Беларусь (ҡунаҡхана, Белоруссия)

«Беларусь»Минск ҡалаһындағы ҡунаҡхана, Коммунистик урамында урынлашҡан.

Беларусь
Нигеҙләү датаһы 1987
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Беларусь
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Урынлашҡан урамы Q18808428?
Архитектор Лев Николаевич Погорелов[d]
Ҡат һаны 22
Рәсми сайт hotel-belarus.com
Карта

81 метр бейеклектәге яңы 22 ҡатлы ҡунаҡхана проекты Минскпроект тарафынан 70-се йылдар башында төҙөлә. Ҡунаҡхана Парк магистрале (хәҙер Еңеүселәр проспекты) янында йәшел зонала урынлашырға тейеш була. Номерҙарҙың тәҙрәләренән Свислочь йылғаһының үҙәненә, Троица тарихи биҫтәһенә һәм шул ваҡыт өсөн заманса булған Парк магистраленең архитектура комплексының матур күренеше асылырға тейеш. Ҡунаҡхананы асыу 1980 йылда Йәйге Олимпия уйындарына планлаштырыла, унда Минск биш ҡатнашыусы ҡалаларҙың береһе була. Әммә, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙыла, 1981 йылдың майына тик 17 ҡаты ғына әҙер була. Ҡунаҡхана комплексының төҙөлөшө 7-се Минск төҙөлөш тресы тарафынан 1975 йылдан 1987 йылға тиклем бара. Ҡунаҡхана үҙ исемен Киров урамындағы 1987 йылда «Свислочь» исемле «Беларусь» ҡунаҡханаһы исеменән ала. Был хәҙер Принцесс-отель. 2000 йылдар аҙағында 2010 йылдар башында «Беларусь» ҡунаҡханаһы реконструкциялана.

  • Республика Беларусь: Энциклопедия: В 6 т. / Г. П. Пашков;. — Минск: «Беларуская Энцыклапедыя» имени Петруся Бровки, 2006. — Т. 2. — С. 239—240. — 912 с. — ISBN 978-985-11-0371-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә