 2 (87) (февраль 2009). 19 декабрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Коренные уфимцы, журнал «Уфа» №12 (145) (декабрь 2013). 19 декабрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Усманов И. Ю. Библиография как диагноз // Бюл. "Самарская Лука: проблемы региональной и глобальной экологии. — 2009. — Т. 18. — №. 4. — С. 33-44.
- ↑ Распоряжение Совета Министров Башкирской АССР от 04.12.1987 № 393р «О памятниках, отнесенных к числу памятников истории, археологии и искусства» (вместе с «памятниками истории», «памятниками археологии», «памятниками искусства»)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- {{{заглавие}}} // Наше строительство. — М.: Госплан СССР, 1935. — В. 13-24. — Т. 7.